НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәктәр


– Атай, – ти улы, – һин бәләкәй сағыңда ҡыҙ инеңме, әллә малаймы?..

* * *
Мәҙәктәр– Улым, – ти өләсәһе Иҙелгә, – үҫкәс, кем булырға теләйһең?
– Һыу эсә торған автомат, йә телефон автоматы...
– Нисек инде? – тип аптырай өләсәһе.
– Улар бит, – ти малай, – бер нәмә лә эшләмәйенсә, аҡса ғына йотоп ултыра…

* * *
– Был сынаяҡты кем ватты? – ти әсәһе.
– Ағайым түгел, – ти ҡыҙы.
– Ә кем һуң?
– Ул кемгә һылтарға икәнен әйтмәне, – тигән ҡыҙ, иларға етешеп.

* * *
– Тағы нимә эшләп бысрандың? – тип әсәһе улын әрләй.
– Кисә Ирек, мин ҡолағас, бик ныҡ көлгәйне. Ә бөгөн үҙе ҡоланы, ә һәм мин унан тәгәрәй-тәгәрәй көлдөм...

* * *
– Әсәй, – ти улы, – һәр баланың да атаһы булырға тейеш, тигән һүҙ дөрөҫмө?
– Әлбиттә.
– Улай булғас, беҙҙең ғаиләлә ни өсөн биш бала, ә атай берәү генә?

* * *
– Улым, шуны иҫеңдә тот: тәүҙә – ҡулды, шунан һуң ғына битте йыуырға кәрәк, – ти әсәһе.
– Мин гел шулай эшләйем, әсәй. Кисә ҡулдарымды йыуҙым, бөгөн битемде йыуам.

* * *
– Әсәй, һин ҡайҙа тыуғанһың?
– Өфөлә, улым.
– Ә атайым?
– Ул Мәскәүҙә.
– Ә мин ҡайҙа?
– Һин Волгоградта тыуҙың.
– Өсөбөҙ өс ҡалала тыуғанбыҙ, шулай ҙа бер-беребеҙҙе тапҡанбыҙ. Нисек шулай булды икән? – тип аптырай малай.
* * *
– Инсаф, бар, муйыныңды йыуып сыҡ, юғиһә негрҙыҡы кеүек булған.
– Ә негрҙар муйындарының таҙамы, бысраҡмы икәнен ҡайҙан белә?
* * *
– Өләсәй, әйҙә магазинға инеп, кәнфит алайыҡ әле, – ти биш йәшлек ейәнсәре.
– Аҡсам юҡ бит әле, ҡыҙым...
– Улайһа, әйҙә берәйһенә ҡунаҡҡа барайыҡ.

* * *
2016 йыл. Дәүләт Думаһы депутаты, башҡаса бер нәмәне лә тыйып булмаясағын белгәс, эргәһендә торған этте тибеп осорҙо.
* * *
Мысыр акулалары бик күпте күргән, әммә рустарҙың: „Ҡара, ҡара, дельфиндар!” – тип ҡысҡыр­ғанынан һаман да ҡурҡалар.
* * *
– Тиҙҙән Лондонда Рәсәй банк­тары форумы асыла.
– Ә ниңә Лондонда?
– Алыҫҡа йөрөмәҫ өсөн...

Сығыу ваҡыты 11-07-2014, 11:22 | Ҡаранылар: 972
|
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр(Башҡорт телендә анекдоттар)
  • Башҡортса анекдоттар
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM