НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Балдай татлы… вазелин

Балдай татлы… вазелин


Миңә көҙгө ураҡтан һуң дауаханаға ятырға тура килде. Палатала карауатымдың ныҡ шығырлағанын той­ҙом. Ултырһаң да шығыр-шығыр, ятһаң да. Тәүге төндә үҙемә лә, эргәлә ятҡан ауырыу­ҙарға ла йоҡо булманы. Иртәнге обход ваҡытында табипҡа шығырлауыҡ карауат тураһында әйтеп ҡуйҙым. Ул миңә: «Һин, ҡустым, ундай һорауҙар менән өлкән шәфҡәт туташына бар инде, минең башҡа эштәрем күп», – тип палатанан сығып китте.
Шәфҡәт туташына үҙемдең йомошомдо һөйләп биргәс, башҡа карауаттар юҡ, һин уны майлап ҡара, тине. Һәйбәт май тип маҡтайҙар, үҙеңдең йәки бергә ятҡан иптәштәреңдең берәй ере шығырлай икән, һөртөргә ярай, тип маҡтай-маҡтай, йылмайып, һауытты миңә тотторҙо. Банкаға һалынған матдә май тиһәң, майға оҡшамаған, бал тиһәң, балға ти­гәндәй. Был вазелин, ахыры. Шул мәлдә, апайың килгән, тинеләр. Сыҡһам, ултырғыста апайым менән ауылдашым Рәжәп ағай һөйләшеп ултыра, улар – класташтар. Мине күреү менән апайым:
– Мә, тиҙ генә әйберҙәрҙе бушат та, сумкамды алып сыҡ, миңә эшкә барып өлгөрөргә кәрәк, – тип ашыҡтырҙы. Тиҙ генә сумканы эләктереп алдым да, инеү яғына атланым. Рәжәп ағай минең арттан килә икән.
– Ҡустым, ҡулыңдағы банкала балмы әллә? – тип һорап ҡуйҙы.
Уны-быны уйламай:
– Эйе, бал, – тинем.
– Туҡта әле, энекәш, минең күптән бал ашағаным юҡ, әйҙә, булмаһа, минең палатаға инеп, сәй эсеп алайыҡ, – тип, ауылдашым инәлгәндәй итте.
– Мә, улайһа, – тип банкамды уға тотторҙом.
Апайым алып килгән тәм-том­дар­ҙы тумбочкаға тултырҙым да, тиҙ генә сумканы сығарып биреп, оҙатып ебәрҙем. Рәжәп ағайҙың сәйгә саҡырғаны иҫкә төшөп, уның янына индем. Ни күрәм, көлөргәме, иларғамы, тигәндәй, беҙҙең ағай тирләп-бешеп, теге вазелин менән рәхәтләнеп сәй эсеп ултыра.
– Ағай, һин икмәгеңә һөртөп аша, улай тәмлерәк була. Нишләп ҡалаҡ осо менән генә ашап ултыраһың?
– Әллә нисек уңайһыҙ бит әле. Ниңә үҙең ашамайһың?
– Эй, ағай, мин ул балдан туйып бөткән инде, аша әйҙә, аша, – тинем ҡыҫтап. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ағайыбыҙ бер телем икмәкте алып ҡалын ғына итеп өҫтөнә «бал» һөрттө һәм маҡтай-маҡтай сәй эсеүен дауам итте. Шул ваҡыт палаталаштары килеп инде.
– Бик ваҡытында ҡайттығыҙ, егеттәр, бына ауылдашым ми­не ҡорт балы менән һыйлай, әйҙә ултырығыҙ, сәй ҡайнаған, – тип, ағайыбыҙ өҫтәлдә ултырған стакандарға сәй яһай башланы. Егеттәр, бит-ҡулдарын йыуып, өҫтәл артына килеп ултыр­ҙы. Береһе банканы алды ла, улай-былай әйләндереп, еҫкәп ҡараны һәм:
– Шунан, Рәжәп ағай, башҡорт балы тәмлеме? – тип һорап ҡуйҙы.
– Әллә, былай нисауа, сәй менән бик шәп.
– Ә һин нимә ашағаныңды беләһеңмң?
– Нимә булһын, бал инде, – тип үҙ һүҙен һөйләй торҙо.
– Был бит, ағай, технический вазелин. Нүжәле бал менән вазелинды айырмайһың? – тип шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
Быға тиклем шым ғына ултыр­ған мин дә бүтәндәргә ҡушылып көлә башланым. Рәжәп ағай ни тип әйтергә лә белмәй, улай-былай әйләнде, ләкин һыр бирмәйенсә:
– Йә, булһа, булғандыр инде, – тип, икмәген ҙур итеп тешләп, сәй эсеүен дауам итте.

Э. ҒӘЙФУЛЛИН.
Салауат районы.

Сығыу ваҡыты 1-11-2013, 11:16 | Ҡаранылар: 1724
|
  • БҮЛӘК
  • Тормош күренештәре
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Аҡҡан һыуҙар
  • Ирҙәр һирәк илай. Үтә ҡайғырғанда…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM