RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡатынһыҙ аш бешереү тәртибе

07.02.2014 Ҡатынһыҙ аш бешереү тәртибе

Таҙа кәстрүл эҙләп табырға, эсенән бәләкәй улыңдың ҡатаһын алып ташларға һәм унда өс литр һыу ҡойорға.
Бер килограмм самаһы картуф әрсергә, плитаны тоҡандырырға. Кәстрүлде төртөп йыҡҡан улыңды әрләргә онотмаҫҡа, иҙәнде ҡороторға һәм яңынан кәстрүлгә һыу ҡойорға.
Һауытты ҡуйырға, улыңдың ауыҙынан картуфты тартып алырға. Уның кейемен таҙартырға, картуфты йыуырға.
Баланың ҡулынан шырпыны тартып алырға, йәһәт кенә салбарыңа ҡапҡан утты һүндерергә.
Бесәйҙе ҡыуып етеп, ауыҙынан итте тартып алырға, башына һепертке менән тондорорға һәм итте кәстрүлгә бешерергә һалырға.
Урамдан илап ингән улыңды йыуатырға, тамағына һөйәк ҡаҙалып тонсоҡҡан бесәйҙе һушына килтерергә.
Телевизор ҡарап ойоп киткән ерҙән, һикереп тороп газды һүндерергә, тәҙрәне асырға, таҫтамал менән төтөндө ҡыуырға, күршеләр­ҙе һәм янғын һүндереүселәрҙе тынысландырырға.
Һалып биргән һурпаға әйләнеп тә ҡарамаған бесәйгә йоҙроҡ күрһәтергә, кәстрүл эсенән килеп сыҡҡан кеҫә телефонын сүплеккә ташларға, улыңды, күршеләрҙе һәм янғын һүндереүселәрҙе әрләргә онотмаҫҡа.
Өҫтөңдө алмаштырырға ла, әсәһенең хәлен белергә киткән ҡатыныңды һүгә-һүгә, улыңды етәкләп ашханаға юлла­нырға.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)