НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

“Почта Мөхәрләм”
Әҙәбиәт / Юмор // 11-05-2017, 14:29


“Почта Мөхәрләм”Мөхәрләм ағай оҙаҡ ҡына ауылда почтальон булып эшләне. Гәзит-журналды, хаттарҙы ул һәр саҡ һыбай йөрөп ташыны. Бер көн ҡыҙмаса көйө үҙ эшен башҡарып йөрөгән ағай йорт янындағы эскәмйәлә һөйләшеп ултырған әбейҙәр янына килеп туҡтай ҙа уларҙан: «Мин кем?» – тип һорай икән. Әбейҙәрҙең береһе: «Һин – Мөхәрләм», икенсеһе: «Һин Шәрипов Мөхәрләм», – тип яуаплай, ләкин ат өҫтөнә ҡунаҡлаған ағай: «Икегеҙ ҙә белмәне», – тип белдерә. Шул саҡ Сәмиғә инәй: «Һин бит почта Мөхәрләм», – тип яуаплай. Был һүҙҙәр менән ризалашҡан ир: «Бына Сәмиғә апай белде», – ти ҙә урам буйлап сабып китә. Шул көндән башлап уға «Почта Мөхәрләм» тигән ҡушамат тағыла.
...

“Үҙебеҙҙеке йәл”
Әҙәбиәт / Юмор // 6-05-2017, 14:31


“Үҙебеҙҙеке йәл”
Сабир ағайҙың малайы күршеләге тиңдәшен туҡмап, илатып ҡайтарған. Малайҙың әсәһе сыбыҡ тотоп уларға килгән һәм уның менән балаларының арт һабағын уҡытыу­ҙы талап иткән. Атай кеше уйланып торған да: «Малай йәл, үҙебеҙҙеке бит», – тип белдергән. Ошо хәлдән һуң уны ололар: «Үҙеңдеке йәлме?» – тип мәрәкәләне.
...

“Тырышмаһаң, көтөүсе булырһың”
Әҙәбиәт / Юмор // 26-04-2017, 14:27


“Тырышмаһаң,  көтөүсе булырһың”
Беҙҙең тиҫтер Данил исемле малай мәктәптә әллә ни яҡшы уҡыманы. Шуға ла уның әсәһе Шәкирә инәй улын шелтәләй һәм йыш ҡына: «Тырышып уҡы, әгәр тырышмаһаң, ана, күрше Хәлит кеүек көтөү көтөрһөң», – тип әйтә икән. Ә Хәлит ағай оҙаҡ йылдар колхозда тырышып һыйырҙар көттө, алдынғылар рәтендә йөрөнө. Ә Данил үҫә төшкәс, ауылдаштары уны: «Көтөүсе була алманың инде», – тип мәрәкәләй торғайны.
...

Танышыу (булған хәл)
Әҙәбиәт / Юмор // 24-04-2017, 10:03


Танышыу (булған хәл)Зауыҡ менән биҙәлгән ресторан. Музыка уйнай. Барыһы ла улымдың тыуған көнөн байрам итә. Минең генә кәйеф-сафа ҡорор­ға ваҡытым юҡ. Алъяпҡыс кейеп алғанмын да аш-һыу әҙерләү менән булышам. Бына бер өҫтәлдә күрмәлекле генә, хәрби кейем кейгән егет ултыра.
– Танышайыҡмы? – тип миңә һүҙ ҡуша.
– Юҡ, – тим ҡырт киҫеп. – Былай ҙа өлгөрә алмайым.
Ҡапыл уянып киттем. Әлдә төш икән. Шул көндө таныш димсе апай шылтырата:
– Һине бер һәйбәт егет менән танышты­рыр­ға теләйем. Телефоныңды бирәйемме?
– Ярай, – тип ризалашам....

