RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР

26.07.2013 КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР

«Тал кис»

Бер ауылдан Юныс тигән бер егет урыҫ байында эшләп йөрөгән. Ул ваҡытта урыҫтар Урал йылғаһы буйындағы талды утын итеп яғып көн иткән. Бер көндө бай егеткә:
– Юнуска, тал кис, – тип, балта биргән дә утын әҙерләргә ебәргән. Юныс уның ни теләгәнен аңламаған.
«Был балтаны нимәгә бирҙеләр икән? – тип аптырап торған да, – Һыу кис, тип әйтте шикелле», – тип уйлап, балтаны ҡалдырып, Урал йылғаһы буйына төшкән. Әйҙә иртәнсәктән кискә тиклем йылға буйлап тал араһынан һыу кискән был. Шулай бер аҙна буйы һыу кисеп йөрөгәндән һуң байға килгән.
– Ну, Юнуска, кистеңме? – тип һорай бай.
– Кистем, – ти икән был. Шунан былар, ат егеп, арба менән утын­ға киткән. Барып еткәс:
– Ну, Юнуска, где тал кистең? – тип һорауына, Юныс байҙы эйәртеп, ҡайҙа һыу кискәнен күрһәтә башлаған. Унда ла алып бара, ти, бында ла алып бара, ти.
– Бына ошонда кистем, бына ошонда кистем, – тип, бер аҙна буйы һыу кискән ерҙәрен күрһәткән. Урыҫ байы:
– Да-а-а, – тип баш сайҡап торған-торған да, ҡулына балта алып, талды киҫеп күрһәткән. Юныс шунда ғына үҙенә ни ҡушылғанын аңлап ҡалған.

«Ашаған, ашаған!»

Атайымдың ҡалала урыҫ дуҫы бар. Беҙ улар менән бергә йыш ҡунаҡ булабыҙ, балыҡҡа, бәшмәккә барабыҙ. Бер шулай күмәкләшеп еләккә сыҡтыҡ. Аҙыҡ та алдыҡ. Еләкле ергә барып сығып, онотолоп киткәнмен. Бер ваҡыт атайымдың дуҫы: «Дочка, ашаған, ашаған!» – тип, ҡояшҡа төртөп күрһәтеп, ҡул болғай-болғай, миңә ҡысҡыра башланы. Уның нимә тип әйтергә теләгәнен аңланым: ашарға саҡыра. Мине бала күреп, уның башҡортса һөйләшеүе ине был.

«Ты женатый»

Яңы ғына институт тамамлаған йәш ҡыҙ ауылға эш эҙләп килә. Үҙенең белемле икәнен күрһәтергә теләптер инде, урыҫса һөйләшкән. Етәксе ҡалаға киткән. Уның урынында ҡалған урынбаҫары хужаның бөгөн булмаясағын әйтә. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙ хаҡында күберәк белергә теләп:
– Ты женатый? – тип һораған.
– Чего, чего? – ҡыҙ аптырап ҡалған.
– Ты женатый? – тип, һорауын ҡабатлаған теге.
– Юҡ, ағай, мин кейәүгә сыҡмағанмын, – тип башҡортса сатнатып яуап биргән ҡыҙ.

«Вәхит один ғына»

Әрмәндәр бер башҡорт әбейендә фатирҙа йәшәгән. Уларҙың сәғәттәре туҡтаған да, әбейҙән:
– Бабушка, ваҡыт нисә? – тип һорағандар.
Инәй ҡарап тора ла, бер ҙә иҫе китмәй:
– Беҙҙә ни Вәхит один ғына инде, түбәнге остағы урамда йәшәй, – тип яуап биргән.

«Ҡомһоҙ бай»

Өләсәһе ейәненә әкиәт һөйләй икән:
– Борон-борон заманда йәшәгән, ти, ҡомһоҙ бай...
– Өләсәй, нисек инде, бай була тороп, уның ҡомо ла булмаған? – тип аптыраған малай.

Айыу менән ҡуян

Айыу магазинға китеп бара. Ҡаршыһына ҡуян килеп сыға. Айыу һорай, ти:
– Ҡуян, һин нимә алдың?
– Фотоаппарат. Уға баҫһаң, «чик-чик» итә, – тигән ҡуян. Айыу, ҡыҙығып, фотоаппарат алмаҡсы була. Онотмаҫ өсөн, шул әйбер­ҙең исемен әйтеп барған да, соҡорға ҡолап төшкән. Шул арҡала нимә алырға теләгәнен онотҡан. Тора биргәс:
– Әй, баҫһаң, «чик-чик» итә, тине бит әле! – тигән дә, мага­зин­ға килеп еткәс, һатыусыға:
– Миңә «чик-чик» иткес бирегеҙ әле! – тигән.
Һатыусы аңламай, мылтыҡ тоттороп сығарған.

«Ут булмағас»

– Марат, ниңә дәрескә әҙерләнмәй килдең? – тип һорай уҡытыусы.
– Ут юҡ ине.
– Телевизор ҡараныңмы һуң?
– Эйе, ҡараңғыла ҡараным. Яңы мультфильм күрһәттеләр.

Арыҫлан менән себеш

Йәйҙең бер эҫе көнөндә, хәлдән тайып, юл ситендә арыҫлан йәйрәп ята. Ҡаршыһына яңы ғына инкубаторҙан сыҡҡан себеш килеп сыға. Арыҫлан:
– Хәҙер мин һине ашайым! – ти.
− Юҡ, ашамай тор, мин хәҙер өйҙән һимеҙ әсәйемде алып киләм! – ти.
Арыҫлан ышанып ятып ҡала. Ә себеш юҡ та юҡ. Икенсе көндө китеп барһа, теге осрай.
– Ҡайҙа әсәйең? – ти арыҫлан. Себеш нимә тип әйтергә белмәй тора ла:
– Мин инкубаторҙан! Минең әсәйем юҡ! – тип яуап бирә.

«Телефон белешмәһе»

Күп осраҡта, телефон трубкаһын алғас, теге баштағы кешегә һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй: «Алло! Алло! Кем әле был?» – тип ҡысҡырырға тотонабыҙ. Йәки шылтыратабыҙ ҙа: «Алло, һин өйҙәме?» – тибеҙ.
Телефон тураһында һүҙ ҡуҙғат­ҡас, тағы бер ҡыҙыҡ иҫкә төштө.
Турагентлыҡта телефон шылтырай:
– Һеҙ Мысырға путевкалар һатаһығыҙмы?
– Әлбиттә.
– Ә унда ниндәй курорттар бар?
– Шәрм әл Шәйех, Хургада, Таба, Нүбәйә...
– Туҡтағыҙ, туҡта... Нүбәйә... Бына быныһы тура килә.
– Һеҙ ҡасан барырға йыйынаһығыҙ?
– Юҡ, беҙ бында кроссворд ҡына сисә инек...


Филиә Бикмөхәмәтова,
Нурзилә Мырҙағәлина теркәне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)