НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәктәр


Бензоколонкалағы иғлан: «Машинағыҙҙың багын тултырғансы бензин алһағыҙ, беҙ һеҙгә тағы биш литрҙы бушҡа ҡоясаҡбыҙ!»

* * *
Һары сәсле ҡыҙ әхирәтенә:
– Кисә күҙ табибына барғайным.
– Нимә тине һуң?
– «Әлифба»ны уҡырға ҡушты.

* * *
– Беләһегеҙме, хә­ҙер­ге быуын йәштәре беҙҙекенән бер нәмәһе менән дә айырылмай. Улар ҙа беҙҙең һымаҡ үҫә. Уҡырға бара, күбеһе юғары уҡыу йортон тамамлай. Тәүге тәмәкеһен тартып ҡарай. Өй­ҙән дә китеүселәр табыла. Өйләнәләр. Бала та­балар... Тик нишләптер уларҙыҡы һуңғыһынан башлана.

* * *
2050 йыл, икәү һөйләшә:
– Беләһеңме, – ти береһе, – күптән түгел джунглиҙа тәүтормош менән йәшәгән бер ҡырағай ҡәбиләне тапҡандар.
– Нимә, әллә интернеттары ла булмағанмы?
– Ул тиклем үк ҡырағай түгел инде...

* * *
Ҡыҙ бер бай йорттоң ишеген шаҡый ҙа:
– Һеҙгә бала ҡараусы кәрәкмәйме? – тип һорай.
– Беҙҙең балаларыбыҙ юҡ, – тиҙәр уға.
– Ҡайғырмағыҙ, – ти ҡыҙ, – балаларым минең менән бергә.

* * *
Бразилия футболы «йондоҙ»о Роберто Карлос Махачкаланың «Анжи» командаһы өсөн уйнай. Маладис! Хөрмәт итәм. Бына бит, кеше футболдан китергә булған һәм киткән.

* * *
– Ғәли, әйт әле, берәй ҡасан һинең был «ҡара һыҙат»ың үтерме икән?
– Әлбиттә, мин бит мәңгелек түгел!

* * *
Бишенсе синыфта уҡыусы малай «Ҡыҙыл башлыҡ» китабын 17 тапҡыр уҡып сыҡты. Әммә барыбер атаһының шкафында ятҡан шул исемдәге фильмды ҡарап, улар араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ таба алмай йонсоно.

Сығыу ваҡыты 14-06-2011, 15:26 | Ҡаранылар: 1390
|
  • Бензинға хаҡтар үҫә тип, машинанан баш тарта алаһыҒыҙмы?
  • «Көҙҙәремдә килгән бәхетем»
  • Ҙур спорт тирәләй
  • Ҙур спорт тирәләй
  • Өфөләр... ҡуян һатып байыған икән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM