НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ!


– Белеүегеҙсә, һуңғы ваҡытта евроның хаҡы һиҙелерлек кәмене. Әгәр ҙә минең миллиард евром булһа, тип күҙ алдына килтерһәм, хатта насар булып китә. Ә былай бөтәһе лә һәйбәт…

* * *
Шотландия. Ҡатыны – иренә:
– Магазинға барып ҡайт, миңә юбкамды йыуырға кәрәк.
Ире:
– Минекен кейеп тор.

* * *
Ҡайсаҡ кешегә ҡарап тораһың да, башыңда ошондай һорау тыуа: ул ысынлап та шундай ахмаҡ булып тыуғанмы, әллә берәй курс тамамланымы икән?

* * *
– Һеҙ кисә йыйылышта булдығыҙмы?
– Юҡ, мин өйҙә йоҡлауҙы хуп күрәм.

* * *
– Ҡыҙҙар, кәзәләргә асыуланмағыҙ. Үҙегеҙгә асыуланығыҙ, баҡса ҡапҡаһын ябып йөрөргә кәрәк…

* * *
Ас бесәй – иң яҡшы будильник.

* * *
– Ни өсөн бөтә модель-ҡыҙҙар­ҙың да ҡараштары йыртҡыстар­ҙыҡына оҡшаш икән?
– Туйғансы ашамағанға…

* * *
– Егеттәр, әйҙәгеҙ, объектив булайыҡ: бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа иҫәр түгел! Улар араһында холоҡһоҙҙар, аңралар, хәйләкәр­ҙәр һәм дә һары сәслеләр бар.

* * *
«Шунан, донъя бөтөүе менән нимә булып бөттө әле? Миңә ҡышҡы итектәр һатып алырғамы, әллә яҙғылары менән генә барып етергәме?»

* * *
Рәсәйҙә биш төр ир-ат йәшәй:
– матур һәм бай;
– уның ҡарауы, ул матур;
– уның ҡарауы, ул бай;
– уның ҡарауы, ул эсмәй;
– һәм башҡалар.

* * *
Элиталы йорттарҙың подъездарында ябай домофондар ғына түгел, ә домоайфондар тора ине.

* * *
«Күҙҙәремдәге тушты йыумай йоҡларға ятҡайным, иртән панда булып уяндым».

* * *
– Атай, туҡталышта машиналар иҫ киткес күп ине, ә боҙбармаҡ тап минең машинаға килеп төштө!
– Аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ. 25 йыл элек әсәйең кисәлә бер үҙе ине, ә беҙ – бишәү. Бына хәҙер уның менән тап мин йәшәйем!

* * *
Кодировкаланған ир дүрт аяҡлап өйөнә ҡайтып инә лә:
– Ҡатын! Милиция саҡырт, – ти.
– Нимә булды? – тип аптырай ҡатыны.
– Минең кодировканы аҡтарҙылар.

* * *
Кеше бер ваҡытта ла көн торошо, эш хаҡы һәм тиҙ интернет менән ҡәнәғәт булмаясаҡ.

* * *
Иҙрис Ильясович машинаһын шул тиклем насар итеп борҙо, рул­дә ҡатын-ҡыҙ ултыра, тип уйлап, эй, иҫәркәй, тинеләр.

Сығыу ваҡыты 27-09-2013, 11:25 | Ҡаранылар: 947
|
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Мәҙәктәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM