НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Аҡса яға
Әҙәбиәт / Юмор // 12-03-2011, 19:07


Ғирфан ағайға барып инһәләр, өйөндә йылы итеп кейенеп йөрөп ята икән. Бүлмә һал­ҡын­са.
– Ғирфан ағай, газ үткәрткәйнең түгелме? Эске күлдәктә тирләп-бе­шеп йөрөргә те­йеш­һең дә баһа.
– Эй, ҡустылар, кешеләр – утын, ә мин аҡса яғам, аҡ яғам, – тигән, имеш....

Көлкөхана
Әҙәбиәт / Юмор // 12-03-2011, 19:07


Беҙҙең Күгәрсен яҡтарында шаян, мәрәкәсел халыҡ йәшәй. Тормошҡа зарланып, яҙмышҡа уфтанып ултырмай, юҡ-барҙан ҡыҙыҡ табып, үҙҙәренең генә түгел, бүтәндәрҙең дә кәйефен күтәреп көн иткән яҡташтарым өсөн күңелемдә ғорурлыҡ тойғоһо йөрөтәм.
Тыуған яҡтарымдан ситтә йәшәһәм дә, яҡташтар, ауылдаштар менән һәр саҡ бәйләнеш тотам. Улар менән осрашҡанда, төрлө мәҙәк хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, һөйләшеп, көлөшөп алабыҙ.
«Йәшлек» гәзите уҡыусыларына шуларҙың бер нисәһен тәҡдим итмәксемен....

«Әтек ауылы ҙу-ур икән!
Әҙәбиәт / Юмор // 12-03-2011, 19:06


Беҙҙә телдән-телгә тағы бер лаҡап йөрөй. 1950 – 1960 йылдарҙа ситтән килгән бер түрә эш буйынса район үҙәгенән һыбай Әтек ауылына киткән. Ул йылдарҙа дизелле генератор ярҙамында ғына алынған электр уты район үҙәгендә һәм тағы бер-ике генә ауылда булған. Был юлсы, йүнләп юлды һорашмағанмы икән, урманда аҙашып йөрөп-йөрөп, ҡараңғы төшкәс кенә бер ҡая башына килеп сыҡҡан. Аҫта ауыл уттары күренә:
– Дә-ә, Әтек ауылы ҙу-ур икән, светы ла бар икән! – тип ҡыуанып торған-торған да, аҫҡа төшһә – Иҙел, уны кисеп сыҡһа, кире Бөрйәнгә, район үҙәгенә, ҡайтып ингән, ти, был....

«Таҙтүбә чауа будет?»
Әҙәбиәт / Юмор // 12-03-2011, 19:05


Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урын­лаш­ҡан Вәзәм тигән ауылға үткән быуаттың 80-се йылдарында баш ҡаланан геологтар килеп төшә.
Бер олатайҙы геологтарҙы тау-таш атамалары, тоҡомдары менән таныштырыу өсөн яуаплы итеп билдәләйҙәр. Олатай геологтарҙы эйәртеп алып китә: улар гел русса ғына һөйләшә. Ә беҙҙең олатай: «Нисек кенә быларға аңлатырмын икән?» – тип ҡайғыра....

«Кончай бомбить, аҙаш!»
Әҙәбиәт / Юмор // 12-03-2011, 19:05


Һүҙгә оҫта, мәрәкәсел Муса бабай, ябай һалдат булып данлы яу юлы үткән ветеран (күптән мәрхүм), балалар менән осрашыуҙа (бер мәрәкә булһын, тигәндер инде) былай тип һөйләй икән:
– Һуғышта летчик булдым. Бер мәл Муса Гәрәев менән дошманды бомбаға тотабыҙ. Эй, бомбить итәбеҙ, эй, бомбить итәбеҙ. Көн кисләп киткәс, самолеттан аҫҡа һәйбәтләп ҡараһам, тыу­ған ауылым Янһары эргәһенә килеп сыҡҡанбыҙ. «Кончай бомбить, аҙаш, туҡтат! Беҙҙең ауыл бит!» – тип ҡысҡырып ебәрҙем.
Шунан былар, йәнәһе, ауыл ситендәге Йөҙәкәй яланына төшөп, ауылдаштары менән осрашып, сәй эсеп, данлыҡлы герой аҙашы менән тағы ниместе ҡыйратырға осоп китә, имеш.
Шунан һуң һәм әле лә кемдер нимәнелер саманан тыш шаштырып һөйләй башлаһа, шунда уҡ: «Кончай бомбить, аҙаш!» – тип туҡтата һалалар. «Беҙҙең ауыл бит», – тип өҫтәп тә ебәрәләр....

«Миңә лә ҡалдыр»
Әҙәбиәт / Юмор // 12-03-2011, 19:04


Әхиәрҙең еҙнәһе менән апаһы ҡаланан ауылға ҡайтып төшә. Арыу ғына ҡунаҡ булып алғас, йоҡларға яталар. Ҡунаҡтар – өйҙөң төпкө бүлмәһендә, хужалар – алғы яҡта. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, рәхәтләнеп йоҡлармын тимә: еҙнәһе өйҙө яңғыратып хырылдай икән. Әхиәр әле уң яғына, әле һул яғына әйләнгеләй ҙә, һикереп тороп, уртансы ишектең ҡап уртаһына баҫып:
– Ауылдың бөтә баҫыуын һөрөп бөтөрҙөң бит инде, еҙнә. Миңә лә ҡалдыр, – тигән. Ул һөнәре буйынса тракторсы икән.
Еҙнәһе ҡәйнешенең был һүҙҙәренән һуң хырылдауынан туҡтағандырмы-юҡмы, әммә Әхиәрҙең һүҙе лаҡап булып халыҡ телендә ҡалды....

«Ниңә икене алманың?»
Әҙәбиәт / Юмор // 12-03-2011, 19:04


Бригадир булып эшләгән Миң­леғол, ҡыҙарынып-бүртенеп, ултырыштан ҡайтып инде. Атаһы колхоз хәлдәрен һораша башланы.
– Шунан, улым, эштәр барамы?
– Бара, атай, бара.
– Ултырыш нисек үтте?...

«Чапай Тәлғәт»
Әҙәбиәт / Юмор // 12-03-2011, 19:02


Ҡушамат кешегә юҡтан ғына йәбешергә тора бит ул.
Тәлғәт менән дә шулай булды. Ул ваҡытта малай икенсе синыфта ғына уҡый ине әле.
Бөтәбеҙ бергә бер бүлмәлә уҡыйбыҙ. Туған тел дәресе бара. Уҡытыусы беҙгә, дүртенселәргә, үҙ аллы эш бирҙе лә, икенсе синыфтар менән әңгәмә башланы. Һөнәр тураһында ине ул һөйләшеү. Кем булырға? Берәүҙәр – уҡытыусы, икенселәре – табип, өсөнсөләре шофер булырға теләүен белдер­ҙе. Тракторсы, монтер, һауынсы, һатыусы, тегенсе һөнәрҙәрен дә һайлаусылар табылды. Сират Тәлғәткә етте....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 8-03-2011, 08:51


– Эй, дуҫҡайым, мине хөрмәт итәһеңме?
– Был хаҡта һин яңы ғына һораның бит инде.
– Һәм һин нимә тип яуап бирҙең?
– Хәтерләмәйем......

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 5-03-2011, 09:29


– Ҡәҙерлем, тиҙерәк уян, – ти ҡатыны.
– Төнгө сәғәт өстә уятмаһаң?.. – тип асыулана ире.
– Башым! Башымдың ауыртыуы бөттө, тим......


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM