НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ!


– Һеҙ нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?
– Мин кешеләрҙең хәлен еңеләйтәм, уларҙы бәхетле итәм.
– Ул ниндәй һөнәр һуң? Һеҙ кем булып эшләйһегеҙ?
– Мин − түләүле бәҙрәф ҡарауылсыһы.

* * *
– Наркотик бармы?
– Юҡ.
– Әгәр тапһам?
– Беҙ бик рәхмәтле булыр инек.

* * *
– Шул кәрәк һиңә, – тип үсәне ҡатын күрше ҡатынына, карауат бер минут ҡына шығырлағандан һуң тынғас.

* * *
Ике хәтерһеҙ һөйләшә:
– Һинең хәтерһеҙлегең нисәнсе дәрәжәлә?
– Беренсе.
– Ә ул нисек була?
– Бәҙрәфкә барып еткәс, ни өсөн килгәнемде онотам.
– Был әле еңел форма. Бына минең икенсе дәрәжә: барып етәм, йомошомдо йомошлайым да, ҡағыҙға үрелгәс, салбарымды сисмәгәнем иҫемә төшә.

* * *
Ҡатыны иренә шылтырата:
– Ҡәҙерлем, мин саунала... Бында нәҡ һин әйткәнсә: бер ҡыҙ ҙа юҡ – бары тик ирҙәр генә...

* * *
– Бер минут көлөү ғүмер­ҙе биш минутҡа оҙайта, тигән һүҙ дөрөҫмө икән?
– Кемдән көләһең бит… Ҡыҫҡартыуы ла мөмкин…

* * *
– Ҡатын-ҡыҙ менән нимә хаҡында һөйләшергә?
– Уның матурлығы хаҡында.
– Әгәр ул матур булмаһа?
– Ул сағында башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмһеҙлеге хаҡында.

* * *
Судья – ғәйепләнеүсегә:
– Илле мең һум хеҙмәт хаҡығыҙ менән һеҙ нисек итеп ун миллион долларлыҡ йорт төҙөй алдығыҙ? Аңлатып бирегеҙ...
– Уйларға бер аҙ ваҡыт бирәһегеҙме?
– Ете йыл етәме?!

* * *
Телевизор программаларында һәр тапшырыуға махсус тамға һуғыла башлағас, балалар ҡайһы тапшырыу­ҙың иң ҡыҙыклы икәнлеген алдан белеп тора.

* * *

– Кисә банкетта үҙеңде хайуан кеүек тотҡанһың икән!
– Эйе. Араҡы эсмәнем һәм тәмәке тартманым.

Сығыу ваҡыты 23-04-2013, 11:45 | Ҡаранылар: 564
|
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Көнләшеү хаҡында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM