НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 25-12-2015, 12:40


МәҙәктәрҠыш бабай саҡырыу буйынса сираттағы фатирға килә. Ундағы бәләкәй малайҙан:
– Шунан, улым, нимә теләй­һең? – тип һорай. Ә малай бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә бар көсөнә уның яңағына һуға.
– Ни өсөн?
– Былтырғы өсөн....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 3-12-2015, 14:23


– Хәлең нисек?
– Насар?
– Нимә булды?
– Сәләмәтлегем ҡаҡшаны. Табиптар сәйҙе лә, кәһүәне лә тыйҙы.
– Хәҙер нимә эшләйһең?
– Араҡыға күсергә тура килер инде....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 20-11-2015, 10:34


МәҙәктәрӘсәһе бәләкәй улын теш табибы кабинетынан алып сығып бара:
– Улым, табип ағайыңа нимә әйтергә кәрәк?
Малай, йәш тулы күҙҙәрен һөртөп:
– Фашист, ҡәбәхәт! – тигән....

Йәшлек мәҙәктәре
Әҙәбиәт / Юмор // 6-11-2015, 10:48


Йәшлек мәҙәктәреБер һары һаҡаллы ир һаҡалһыҙ хеҙмәтсеһенән көлөү ниәте менән халыҡ алдында:
– Ниңә һаҡалың юҡ? Мосолманға һаҡал-мыйыҡһыҙ йөрөү бер ҙә килешмәй бит, – ти икән.
– Ғәйеп миндә, бай әфәнде, – тигән хеҙмәтсе. – Һаҡал өләшкән ергә һуңлап барҙым. Мин килгәндә ҡара һаҡалдар бөткәйне. Һары һаҡаллы кешеләрҙең йүнһеҙлеген, һаранлығын, туң баш икәнен электән белгәнгә, һарыһын алырға теләмәнем. Шулай итеп буш ҡайтырға тура килде…...

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 23-10-2015, 10:10


Дарыуханала:
– Һеҙҙә сәс үҫтерә торған дарыу бармы?
– Бар!
– Яҡшымы?
– Бик яҡшы! Ана, касса артында торған мыйыҡлы кешене күрәһегеҙме? Ул – минең ҡатыным. Дарыу һалынған шешәне теше менән бороп асмаҡсы булған…...

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 16-10-2015, 16:11


Бер дини ҡатын, рухани эргәһенә килеп:
– Үтенеп һорайым! Миңә иремдән айырылырға рөхсәт итегеҙсе, – ти.
– Нимә булды һуң? – ти уға рухани.
– Көн һайын иҫерек, бер ерҙә лә эшләмәй, хатта миңә ҡул да күтәрә.
– Ниңә һуң ундай кешегә кейәүгә сыҡтың?
– Иҫәр булғанмын!
– Ул бит һине иҫәр тип тормаған, ә өйләнгән....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 9-10-2015, 15:17


– Ҡәҙерлем, – ти егет, – һиңә бик мөһим нәмә хаҡында әйтергә тейешмен. Минең ҡатыным һәм өс балам бар.
– Йә, Хоҙай, – ти ҡыҙ, – шул тиклем ҡурҡытмаһаң. Мин бит, машинаңды урлап киткәндәрме әллә, тип уйланым.
* * *
Суд бара.
– Дәүләт хеҙмәткәрен мыҫ­ҡыл­лағанығыҙ өсөн һеҙгә 5000 һум штраф һалам. Ғәйеп­ләнеүсе, берәй һүҙ әйтергә теләй­һегеҙме? – ти судья.
– Теләр инем дә бит, – тигән ир, – шундай хаҡтар булғас ни…...

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 2-10-2015, 11:06


МәҙәктәрКүптән күрешмәгән ике дуҫ осраша.
– Эшең яҡшымы һуң?
– Кемгә нисек инде.
– Фатирың һәйбәтме?
– Кемгә нисек инде.
– Машинаң?
– Кемгә нисек инде.
– Ҡатының?
– Кемгә... Тфү! Ҡатын яҡшы!...

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 24-09-2015, 10:38


Мәҙәктәр– Атай, бесәй балаһы ал әле?
– Юҡ!
– Атай, ал инде!
– Юҡ!
– Атай?!
– Юҡ тинем бит инде һиңә. Бәйләнмә! Ана, урамға сыҡ та үткән-һүткән кешеләргә тәҡдим итеп ҡара! Бәлки, улар алырҙар....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 4-09-2015, 10:02


МәҙәктәрТелефон шылтырай, хужабикә ала.
– Ғәлиә, был һинме?
– Эйе, мин.
– Ғәлиә, бер нисә көн элек һине бик ныҡ үпкәләттем, артыҡ ҡыланып ташлағанмын. Улай уҡ кәрәк тә булмағандыр. Беләһең бит инде мин ундай уҡ яуыз кеше түгеллекте. Ғәфү ит, зинһар!
– Ярай, итәм. Ә кем һуң әле был?...


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM