НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Маршал
Әҙәбиәт / Юмор // 2-04-2011, 10:46


(Юмористик хикәйә)
Миңә һалдат кейеме кейергә ваҡыт етте. Әрмеләргә барыу – уйын эш түгел. Шуға беҙ ғаилә штабына йыйылдыҡ. Штаб начальнигы, әлбиттә, әсәй. Өләсәй – старшина. Сөнки мин уның хәстәрлегендә. Олатай – ефрейтор. Әрмелә хеҙмәт иткәндә лә шунан ары уҙмаған ул. Хәҙер әсәй менән өләсәй араһында «айт» тигәнгә «тайт» тип йүгерә. Атайым армияла сержант булһа ла, ғаиләбеҙҙә – рядовой. Әсәй өсөн унан да түбән званиелағы кеше юҡ....

Һеҙҙән мәҙәк – беҙҙән бүләк
Әҙәбиәт / Юмор // 2-04-2011, 10:32


Һәр ауылдың, һәр төбәктең үҙ Хужа Насретдины, үҙ Ерәнсә сәсәне, үҙ Үлмәҫбайы бар, тибеҙ. «Хужа беҙҙең арала» исемле бәйге ауыл мәҙәктәре, ғаилә көләмәстәре, лаҡаптар хаҡында. Төрлө тарафтарҙан «хужа»лар үҙҙәренең сәләмдәрен ебәреп тора. Мәҙәктәрҙе гәзит уҡыусылар бик яратып ҡабул итә. Яҙғы баҡса, сәсеү мәшәҡәттәре башланмаҫ борон тағы ла ебәрегеҙ, бергәләп көләйек. Һеҙҙән мәҙәк – беҙҙән бүләк.
Март айында «Йәшлек» гәзитенең логотибы төшөрөлгән футболка менән үҙенең үҙенсәлекле мәҙәктәре менән көлдөргән дә, аптыратҡан да Лена ХӘЙРУЛЛИНА (Мәләүез ҡалаһы) бүләкләнә. Ҡотлайбыҙ!...

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 2-04-2011, 10:20


Ир кеше урамда коляска һөйрәп китеп барғанда, ҡаршыһына күптән күрмәгән танышы килеп сыға ла, коляскаға ҡапланып:
– Йә, Хоҙай, күҙ теймәһен, ниндәй матур бала, күҙҙәре зәңгәр, бит остары алһыу, сәскәйҙәре бөҙрә, ҡаштары ҡарлуғас ҡанаттары һымаҡ, – тип һанап китә. Бер аҙҙан шып туҡтап ҡала һәм:...

Салауат та башҡорт түгел, имеш
Әҙәбиәт / Юмор // 29-03-2011, 09:48


(Уйынлы-ысынлы)
Был хоккей тип аталған сәкән уйыны йоҡоноң тәмен ебәрҙе бит әле, йәмәғәт. Салауат Юлаев исемен йөрөткән командабыҙ Өфөлә сәкәләшәме, сит ҡалаларға сығып китәме, уның ни хәлдә уйнауын уйлап, йән сыға яҙа....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 29-03-2011, 09:30


– Студент Аллағолов! Һеҙ, исмаһам, гәзит уҡыйһығыҙмы?
– Әлбиттә!
– Һәм күпме?
– Бәҙрәфтә күпме йыртып алам, шунса уҡыйым....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 26-03-2011, 10:36


– Иптәш милиционер, анау йүгергән ир минең аҡса янсығымды тартып алды, ҡыуып етегеҙсе үҙен, – ти бер ханым.
– Гражданка, һеҙ нимә, белмәйһегеҙме әллә, хәҙер бит милиция юҡ, ә полиция.
– Ғәфү итегеҙ инде, иптәш полиционер, ҡыуып етегеҙ инде......

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 22-03-2011, 11:00


Машинала елдергән йәш ҡыҙҙы ЮХХДИ хеҙмәткәре туҡтата ла:
– Һеҙ юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен боҙҙоғоҙ, – ти.
– Беләһегеҙме, – ти ҡыҙ, – минең машинам әлегә яңы, шуның өсөн дә ул бөтә юл ҡағиҙәләрен дә белеп бөтмәй....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 19-03-2011, 17:24


«Бер ваҡытта ла табалағы һуңғы кәтлитте ашамағыҙ: беренсенән, туймаясаҡһығыҙ, икенсенән, буш табаны мотлаҡ йыуып ҡуйырға кәрәк буласаҡ».
* * *
– Ҡыҙым, ете тәрилкә килтер әле.
– Ниңә шул тиклем күп?
– Миңә атайың менән һөйләшеп алырға кәрәк....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 15-03-2011, 13:32


– Табип әфәнде, ҙур проблемам бар, – ти бер ир. – Башымда бер бәләкәй генә кеше ултыра һәм бер туҡтауһыҙ һүгенә. Быны дауалап буламы?
– Табип булараҡ, шуны әйтә алам, был һеҙгә 1000 долларға төшәсәк.
– Ә бәләкәй кешенең нимә әйткәнен белгегеҙ киләме?...

«Беҙҙең себен»
Әҙәбиәт / Юмор // 12-03-2011, 19:08


Был яҙыуымда телгә алған малайҙар хәҙер үҙҙәре атай кешеләр, балалары ла атайҙарының әлеге яҙмаларҙа иҫкә алынған йәшен уҙҙы инде. Минең яҙғандар үткән быуаттың 70-се йылдары аҙағына тура килә.
Ул ваҡытта әле ауылда тәбиғи газ юҡ, йәй көнө ашау-эсеү аласыҡта, өйҙә ашарға әҙерләһәң, себен тула......


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM