НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ!


– Һеҙ ниңә иҫерек килеш руль артына ултырҙығыҙ? – ти ЮХХДИ хеҙмәткәре йәш иргә.
– Үҙем ултырманым, иптәштәрем ултыртҡан...

* * *
Судья:
– Һеҙ кейәүҙәме?
– Минең ирем 15 йыл элек үлде.
– Туҡтағыҙ, туҡта... Һеҙҙең бит береhенән-береhе бәләкәй биш балағыҙ бар!
– Мин hеҙгә әйтеп торам бит инде, ирем үлде, тип. Ә үҙем, Аллаға шөкөр, иҫән-именмен...

* * *
Сит ерҙән килгән турист ҡала буйлап бик оҙаҡ йөрөй, әммә уға бер hәйкәл дә осрамай.
– Һеҙҙең ҡалала бер ҙур кеше лә тыумағанмы ни? – тип hорай ул бер малайҙан.
– Юҡ, – ти малай, – беҙҙә тик бәләкәй балалар ғына тыуа.

* * *
Көньяҡтан килгән студентҡа атаhы хат яҙа: «Улым, бер аҙ емеш-еләк hаттым да hиңә «Волга» алдым». Улы атаhына яуап ебәрә: «Атай, Өфөлә студенттар троллейбус менән уҡыр­ға йөрөй. «Волга»ла йөрөү килешмәҫ».
Бер аҙнанан атай кешенән тағы хат килгән: «Улым, бер аҙ сәскә hаттым да hиңә троллейбус алдым. Зинhар, ҡайтып ал, кешенән кәм йөрөмә!»

* * *
Ҙур ғына ойошма етәксеһе эш көнө уртаhында бер кабинетҡа килеп инә hәм:
– Эш эшләгәндә тәмәке тартмаҫҡа бойорам! – ти.
Бер хеҙмәткәр:
– Ә кем эшләй?

* * *
Армияла. Прапорщик көҙгө алдында сәсен тарай hәм, ғәжәпләнеп, эргәһендә торған hалдатҡа мөрәжәғәт итә:
– Нишләптер hуңғы арала сәсем ҡойола башланы әле...
– Бер ҙә аптырамағыҙ, иптәш прапорщик, яҙ көнө барлыҡ хайуандарҙың да йөнө ҡойола, – тигән һалдат, онотолоп китеп.

* * *
Ейәне өләсәhенән hорай:
– Өләсәй, нимә ул мөхәббәт?
– Нисек кенә тип аңлатайым икән? Мөхәббәт ул икмәк кеүек: йә уңа, йә уңмай.

* * *
Чукча Африкала hунарҙа булған батырлыҡтары менән маҡтана:
– Һуҡмаҡтан китеп барам – ҡараhам, арыҫлан! Бысағымды сығарҙым да «hә» тигәнсе тегенең ҡойроғон ҡырҡып алдым.
– Ниңә башын түгел, ә ҡойроғон?
– Эй-й, башын миңә тиклем кемдер өҙгәйне инде...

* * *
Травматология дауаханаhында операция бара:
– Доктор! Ә мин аяғымды юғалтмаясаҡмынмы?
– Ҡайҙа һаҡлайһығыҙ бит...

* * *
– Табип әфәнде! Күп итеп аҡса бирәм! Зинһар, тиҙерәк ярҙам итегеҙ инде!
– Ярай, тик аҡсаны алдан бирегеҙ, – ти табип. – Юғиhә шундай осраҡтар күп булды – кешегә ярҙам итәhең, ә ул шунан табутта мине белмәмеш тә күрмәмеш булып тик кенә ята.

Сығыу ваҡыты 12-07-2013, 10:51 | Ҡаранылар: 714
|
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM