НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ!


Хужа ишекте асып ебәрһә – ҡаршы­һын­да ҙу-у-у-р барабан күтәргән кеше тора.
– Һеҙгә кем кәрәк?
– Кемделер күмәләр тип әйткәйнеләр, был һеҙҙәме?
– Юҡ… Доктор, тағы өс көндән, тине.
– Ғәфү итегеҙ...
Бер нисә минуттан тағы ҡыңғырау шылтырай. Тупһала шул уҡ кеше:
– Ғәфү итегеҙ, һеҙҙә барабанды ҡалдырып тороп булмаҫмы?

* * *
Өйгә ҡайтҡаныңды көтөп торһалар – яҡшы, ә һағалап торһалар – насар.

* * *
Ленин Сталинға шылтырата:
– Нисек, «Искра»ның беренсе һаны оҡшанымы?
– Ҡағыҙы бик ҡаты, Владимир Ильич.

* * *
Бер ҡатын ҡурҡыныс төш күрә: имеш, уны бер ир баҫтыра. Бына теге ир уны ҡыуып етеп, эләктереп ала һәм шытырлатып стенаға ҡыҫа.
– Һеҙ ни эшләмәксе булаһығыҙ? – тип һорай ҡатын, ҡото алынып.
– Мин ҡайҙан беләйем, был бит һеҙҙең төшөгөҙ!

* * *
– Доктор, зинһар, ярҙам итегеҙ, йоҡом йоҡо түгел!
– Ни булды?
– Карауатҡа ятһам – аҫта кемдер бар кеүек. Карауат аҫтына төшһәм – өҫтә кемдер ята һымаҡ.
– Бик ҡатмарлы синдром. Ике-өс ай дауаланырға тура килер. Ләкин был һеҙгә бик ҡиммәткә төшәсәк.
– Доктор, мин уйлап ҡарармын.
Күпмелер ваҡыттан һуң былар тағы осраша.
– Доктор, мине күршем 10 минутта дауаланы.
– Нисек?
– Ултырып, бер ярты эстек тә, ул ка­рауат­тың аяҡтарын ҡырҡып ташланы.

* * *
– Быйыл алтынсыларҙың барыһы ла етенсегә күсте, ә һеҙҙең Вәлиегеҙ – бишенсегә. Ни эшләп улай?
– Унда уның йөрөгән ҡыҙы уҡый.

Сығыу ваҡыты 19-04-2013, 11:50 | Ҡаранылар: 598
|
  • Аферистар тоҙағында – оло кешеләр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Шайтан
  • Һынауҙарҙан ҡайырылмаһын яҙмыштар
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)



  • Радио Юлдаш FM