НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәктәр


Крокодилға оҡшаш...
Асия апайҙың улы Сәлим күрше рус ауылы Покровканан рус ҡыҙын кәләш итеп алды. Яҡын тирәлә башҡорт-татар ауылдары күп булғас, йән киҫәге беҙҙеңсә – башҡортса-татарса һөйләшә. Сәлим башҡа телдә түгел, үҙенең туған телендә лә күп һөйләшә торған кеше түгел. Шулай ҙа матур итеп йәшәп киттеләр, малайҙары тыуҙы, уға Аркадий тип исем ҡуштылар. Асия апай һөйөнөсөн йәшерә алмай, һәр осраған кешегә:
– Малайҙың улы тыуҙы, мин дә ейәнле булдым, – тип һөйләй.
– Ниндәй исем ҡуштығыҙ һуң? – тип һорай унан ауылдашы Хәлимә апай.
– һмм... Исемен оно­­топ торам, Рәй­­­­ханға яҡын, крокодилға ла оҡшаш, – тип, ейә­ненең исемен иҫе­нә төшөрә алмай аптырай ул. Күҙ­ҙәрен секерәйтеп шаҡтай ваҡыт торғандан һуң:
– Ә, юҡ! Иҫемә төш­тө: Аркадий! – ти Асия апай ҡыуаныслы тауыш менән.

Генералға сыҡһаммы?!

Күршебеҙҙә Лотфулла бабай менән Хаят әбей йәшәне. Бер-береһенә «Йәнем!», «Йөрәгем!», «Алтыным!» тип кенә өндәштеләр. Шулай ҙа һирәк-мирәк улар менән дә ҡыҙыҡ хәлдәр булғыланы.
Бер ваҡыт былар ат арбаһына ултырып, урманға утынға бара. Гел яҡшы кәйеф булып тормай бит инде, Хаят әбейҙең кәйефе насар, үпкәләп бара. Лотфуллаға:
– Ошо матурлығым, уңғанлығым менән генералға кейәүгә сығырлығым бар ине, «Волга»ға ғына ултырып йөрөрлөк көйөмә, ат арбаһына ултырып йөрө инде, – ти.
Лотфулла бабай тыныс ҡына тыңлағандан һуң:
– Эй, алтыным, ҡайҙа инде ул генерал, минең пинжәктәге өс төймәнең береһен дә аҙналар буйы тағып бирә алмайһың. Ә бына генерал мундирындағы 12 төймәне нисек тағыр инең? Шунан генерал минең кеүек биш түгел, бер генә тапҡыр әйтер ине. Вә-ә-т!
Был һөйләшеүҙән һуң Хаят әбей «генерал» һүҙен бер ҙә әйтмәй.

Өйрәк урынына – унты

Беҙ бәләкәй саҡта, яҙ көнө ауылдар буйлап инкубатор се­бештәре һатып йөрөйҙәр ине. Шул осорҙа Үзбәкстандан туғандарыбыҙ ҡунаҡҡа ҡайтып төштө. Радик, Рәмил исемле малайҙары менән урамдан ҡайтып инмәйбеҙ, төрлө уйындар уйнап, ваҡыт уҙҙырабыҙ. Әсәй беҙҙе:
– Әгәр урамда себештәр һатып йөрөүҙәрен күрһәгеҙ, миңә әйтегеҙ, улар бер ауылда оҙаҡ тормай, – тип киҫәтеп ҡуйҙы.
Беҙ йәшенмәк уйнайбыҙ. Шул ваҡыт Рәмил, урамдан тауыш ишетеп:
– Утки привезли, ут­ки һаталар, – тине.
Тиҙ ге­нә әсәй­гә ҡайтып әйттек. Ул тартмалар алып, магазинға ашыҡты. Беҙ ҙә әсәй менән бергә урамда осраған бер кешегә әйтә-әйтә барабыҙ. Барып етһәк, өйрәк түгел, унты һаталар икән. Һатыусы:
– Арзанға ғына һатам, алығыҙ, – тип тора. Беҙ аптырашта ҡалдыҡ. Рәмилгә лә асыуланып булмай, Ташкент малайы Себерҙә кейә торған унты тигән аяҡ кейемен ҡайҙан белһен инде. Уға унты утки булып ишетелгән. Осраш­ҡанда был хәлде әле булһа көлөшөп иҫкә алабыҙ.

Дилфәр ХӘСӘНОВ.
Ижевск ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 20-09-2013, 11:42 | Ҡаранылар: 1237
|
  • Әсә улын дүрт тиҫтәгә яҡын йыл үткәндән һуң ғына таба
  • Мәҙәктәр
  • Балалар ауыҙынан
  • Көлкөха-ха-хана
  • “Как-то неудобно бит әле”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.02.2018)
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд



  • Радио Юлдаш FM