НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

"Наркоман"


Яңы йорт төҙөйбөҙ. Өмәгә туғандарым, ҡоҙаларым йыйылды, күмәкләшеп өй башын ябалар. Кискеһен Салауат ағай ҡунаҡҡа саҡырҙы. Эшселәрем ҡайтыуға мунса яғып ҡуйғайным. Тиҙ генә мунса инделәр ҙә, барыбыҙ ҙа ҡунаҡҡа йыйына башланыҡ. Тик Миҙхәт ҡоҙа, мин бармайым, башым ауыртып тора, тип ҡалды. Мин, ҡоҙа, һин бикләнеп ултыр, эскеселәр, наркомандар менән донъя тулған, бер кешегә лә ишекте асаһы булма, тип әйттем. Ул беҙҙең арттан ишекте бикләп ҡалды.
Ҡунаҡтан ҡайтыуыбыҙға, Миҙхәт ҡоҙа былай тип һөйләне: “Бер ваҡыт телевизор ҡарап ултырһам, кемдер ишек шаҡый. Мин урынымдан ҡуҙғалмай ҙа ултырам. Бер аҙҙан тәҙрәне туҡылдата башланылар, һис тә иҫем китмәй, телевизор ҡарауымды дауам итәм. Шаҡыу көсәйгәндән-көсәйә бара. Түҙмәй, тәҙрә янына барҙым һәм ҡорғанды асып ҡараным. Ни күрәм, үзбәктеке кеүек оҙон халат кейгән, башына сәллә ураған берәү баҫып тора. Үҙе йылмая, миңә ишекте асырға ымлай. Уға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом. Алкаштарҙы күп күргән бар, был эскесегә оҡшамаған, наркоман тигәндәре ошолай булалыр, өҫ-баштары, кейемдәре ҡалай ҡыҙыҡ икән, тип уйланым. Теге һаман миңә ишек асырға ҡуша. Тегенең әрһеҙлегенә аптырап торғанда, “наркоман”дың һинең улың икәнлеген аңлап ҡалдым. Урамда эңер төшкән, сәллә тигәнем таҫтамал булып сыҡты”. Радик улым мунсаға инһә, оҙаҡ итеп сабынырға ярата. Ә мин ҡунаҡҡа ҡабаланып, уның мунсаға киткәнен ҡоҙаға әйтергә онотҡанмын.

Дәмилә КИЛСЕНБАЕВА.
Мәләүез ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 7-02-2014, 16:04 | Ҡаранылар: 1354
|
  • Үҙ-үҙемде нисек әрләнем
  • Стриптиз!
  • АТАЙ
  • Башҡортса анекдоттар
  • Иғтибарһыҙлығы арҡаһында фатирына бур төшкән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM