НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәктәр


Биш йәшлек Зифаның ҡустыһы һорай:
– Ни өсөн беҙҙең әтәс йоморт­ҡа һалмай?
– Уның ваҡыты юҡ, – тип аңлата Зифа, – сөнки ул төндә лә, көндөҙ ҙә йырлай.

* * *
Ике ҡарт осраша.
– Ҡайҙа барҙың?
– Теш һурҙырырға.
– Өсөнсө көн генә һурҙырып ҡайттың түгелме һуң?
– Уныһында теш табибы, яңылышып, һау тешемде алған. Бөгөн һыҙлағанын алдырырға барам.
– Был юлы ла яңылыша күрмәһен инде.
– Яңылышмаясаҡ, быныһы – ауыҙымдағы һуңғы теш.

* * *
Ашханалағы меню:
«Майонезлы салат – 14 һум.
Майонезһыҙ салат – 14 һум 50 тин». Бәлки, беҙ был майонез тураһында берәй нәмә белмәйбеҙҙер, ә?

* * *
Ике һары сәсле әхирәт тутыйғо­ш ситлеге эргәһендә баҫып тора:
– Әйтеп ҡуям, – ти береһе, – мин ҡыҙылын алам.
– Ни өсөн ҡыҙылын? – ти икенсеһе.
– Йәшеле әле өлгөрмәгәндер тип уйлайым.

* * *
«Яңы башҡорт» китапханаға инә. Китаптар теҙелеп торған кәштәләргә ҡарап тора ла:
– Икмәк бармы? – тип һорай.
Китапханасы ханымдың йәне көйә:
– Нисек шулай тип һорай алаһы­ғыҙ? Был бит китапхана.
Ир сығып китә. Әммә икенсе көндө тағы инә һәм тағы шул уҡ һорауҙы бирә. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Шунан китапханасы икмәк һатып ала, бер кәштәне бушатып, шунда теҙеп ҡуя ла, был ҡылығы менән бик ҡәнәғәт булып, икмәк һораусы ирҙе көтә башлай. Бына теге ир инә һәм кәштәләрҙе иғтибар менән ҡарап сыҡҡандан һуң:
– Һөт юҡмы ни? – тип һорай.
Китапханасы, һис тә шундай һорау көтмәгәнлектән аптырашта ҡалып:
– Юҡ шул, икмәк кенә, – ти.
Ир, сырайын һытып:
– Икмәкте инде бөҙрәханаға ла килтергәндәр, – ти.

* * *
– Дауаханала яҡшы дауаландыңмы, ҡорҙаш?
– Э-й-й, һорама ла инде. Бик шәптән булманы.
– Нишләп?
– Унда бит гел ҡарт-ҡоро ята. Кәрт һуғырға ултырыу менән уйынды оноталар.

* * *
Ике элекке синыфташ осраша. Икеһе лә бик ныҡ биҙәнгән-яһан­ған, ирендәре ҡабартылған, аяҡтарында бейек үксәле туфли, бик эре һөйләшәләр. Береһе:
– Сәләм, һине күреүемә бик шатмын.
– Сәләм, сәләм, – ти икенсеһе, тағы ла өҫтәнерәк ҡарап, – мине күреүеңә мин дә бик шатмын.

Сығыу ваҡыты 19-09-2014, 06:11 | Ҡаранылар: 642
|
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Уңыш хаҡында
  • Аҡылһыҙ Мөхәббәт
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM