НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ!


Әгәр ҙә балаларығыҙҙың Яңы йылды өйҙә ҡаршылауын теләһәгеҙ, үҙегеҙ китегеҙ.

* * *
– Ҡәҙерлем, Яңы йылға һиңә нимә бүләк итәйем?
– Уй, һөйөклөм, нимә тип әйтергә лә белмәйемсе...
– Ярай, улайһа, һиңә уйларға бер йыл ваҡыт бирәм.

* * *
– Кәрим, Яңы йылды ҡаршыларға беҙгә кил, – ти Вәли дуҫына.
– Ә ҡатының был хаҡта беләме?
– Әлбиттә! Шуның өсөн бөгөн иртәнсәк кенә хәтәр ныҡ тауыш ҡуптарҙы.

* * *
Шыршы баҙарында иғлан:
“Һатып алыусы, хәтереңә һалып ҡуй: йортоңа яһалма шыршы ҡуйһаң, һиңә ысын булмаған Ҡыш бабай яһалма бүләктәр килтерәсәк!”

* * *
Быйыл хатымды Ҡарһылыуға ебәрәсәкмен. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ ул мине аңларға тейеш.

* * *
– Йоҡларға ятыр алдынан үҙегеҙҙең бөтә етешһеҙлектәрегеҙҙе лә ишек артында ҡалдырырға кәңәш итәм, – ти табип бер иргә.
– Һеҙ, – ти ир, – минең ҡатыным быға риза булып, баҫҡыс эргәһендә йоҡлар тип уйлайһығыҙмы ни?

* * *
Эштәге һыуытҡыста «Мине ашама!» тигән яҙыу ҡуйылған ҙур ғына бәлеш тора ине.
Хәҙер унда «Миңә бәлештәр хужа түгел!» тигән яҙыулы буш тәрилкә генә ҡалған.

* * *
Күршеһе – Сәрби ҡарсыҡҡа:
– Һинең сәйеңә нисә балғалаҡ шәкәр һалырға?
– Өстө, әммә миңә күрһәтеп.

* * *
Гаремда.
– Ниңә беҙҙең әфәндебеҙ эргәбеҙгә инмәй башланы әле?
– Уның хәҙер яңы шөғөлө бар.
– Уның исеме нисек икән?
– Интернет.

* * *
«Гаишник» водителде туҡтата:
– Ниңә хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөйһөгөҙ?
– Ә һеҙ быға шат түгелме ни?

* * *
– Әйт әле дөрөҫөн, бына минең менән бергә 20 йыл йәшәү дәүерендә уйыңда ғына булһа ла бе­рәй тапҡыр хыянат иттеңме? – ти ире ҡатынына.
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, уйымда ғына бер тапҡыр ҙа булманы, – тигән ҡатын.

Сығыу ваҡыты 10-01-2014, 04:40 | Ҡаранылар: 1039
|
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM