НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

"Ите кому?"


Һуғыштан һуңғы йылдарҙа күп эш ҡул көсө менән башҡарылғанға күрә беҙҙең халыҡ, күрше урыҫ ауылдары менән, үҙҙәре әйткәнсә, “бер бригад” булып яҙғы сәсеүҙе, бесән етһә, бесәнде бергә эшләй торғайны. Бесән осоронда, башҡорт-татарҙар әҙ генә һүлпәнерәк йөрөһә, урыҫтар: “Че, татарин, мясо мало ел?” – тип көлә икән. Урыҫҡа башҡорт ни ҙә, татар ни, барыбер татарин. Урыҫтар теңкәләренә ныҡ тейгәс, былар үҙ-ара һөйләшәләр, ит үҙебеҙҙең ҡулда, ашатайыҡ әле былар­ға итте, тип. Төшкөлөккә туҡталғас, ризыҡ бүлеүсе ҡарт кешеләр һанына ҡарап итте өлөштәргә бүлеп сыға. Итен – иткә, һөйәген – һөйәккә. Урыҫ халҡын өлкәндәр аш-һыу тирәһенә яҡын ебәрмәй торғайны. Бүлеп сыҡҡас, бер һаҡҡолаҡ өлөштәргә арты менән әйләнеп баҫа. Йәнәһе, шулай ғәҙел була. Хәҙер бүлеүсе бысаҡ осо менән бер һөйәкле өлөшкә төртә лә: “Это кому?” – ти. Һаҡҡолаҡ белеп тора, “это” булғас, бер урыҫтың исемен әйтә. Хәҙер бүлеүсе итле өлөшкә төртә: “Ите кому?” – ти. “Ит” булғас, беҙҙекеләрҙең береһенең исемен әйтә. Шулай итеп, урыҫтар йәй буйы һөйәк кимерә, беҙҙең халыҡ ит ашай. Хәҙер инде урыҫтарға ҡарап: “Че, урыҫ, мясо мало ел?” – тип әйтергә генә ҡала.

Ғ. ЙЫҺАНШИН.
Ейәнсура районы,
Ҡарғалы ауылы.

Сығыу ваҡыты 7-02-2014, 16:03 | Ҡаранылар: 822
|
  • Мәҙәктәр
  • КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР
  • КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР
  • Ә һеҙҙә бесәнгә төштөләрме?
  • Еребеҙ биҙәге юғалмаһын!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM