RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

18.10.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Уңышлы кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар иртән эшкә машинала елдерә. Уларҙы уңышлы өйләнмәгән ирҙәре йөрөтә.

* * *
Тәүге осрашыу. Егет – ҡыҙға:
– Ңиңә шул тиклем бейек үксәле туфли кейәһең? Көскә йөрөйһөң бит!
– Һиңә оҙон буйлы ҡыҙҙар оҡшайҙыр тип уйланым, – ти ҡыҙ.
– Юҡ, миңә аҡыллылар оҡшай, – ти егет.
– Эйе, бының өсөн мин күҙлек кейҙем, – ти ҡыҙ.

* * *
Иғлан.
„Аҡ ҡуян тиреһе һатам.
ҡуян-ҡыҙылармеец”.

* * *
Әхәт менән Вәхит төндә колхоз фермаhынан hарыҡ урларға килә. Урынға барып етеп, иң ҙур тәкәне hайлап алып, ҡасмаҡсы булғанда ғына бер hарыҡ:
– Әххә-вәххә! – тип сөскөрөп ебәрә.
– Бына бит хайуан, ул иртәгә үк беҙҙе колхоз рәйесенә hатасаҡ, хатта беҙҙең исемдәрҙе лә белә, – тип, ҡараҡтар тәкәне ташлап ҡасҡан.

* * *
Бай үҙенең хеҙмәтсеhен баҙарға hуған һатып алыр­ға ебәргән. Тегеhе hуған алып ҡайтҡас, хужаһы уны эттән алып эткә hалып hүгә икән:
– Бер барыуҙа ике эш эшләй алмайhың, hуған алғас, кәбеҫтәhен алhаң ни була?
Күп тә тормай, бай ауырып китә. Табип артынан шул уҡ хеҙмәтсеhен ебәрә.
Хеҙмәтсе табип менән бергә тағы ике кешене алып килә.
Быны күреп, бай бик ныҡ асыулана hәм:
– Ниңә был икәүҙе алып килдең? – ти.
Ә хеҙмәтсе:
– Бай ағай, мин бер юлы ике эш эшләнем: әгәр табип hауыҡтыра алмаhа, был икәү hиңә ҡәбер ҡаҙыясаҡ...

* * *
Йәш егет бер ҡыҙ артынан йүгерә.
– ҡыҙыҡай, ҡыҙыҡай!
– Нимә булды?
– Һеҙ автобуста ҡулсатырығыҙҙы онотоп ҡалдыр­ҙығыҙ шикелле!
– Ой, рәхмәт инде, ысын­лап та, онотҡанмы шул!
– Улай булғас, автобус артынан шәберәк йүгерегеҙ, алыҫ китеп өлгөрмәгәндер әле.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)