НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 8-03-2011, 08:51


– Эй, дуҫҡайым, мине хөрмәт итәһеңме?
– Был хаҡта һин яңы ғына һораның бит инде.
– Һәм һин нимә тип яуап бирҙең?
– Хәтерләмәйем......

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 5-03-2011, 09:29


– Ҡәҙерлем, тиҙерәк уян, – ти ҡатыны.
– Төнгө сәғәт өстә уятмаһаң?.. – тип асыулана ире.
– Башым! Башымдың ауыртыуы бөттө, тим......

Ҡәҙерле ҡунаҡтар
Әҙәбиәт / Юмор // 1-03-2011, 14:49


Эш көнө аҙағында ҡапыл телефон шылтыраны:
– Әллеү, был редакциямы?
– Эйе.
– Балаҡайым, исемең кем әле?...

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 1-03-2011, 11:28


– Иптәш майор, – ти сержант, – аяғығыҙҙағы ботинкағыҙ икеһе ике төрлө: береһе ҡара, икенсеһе көрән. Бәлки, башҡалар күргәнсе, өйөгөҙгә ҡайтып, алмаштырып кейеп килерһегеҙ.
– Эй, ҡайтып килдем инде, унда ла береһе ҡара, икенсеһе көрән ботинка, – тигән майор....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 26-02-2011, 11:50


Йәһүд платформала тегеләй-былай йүгерә, ә үҙе:
– Инфекция, инфек­ция! – тип ҡысҡыра.
Уның эргәһенә милиционер килә һәм:
– Эй, гражданин, ниңә паника таратаһығыҙ? – ти.
– Мин ҡатыныма өйҙәге һымаҡ: «Зараза», – тип ҡысҡырырға тейешме ни? – тигән ир....

Мәғдән бабай шаяртыуы
Әҙәбиәт / Юмор // 19-02-2011, 10:33


Ауылға ҡайтҡан һайын хәл белергә тип Мәғдән бабайҙарға инәм. Ни тиһәң дә, күршеләр булып, матур итеп йәшәнек. Йәше 85-тән уҙһа ла, уның менән һөйләшеп ултырыуы – үҙе бер ғүмер. Бик матур шиғырҙар ҙа яҙа ул. «Кәзә» тигән шиғыры район гәзитендә лә баҫылып сыҡты.
– Хәлдәрең нисек, Мәғдән бабай, ҡартайып буламы? – тигән һорауға ул, көттөрөп тә тормаҫтан:...

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 19-02-2011, 10:20


Ике әхирәт һөйләшә:
– Һинең ирең бигерәк шәп кеше инде, ҡара, үҙеңә ниндәй затлы һәм матур тун алып биргән.
– Ул был тунды мотлаҡ алып бирергә мәжбүр булды. Сөнки уның үҙебеҙҙең өй йыйыштырыусы ҡыҙ менән үбешеп торғанын күрҙем.
– Ниндәй оятһыҙлыҡ! Ул ҡыҙҙы өйөгөҙҙән ҡыуып сы­ғар­ғанһыңдыр тип уйлайым.
– Әлегә юҡ. Миңә тағы бер нисә бик ҡиммәтле әйбер кәрәк......

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 15-02-2011, 10:17


Театрҙан сыҡҡас, ике таныш тәьҫораттары менән уртаҡлаша:
– Миңә, – ти беренсеһе, – спектакль бер ҙә оҡшаманы. Ни өсөн тигәндә, ултырған урынымдан тамаша ни күренмәне, ни ишетелмәне.
– Нимә тип кенә әйтәйем икән? – тигән икенсеһе. – Миңә бөтәһе лә күренде лә, ишетелде лә......

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 12-02-2011, 10:39


Бала табыу йортоноң тәҙрә төбөндә:
– Әҡлимә, әйт инде, кем?
– Беҙҙекеләр. 5:4....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 8-02-2011, 10:50


Өс әхирәт осраша. Береһе:
– Миңә ирем ҙур телевизор менән стереосистема һатып алды. Рәхәтләнеп өйҙә ятам, бер ҡайҙа ла йөрөргә түгел, – ти.
– Ә минеке видеомагнитофон алып бирҙе. Нимә теләйем, шуны ҡарайым, – ти икенсеһе.
– Ә һиңә ирең нимә һатып алды? – тип һорай­ҙар өсөнсөһөнән.
– Бер нәмә лә. Ул, һинең менән киноға ла, театрға ла йөрөп була әле, ти....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM