RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР

16.08.2013 КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР

«Вода взяла»

Урыҫ кейәү башҡорт ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа килгән. Һарай тирәһендә мал тәрбиәләп, өйгә ингән. Ҡәйнәһе сәй ултыртҡан, ләкин һөттәре юҡ, ти. Кейәүе:
– Мама, вы корову не доите? – тип һораған. Ҡәйнәһенең һыйыры һыуалған булған.
– Нет, кейәү, не доим, корова вода взяла, – тигән.

«Кто в Хасаново?»

Бер ауыл инәйе автобус менән Баймаҡҡа килеп төшкән. Ҡараһа, Сибайға автобус китергә генә тора, ти. Инәй инеп тә ултырған – автобус ҡуҙғалып та киткән. Хәсән ауылына етеп килгәндә, шофер:
– Кто в Хасаново? – тип һорай икән. Иң аҙаҡ инеп ултырған инәй:
– Эй әттәгенәһе, минең фамилияны был шоферға кем әйтте икән? Билет алмаған өсөн төшөрөп ҡалдырырға уйлайҙыр, моғайын, – тип аптырап киткән.
Шофер һорауын ҡабатлағас:
– Я, Хасанова, балам, билет алам, төшөрөп кенә ҡалдырма инде, – тигән. Шофер Хәсәндә туҡтаған да инәйҙең төшкәнен көтә икән. Инәй:
– Төшмәйем, мин Сибайға барам, төшөрмә инде, билет алам, мә, аҡса, – тигәс, шофер аптырауға ҡала:
– Ну бабушка, даешь, я спросил: «Кто в Хасаново?» Ты сказала: «Я в Хасаново». А теперь не выходишь, – тигәс кенә инәй:
– Моя фамилия Хасанова, – тип аңлатҡан. Хәлде аңлаған шофер Сибайға еткәнсе көлдө, ти.

Нисек аҡсаны
ваҡлатырға?

Элегерәк беҙҙең ауылға әллә ни алыҫ түгел Тәкәһуҡҡан тигән ауыл булды. Ул урман араһында ултыра торғайны. Ә беҙҙең колхоз көтөүселәре ошо ауыл янында ғына көтөү көтөп ятты. Тәкәһуҡҡандың ете йыллыҡ мәктәбе, бай ғына магазины бар ине. Ә магазинда һатыусы – мәрйә. Көтөүселәр араһынан Х. ағай бөтөнләй уҡымаған, урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәй. Уның эре 10 һумлыҡ аҡсаһы булған, уны ваҡлатырға уйлаған. Ә урыҫса әйтә белмәгәс, Фәрит ағайҙан һораған:
– Эй ҡустым, магазинға бар ҙа һатыусыға: «Раздевайся», – тип әйт. Ул һиңә ваҡлап бирер, – тигән. Х. ағай шәп-шәп атлап, магазинға барған да:
– Эй, женщина, бажалыста, раздевайся, – тип 10 һумлығын тотторған. Һатыусы бер килке ни әйтергә белмәй аптырап тор­ған да, аңлап ҡалып:
– Ах, ты, сволочь! Я тебе сейчас разденусь! – тип һепертке менән ағайыбыҙҙы туҡмап сығарған. Беҙҙең ауылда хәҙер ҙә ошо хәлде онотмай, рәхәтләнеп көлөп һөйләйҙәр.

Музейҙа бирелгән һорау

Палеонтология музейында бер бала өләсәһе менән иҫе китеп динозаврҙар һөлдәләрен ҡарап йөрөй ҙә һорап ҡуя:
– Өләсәй, һин бәләкәй саҡта быларҙан ҡурҡып, урам­ға ла сыға алмай ултырған­һыңдыр ул?

Әсәһенең аҡсаһын йәлләгән

Әсәһе улын:
– «Бишле» билдәһе ал, – тип мәктәпкә оҙата. – Өс «бишле» алһаң, бер шоколад алып бирәм, – тигән әсәһе. Малай «икеле» билдәһе менән ҡайтып инә, әсәһе улынан һорай һала:
– Йә, улым, «бишле» алдыңмы?
– Әсәй, һинең аҡсаң әрәм булмаһын тип, «икеле» ал­дым, – тип яуаплаған улы.

Хәстәрлекле
өләсәй

– Ҡыҙым, тик ултырғансы, ойоҡ бәйләргә өйрәнер инең, – ти икән Гөлназға өләсәһе.
– Белмәйем шул, – тигән Гөлназ.
– Белмәгәндең беләге ауыртмай, ҡыҙым.
– Бына рәхмәт, өләсәй, беләгемдең ауыртҡанын теләмәйһең икән.

Уйындағы –
уйында

Петька менән иптәше аҡ­тар­ҙан ҡасып китеп баралар, ти. Улар тиҙ генә бер әбейҙең өйөнә инә. Иптәше карауат аҫтына боҫҡан, ә Петька шифоньер өҫтөнә менеп барғанда аҡтар килеп инә. Петька менеп өлгөрмәгәс:
– Эй, мин йәшенеп өлгөрмәнем дә инде, бар, сығып тороғоҙ! – тигән.

Трагедия

Математика уҡытыусыһы уҡыу­сыларға туҡһан һәм ҡырҡ һандары менән мәсьәлә төҙөргә ҡуша. Бер малай ошондай мәсьәлә төҙөй:
– Бассейнға туҡһан кеше сума, ҡырҡ кеше генә йөҙөп сыға, – тигән.
Уҡытыусы:
– Бына трагедия!

Филиә Бикмөхәмәтова,
Нурзилә Мырҙағәлина
теркәне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)