RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

27.01.2012 Илһам ҡошо

Һикһән йәше тулғанда Мәмәтйән ҡарт ауылға ҡайтҡайны. Юбилейы менән ҡотлап, уға ер бүләк иттеләр.
– Илебеҙ сәскә атҡанда күрһәткән хеҙмәттәрең өсөн бына һиңә, бабай, тыуған ереңдән биш гектар! – тип хужалыҡ рәйесе тантаналы итеп әйтте лә иҫкәртеп ҡуйҙы:
– Колхозда бүтән бирерҙәй нәмә юҡ.
Көтмәгәйне бындай хөрмәтте Мәмәтйән бабай. Бергилке аптырап ҡалды.
Әммә рәйестең ҡарары ҡәтғи ине:
– Теләһәң, сәскә үҫтер, теләһәң, әрем үҫтер. Ер бөгөндән һинеке!
Шул саҡ башлыҡ аҡыллы кәңәш бирҙе:
– Баҡсаңды һат, ауылға ҡайт. Һин бит ер кешеһе. Атайың да кулак булған.
Башлыҡтың һүҙе ҡарттың йөрәген елкендереп ебәрҙе. Һуңғы ваҡытта ул үҙе лә тыуған яғын һағыныуға түҙә алмай башлағайны инде. ҡарсығын ерләгәс, бигерәк тә яманһыу. Малай саҡта атаһы баҫыуында ялан аяҡ сабып йөрөгәнен төштәрендә күреп һаташа...
Ниһайәт, ул йәнә тыуған ерендә! Бөтөнләйгә ҡайтты. Колхоздың бер нисә йыл һөрөлмәй ятып, сүп-сар баҫҡан баҫыуын бүләк тип ҡабул итеп, кулак атаһының хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән ең һыҙғанып эшкә тотондо. Ерҙе еренә еткереп эшкәрткәс, пенсия аҡсаһына бынамын тигән орлоҡ алып сәсте. Мул уңыш үҫтереп һатҡас, байтаҡ ҡына табыш инде. Шул аҡсаға ауыл хужалығы өсөн кәрәк-яраҡ йүнәтте. Киләһе сәсеүгә инде ул тейешле техникала ныҡлы әҙерлек менән төштө. Кәрәкле ашламалар ҡулланды. Һөҙөмтәлә һуңғы йылдарҙа яҡын тирә төбәктә күрелмәгән уңышҡа өлгәште.
Мәмәтйән бабайҙың хеҙмәт емештәре колхоздың бер нисә уңған ҡартында дәрт уятты. Улар, йыйылышып килеп, ҡорҙаштарынан үҙҙәрен эшкә алыуҙы үтенде. Мәмәтйән ни, ҡуш ҡуллап риза булды. Шулай итеп, кооператив һымаҡ нәмә ойошто. Есеме булғас, исеме лә кәрәк бит инде Уны Мәмәтйәндең һөргөнгә оҙатылған атаһы хөрмәтенә «Кулак» тип атанылар. Бына шулай элекке «Большевик» колхозы урынына «Кулак» хужалығы барлыҡҡа килде.
Яңы хужалыҡта эштәр гөрләп бара. Сөнки унда яңыса эшләйҙәр. Урлашыу ҙа, алдашыу ҙа юҡ. Һәр кем хеҙмәтенә күрә хаҡын ала.
Тора-бара ҡарттар ғына түгел, йәштәр ҙә ғариза тотоп килә башланы «Кулак» идараһына. Ә бер көндө элекке «Большевик» рәйесенең секретары Гөлбирә туташ килгән.
– Секретарша булырға хочу! – тип ныҡышыпмы-ныҡыша был.
– Беҙҙә ундай вазифа юҡ, – тигәс, Мәмәтйән әфәнденең алдында бөтөрөлөп:
– Улайһа, мине бүләк итеп алығыҙ! – ти бит, малай, оялмай ҙа.
Мәмәтйән әфәнденең күҙе маңлайына менде.
– Нисек? – тип һораны ул, бер ни ҙә аңламай.
– Мин һеҙгә эшегеҙҙә илһам биреп торормон. Һикһән йәшлек Гётены илһамландыр­ған немец һылыуы һымаҡ.
Шунда ғына барып етте Мәмәтйән бабайыбыҙға. Ирлек хистәре ҡабынып китте унда. Шулай ҙа эсендәген тышҡа сығарманы. Бөйөк немец шағирын хөрмәт итһә лә.
– Мин бит, Гёте кеүек, шиғыр яҙмайым, – тине. – Ғүмер буйы партия-совет органдарында эшләнем.
– Яурынығыҙға илһам ҡошо ҡунмаған, тимәк.
Сибәркәйҙең был һүҙҙәре ҡарттың бөтә уй ептәрен сыуалтты…
Ахырҙа «илһам ҡошо» уның яурынына ғына түгел, башына менеп атланды – хан һарайындай коттеджында хужабикә булып алды.
Мәмәтйән әфәнде хәҙер шиғыр яҙа башлаған тип һөйләйҙәр. Яҙғандары матбуғатта күренмәһә лә, был хәбәр ысынбарлыҡҡа оҡшаған. Әле бына тағы үҙенең илһам ҡошона эйәреп, ҡайҙалыр алыҫ диңгеҙ артына осто. Сәсеү бөткәнен дә көтмәне.
Уңыш йыйыр ваҡыт еткәс кенә әйләнеп ҡайтты ул. ҡайтты ла... шаҡ ҡатты. Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы.
Ышанырлыҡмы ни? Әле ҡасан ғына күкрәп иген үҫкән уңдырышлы баҫыуҙы сүп баҫҡан. Тракторҙарҙың тегендә-бында тәгәрәп ятҡан тимер тәгәрмәстәре генә ҡалған. Һарайҙарҙың, келәттәрҙең һөлдәләре генә һерәйеп тора. Ә зиннәтле коттедж кәзә аҙбарына әйләнгән.
Күҙе аларған Мәмәтйән ишек төбөндә аунап ятҡан ярҙамсыһына абынып саҡ йығылманы. Иҫерек икән дәһә, мәлғүн.
– Нимә эшләнең һин?! – тип екерҙе уға, асыуланып, шартлар хәлгә еткән хужа.
– М… мин түгел, – тип мөңрәне тегеһе. – Х… халыҡ… «Кулак»ты раскулачивать иттеләр.
– Был ниндәй халыҡтыр инде, – тип әсенеп әйтеп ҡуйҙы Мәмәтйән ҡарт. – Ни коммунизм, ни капитализм төҙөргә теләмәй­ҙәр. Бөтә эштәре – ватыу ҙа емереү…
Шул саҡ уның илһам ҡошо ҡанаттарын елпене лә:
– Хуш, ҡартлас, мине эҙлә! – тип, ҡайҙалыр осоп китте. Көньяҡҡа, буғай.
Мәмәтйән бабай иһә төньяҡҡа – Себер яғына атланы. Атаһы юлынан. Тотҡондағы олигарх Ходорковский янына барып, шиғыр яҙып ятырға ине иҫәбе. Илһам ҡошо ныҡ ҡағылғайны шул уға. Һис оноторлоҡ түгел.
Мар. СӘЛИМ










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)