«Һунарсы булып ҡараған»
Әҙәбиәт / Юмор // 20-04-2017, 14:25


«Һунарсы булып ҡараған»Беҙҙең ауылда ғүмер буйы ат ҡараусы булып эшләгән бер кеше бар ине. Үҙе бөкрө генә, йөҙөн һаҡал баҫҡан, кейеме лә иҫке-моҫҡо, ә аяғына оҙон ҡуныслы резина итек кейә. Ул таңдан тороп, кис тауҙарға ҡыуған аттарын эҙләй. Улар йә тауҙар аша, йә туғайға һыу эсергә төшә. Мәхейән олатай иртәнсәк, өйрәнеп бөткән бит, тауҙарҙы ҡарай ҙа: «Аттар юҡ, туғайға төшкәндер», – тип уйлап, ундағы бер һаҙлыҡҡа йүнәлә.
Яҙын йылға ағып, бында төрлө ҙурлыҡтағы күләүектәр яһала. Барһа, аттар юҡ, һимеҙ генә өйрәктәр шыпырлай күләүектәрҙә. Ат ҡараусыла һунарсы инстинкты уяна. Ярты сәғәттә өйрәктәрҙе бәреп-һуғып, үлтереп, өйөп һала. Унан шатлана-шатлана тал сыбығы менән аяҡтарын бәйләй. Табышын яурынына аҫып, ауыл яғына йүнәлә. Йылға буйынан атлап ҡайта. Ғирфан бажаһына инеп, маҡтанып алырға онотмай. Ул: «Һин һәр саҡ, һунарсымын, тип һөйләнәһең, тапҡаның бармы ошондай табышты?» – тип өйрәктәргә күрһәтә. Һунарсы бажаһы, өйрәктәргә күҙ йөрөтөп: «Һин бит йорт өйрәктәрен алып килеп тораһың! Туҡтап тор, артыңдан хужаһы ла килеп етер», – тип әйтә һала.
– Ҡарарбыҙ! Бажа, һин шаяртаһың! – тип өйөнә табышы менән атлай ат ҡараусы.
Бер сәғәт тә үтмәй, рәхәтләнеп сәй эсеп ултырғанда көтөм ҡарттың ҡарсығы килеп, ғауға ҡуптара.
– Һин ни эшләп беҙҙең өйрәктәрҙе үлтерҙең? Түлә әйҙә! – тип ҡысҡыра башлай.
Мәхейән олатайҙың башына етте, буғай. «Яңылыш, еңгә! Көтөүҙәге бер һарығымды кис менән килеп алырһығыҙ!» – тип әйтә һала.

Зиннәтулла ӘЛЕКБАЕВ.
Ырымбур өлкәһе.
...

«Улай-былай ғына кеше түгелмен!»
Әҙәбиәт / Юмор // 17-04-2017, 16:00


«Улай-былай ғына кеше түгелмен!»Баймаҡ районының Моҡас ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйем Ғилминиса Дәминдәр ҡыҙы Иҙрисоваға мартта 80 йәш тулды. Ул тәбиғәте менән йор һүҙле, шаян, телгә оҫта. Таҡмаҡ ҡоя башлаһа, туҡтай алмай. һигеҙенсе тиҫтәһен тултырһа ла, ауылда яңғыҙы йәшәй, кәртә тултырып мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай. Оло йәштәге әсәйемдең ҡыҙыҡтарын гәзит уҡыусыларға тәҡдим итмәксемен....

“Көтөүсе-стоматолог”
Әҙәбиәт / Юмор // 12-04-2017, 14:23


“Көтөүсе-стоматолог”Аллағыуатта бер ағайҙың теше һыҙлай икән, үлтерә инде, түҙеп торорлоҡ әмәл юҡ. Район үҙәге Стәрлебашҡа барыр­ға форсаты сыҡмай, теләге лә булмай. Автобусҡа сығыр өсөн генә лә биш саҡрым атлар кәрәк сүтәки. Эй, ни булһа ла булыр, барайым теге Искәндәргә, тип уйлай ағай. Ул кемдекендер алған бит, тиҙәр. Маҡтай инде малай­ҙар. Ул егеттең бөгөн колхозда көтөү көтә торған көнө етмәһә, тешен алғанда ауыртыуға түҙмәйенсә, малға ҡушылып баҡырһа ла, этем дә белмәйәсәк. Бик уңай булды әле был көтөүе лә, тип тәүәккәлләгән. Бер сикүшкә аҡбашты ҡытҡылдап торған тамаҡ аҫтына һалған ағайыбыҙ йәнә бер яртыны түш кеҫәһенә ҡыҫтырып алған. Инструментты ла онотмаған – ҡыпһыуырҙы кеҫәһенә тығып, киткән колхоз көтөүлегенә! Барып еткән был, фәлән дә төгән, ҡустым, ал инде, үлтерә бит был теш! Көтөүсе егет тә төшөп ҡалғандарҙан түгел икән, эштең рәтен белә, баҡтиһәң. Тәүҙә дезинфекция кәрәк бит, абзый, ти икән. Зараза кереүе бар юғиһә организмыңа, тип тә ебәрә үҙе. Ну, ярай, тип риза булған ағайыбыҙ. Шулай бер яртыны кәккән былар. Шунан ҡыпһыуырҙы ҡы­рылып, йәй буйы ҡояш аҫтында йөрөгәнлектән төҫө уңып бөткән түбәтәйенә һөрткән дә, эшкә тотонған “стоматолог”.
– Абзый, күрһәт, ҡайһы тешең? Уны тәүҙә ҡаҡшатырға кәрәк.
Абзый күрһәткән тешен ҡыпһыуыр менән матҡып эләктереп тә ала “стоматолог”.
– Их, уныһы түгел ине бит, – тип ыңғыраша пациент, яртыһы ғына кителеп килеп сыҡҡан теште ергә быраҡтырып, араҡы тулы ҡырлы стаканға үрелгән “теш врач”ына ҡа­рап. Икенсе тапҡыр ҙа һау теште эләктерә арыу булып алған “врач”. Тик быныһы ла кителеп то­роп ҡала. Ниһайәт, өсөнсө ынтылышта ауырыу теште лә сатната һуғып, ҡыпһыуырын һөйрәп сығара был. “Стоматолог” инструментын һөйрәп алыуға, абзыйыбыҙ ике усы менән ауыҙын ҡаплап, артына ла ҡарамай, ауыл яғына һыпырта. Иртәгәһенә район үҙәгенә барып, көтөүсе сатнатҡан өс тешен һурҙырып ҡайта ағай.
Теге көтөүсегә тағы берәйһе теш алдырырға барғанмы-юҡмы, уныһы беҙгә ҡараңғы. Әммә егеткә ”теш врачы” ҡушаматы ғүмерлеккә йәбешеп ҡалды.

Иншар АСҠАРОВ.
Стәрлебаш районы....

Бер кило “фанфурик”
Әҙәбиәт / Юмор // 11-04-2017, 14:20


Бер кило “фанфурик”
Ике ҡулына китап-дәфтәр тултырылған ауыр сумкаларын күтәреп, Айгөл Булатовна икенсе өйөнән ҡайтып бара. Икенсе өйө тип ире эш урынын – мәктәбен әйтә. Бына әле лә һәр үткән дәресен, уҡыусыларының яуаптарын ҡабат иҫенә төшөрөп, үҙенсә анализ эшләп ҡуя. Кеҫәһендәге телефонының шылтырауын да ишетмәй. Хәйер, ишетергә, иртән дәрескә барғас та тауышын һүндереп ҡуя, дәрес араһында шылтыратыуҙарҙы өнәмәй ул. Кеҫәһенән ҡулъяулығын алған саҡта ғына осраҡлы рәүештә телефонының ҡыҙыл уттар ҡабыҙа-ҡабыҙа “осоп” барыуын күреп ҡалды.
...

Атай, һаумы
Әҙәбиәт / Юмор // 2-04-2017, 18:15


Атай, һаумыБеҙҙең ауылда булған хәл. Бер егет ҡаланан ҡайтып төшкән дә, өйөнә ҡайтҡас тәүҙә һарайға кергән. Шунан өйгә ингән дә: "Әсәй, атайым берәй нәмәгә үпкәләнеме әллә?" тип һорай ти. "Ниңә?", - тигән әсәһе. "haрайға индем дә," Атай, һаумы!" тиһәм боролоп та ҡарамай, туңҡайып алған да, арты менән тик тора. Алдына сығып һорашайып тиһәм боролоп тора, аптырап инеп киттем", тигән. Әсәһе һене ҡатып көлә башлаған. Көндәр һыуыҡ торас иҫке фуфайкаларын башмаҡтарына кейҙереп ҡуйған булғандар....

Мунсаларының эҫеһе юҡ
Әҙәбиәт / Юмор // 30-03-2017, 13:58


Мунсаларының эҫеһе юҡ
Оҙаҡ йылдар ҙур ҡалала йәшәп ҡайтҡан кеше ауыл тормошона, тәбиғәттең матурлығына, һауаның таҙалығына һоҡланып бөтә алмай. Ә ауыл мунсаһы ҡала кешеһе өсөн иң ҙур ҡыуаныс, кинәнес, ожмах инде.
Беҙ ҙә, шул кинәнесте тиҙерәк татырға теләп, ҡустымдың мунсаһына барырға әҙерләнәбеҙ. Һәйбәт итеп ҡунаҡ иткәндән һуң, беҙҙе мунсаға тәүге итеп ебәрергә булдылар.
– Ярай, һин бара тор, – тим иремә. – Мин хәҙер таҙа кейемдәр, таҫтамалдар алып килермен. Сабына тор.
Нурислам тиҙ генә мунсаға китте....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM