НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәктәр(анекдоттар)
Әҙәбиәт / Юмор // 15-08-2014, 04:18


Мәҙәктәр(анекдоттар)Дауаханала ятҡан бер ир сибәр генә шәфҡәт туташына күҙ ҡыҫа һәм:
– Һеҙ хеҙмәтләндергән палатанан китмәҫ өсөн гел ауырыр ҙа ауырыр инем, – ти.
– Шулай булыуы ла ихтимал, – ти ҡыҙ, – сөнки кисә һеҙҙең мине үбергә маташҡанығыҙҙы һөйгәнем күреп ҡалған. Ә ул – һеҙҙе дауалаусы табип....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 8-08-2014, 15:54


Мәҙәктәр– Егеттәр! Ә минең машинам хәҙер “туғыҙынсы” модель!
– Һинең “алтынсы” түгелме ни...
– Түңкәрелде!...

Мәҙәктәр(анекдоттар)
Әҙәбиәт / Юмор // 25-07-2014, 05:11


Мәҙәктәр(анекдоттар)Ысын мөхәббәт – ир-аттың машинала алғы пассажир ултыр­ғысында ултырып барғанда: „Мейеһеҙ тауыҡ! Ҡайҙа бара­һың!” – тип ҡысҡыраһы урында, тыныс ҡына: „Һандуғасым минең! Руль артында ултыраһың икән, бер аҙ иғтибарлыраҡ бул!” – тип әйтеүе....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 18-07-2014, 07:54


МәҙәктәрСит ил туристары ултырған автобус бер ауылға яҡынлаша.
– Хөрмәтле ханым һәм әфәнделәр! – ти гид. – Ни бары 100 евро түләһәгеҙ, оса торған балыҡтар йәшәй торған берҙән-бер һыу ятҡылығында була ала­һығыҙ. Бындай күл донъяла башҡа юҡ. Теләйһегеҙ икән, балыҡ тотоуҙа ла ҡатнашырға мөмкин.
Туристар быуаға табан ағыла, ә уның өҫтөндә, ысынлап та, ба­лыҡтар һикерешә. Уларҙы тотоу бик күңелле үтә. Бәхетле туристар автобусҡа инеп ултыра. Улар артынан ингән гид автобус ишегенән башын сығара ла:
– Әнәс, беҙ киттек! Электр кипятильнигын һүндерһәң дә була, – тип ҡысҡыра....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 11-07-2014, 11:22


Мәҙәктәр– Әсәй, – ти улы, – һәр баланың да атаһы булырға тейеш, тигән һүҙ дөрөҫмө?
– Әлбиттә.
– Улай булғас, беҙҙең ғаиләлә ни өсөн биш бала, ә атай берәү генә?...

Мәҙәктәр(Башҡорт телендә анекдоттар)
Әҙәбиәт / Юмор // 4-07-2014, 15:47


– Бына баш ватам әле: ниндәй ҡыҙға өйләнергә икән: матурғамы, әллә йәмһеҙгәме? – ти бер егет дуҫына.
– Ике варианттың да үҙ плюстары бар, – ти дуҫы. – Йәмһеҙгә өйләнһәң, өҫтөңдән йөрөр, тип ҡурҡаһы түгел. Икенсе яҡтан, матур ҡыҙға өйләнһәң һәм унан туйһаң, уны бүтән кешегә оҙатыуы күпкә еңелерәк буласаҡ....

Башҡортса анекдоттар
Әҙәбиәт / Юмор // 13-06-2014, 11:51


Башҡортса анекдоттарБер егет дуҫының өйөнә килә. Ишекте дуҫының әсәһе аса һәм:
– Ул әлегә ашап ултыра. Һинең дә ашағың киләлер, моғайын? – ти.
– Эйе, – ти малай, өйгә саҡырыр, тип өмөтләнеп.
– Бар, улайһа, – ти ҡатын, – ҡайтып, ашап кил....

Мәҙәктәр(анекдоттар)
Әҙәбиәт / Юмор // 6-06-2014, 14:25


Мәҙәктәр(анекдоттар)Үгеҙ һөҙөп имгәткән һауынсы Әҡлимәне район дауаханаһына килтерәләр. Ҡатынды беҙҙеңсә бер ауыҙ һүҙ белмәгән табип ҡарай һәм:
– Откуда? – тип һорай ул унан.
– Ат ҡыуманы, – ти Әҡлимә асыуланып, – үгеҙ ҡыуҙы, разве ат шулай делает, – тип өҫтәп тә ҡуйҙы....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 23-05-2014, 09:22


– Һылыуҡай, һеҙ бейейһегеҙме?
– Эйе.
– Аллаға шөкөр, юғиһә һеҙҙе ток һуҡҡан тип уйланым......

Анекдоттар
Әҙәбиәт / Юмор // 16-05-2014, 10:00


Ҡәйнәһе килененә ҡунаҡҡа килә. Бармағы менән телевизор, комод, шкаф өҫтөнән туҙанды һыпыра ла, килененә күрһәтеп: “Ниндәй әйтем бар әле?
Килене, оҙаҡ уйлап тормайынса:
– Свинья везде грязь найдет, – тип ҡуя....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM