НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 13-03-2015, 10:00


МәҙәктәрСтоматология клиникаһында йәш ҡыҙ тешен яматып сыға һәм түләргә касса эргәһенә килә. Кассир:
– Ғәфү итегеҙ, һеҙгә бирер өсөн 250 һум аҡса етмәй, бәлки, пломбалар менән алыр­һығыҙ? – ти. Ҡыҙ, аптырап:
– Нимә менән? Нимәгә ул миңә? – ти.
– Һеҙ ҙә үҙ магазинығыҙҙа ҡалған аҡсаны тәмәке тоҡандырғыс йә шырпы менән ҡайтараһығыҙ бит, ә мин тартмайым, – ти кассир....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 27-02-2015, 09:56


Телефон шылтырай.
– Алло, был полициямы?
– Эйе.
– Өс көн элек һеҙҙән бер маньяҡ ҡасҡайнымы?
Полиция хеҙмәткәре асыу менән:
– Эйе, беҙҙән, шунан? Ханым, һеҙ нимә әйтергә теләйһегеҙ?
– Шуны әйтергә теләйем, ҡай­ғыр­мағыҙ, мин уны һеҙгә иртәгә ҡайтарып бирермен....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 13-02-2015, 05:14


Мәҙәктәр– Сибәркәй, әйҙә, киттек, ресторанда һыйлайым.
– Минең егетем бар, ысҡын бынан.
– Һинең егетең бармы? Ә минең фатирым, машинам, дачам һәм бик күп аҡсам бар! Матурым, һин ниңә илайһың?
– Мин әле генә егетемде ташланым.
...

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 6-02-2015, 09:31


Мәктәптән ҡайтҡан малай атаһына:
– Бөгөн мәктәптә бәләкәй генә ата-әсәләр йыйылышы бу­ла, – ти.
– Бәләкәй генә тигәне нимәне аңлата инде, улым?
– Йыйылышта һин, мин, синыф етәксеһе һәм мәктәп директоры ғына буласаҡ....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 16-01-2015, 10:12


Улы менән атаһы ат арбаһында өс-дүрт йәшник араҡы алып ҡайтып киләләр. Ҡаршыларына полиция хеҙмәткәре килеп сыҡҡан:
– Сәләм!
Арбалағы араҡыны күреп, шатлығынан йылмайып, әйтеп ҡуйған:
– Тимәк, мин өсөнсө булам?
– Юҡ, дүртенсе булаһың...
– Нисек?
– Һинең һымаҡ өс кешене эт итеп һүгеп, ҡыуып ебәрҙек инде!.....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 9-01-2015, 10:35


– Ирең ҡайҙа?
– Эт менән йөрөргә сығып китте.
– Бәй, этегеҙ өйҙә лә һуң!
– Ул уны алып сығырға онот­ҡан....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 26-12-2014, 12:04


МәҙәктәрТелефон шылтырай:
– Сәләм, Кәрим! Миңә бурысыңды ҡасан түләмәксе булаһың?
– Мин һиңә уны Нәсим аша биреп ебәрермен, улай тиҙерәк булыр.
– Юҡ-юҡ, Нәсим аша кәрәкмәй, минең уға бурысым түләнмәгән!...

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 19-12-2014, 12:10


Мәҙәктәр– Улым, – ти әсәһе, – өйҙә ниңә шул тиклем тәртипһеҙлек?
– Кисә... э-э... дуҫтарым менән бер аҙ байрам иттек.
– Ә пианино ҡайҙа булды?
– Тыңлап торорға бирҙем......

Яңы йылды – мунсала
Әҙәбиәт / Юмор // 12-12-2014, 14:14


Яңы  йылды – мунсалаБөтәбеҙ ҙә түҙемһеҙләнеп көтөп алған Яңы йыл байрамы етеүгә әллә ни күп ваҡыт та ҡалманы. Һәр беребеҙҙә ул яңы өмөттәр, нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, мөғжизәгә ышаныс менән бәйле. Ғаилә байрамы булараҡ, тап ошо байрам бөтә яҡындарҙы, туғандарҙы бер табынға йыя. Шулай ҙа Яңы йылды табын артында, ил Президентының телмәрен тыңлап, теләктәр теләп, гәлсәр бокалдарҙы күтәреп ҡаршы алмаусылар ҙа бар. Төрлө мажараларға тарып, ҡыҙыҡлы хәлдәргә ҡалыусылар уны төрлө шарттарҙа ҡаршыларға мәжбүр була. Мин дә таныштарымдан ишеткән хәл тураһында яҙырға булдым.
Халыҡта Яңы йыл кисен сафланып-пакланып ҡаршы алыу бар. Ауылдарҙа, ғәҙәттә, иртә менән мунса яғыла, хужабикәләр көнө буйы байрам табыны әҙерләү менән мәшғүл булһа, өй хужалары кәртә-аҙбар­ҙағы эштәрҙең осона тиҙерәк сығырға тырыша....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 12-12-2014, 05:27


Мәҙәктәр– Ғәйепләнеүсе Иҙрисов! Юғары белем тураһындағы дипломды һеҙ ҡайҙан һатып алдығыҙ?
– Ни… Мин… Таптым. Юлдан.
– Нисек инде таптығыҙ? Унда бит һеҙҙең исем-фамилияғыҙ яҙыл­ған...
– Яҙылһа ни.
– Улай тап килеүе мөмкин түгел.
– Ә кем әйтә мөмкин тип? Паспортты дипломды тапҡандан һуң һатып алдым. Әллә ни ҡиммәт тә булманы......


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM