НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Беҙҙең себен»

«Беҙҙең себен»


Был яҙыуымда телгә алған малайҙар хәҙер үҙҙәре атай кешеләр, балалары ла атайҙарының әлеге яҙмаларҙа иҫкә алынған йәшен уҙҙы инде. Минең яҙғандар үткән быуаттың 70-се йылдары аҙағына тура килә.

Ул ваҡытта әле ауылда тәбиғи газ юҡ, йәй көнө ашау-эсеү аласыҡта, өйҙә ашарға әҙерләһәң, себен тула...
Ауылға ҡайтҡас, бер ваҡыт аласыҡта тамаҡ ялғап, сәй эсеп ултырам. Күрше ағай алыҫтан ҡайт­ҡан, тип, өс-дүрт йәшлек күрше малай Рәмил килеп инде. Әйҙә, бергәләп сәй эсәйек, тип уны өҫтәл артына ултырттым. Сәй яһап бирҙем. Күстәнәс­тәр­ҙе тәмләп, һөйләшә-һөйләшә сәй эсәбеҙ. Шул ваҡыт малай өҫтәлгә ҡунған себендәрҙе күрҙе лә башындағы кепкаһы менән бер-икәүһен һуғып үлтер­ҙе. «Ах, Рәмил, ниңә һин беҙҙең себендәрҙе үлтерәһең, ә? Һеҙгә ингәндә мин бер ҙә һеҙҙең себендәр­ҙе үлтермәйем бит. Йүгер өйөгөҙгә, үлтергән себендәр өсөн яңы, тере себен алып кил», – тип, малайҙы шаяртып әрләйем. Ул бер аҙ ултырҙы ла, шым ғына сығып китте.
Ишек алдына тәмәке тартырға сыҡһам, Рәмил, үҙенән саҡ ҡына ҙур ағаһы менән етәкләшеп, беҙгә инеп килә.
– Ағай, бына үҙем генә тота алмағайным, ағайым менән һиңә себендәр тотоп йыйҙыҡ, – малай­ҙар бик етди төҫтә миңә шырпы ҡабы һуҙа. Ысынлап та, шырпы ҡабында себендәр гөжләгәне ишетелә.
– Бына нимә, егеттәр, – мин әйтәм, – һеҙҙең себен үлтергәнде әсәйем дә күрҙе бит, барығыҙ, себендәрегеҙҙе уға ла күрһәтегеҙ!
Улар өйгә инеп китте, арттарынан мин дә эйәрҙем.
– Инәй, инәй, бына бая аласыҡта үлтергән себендәр өсөн һеҙгә тереләрен алып килдек! – тип, шырпы ҡабын асып, себендәрҙе өйгә осороп ебәрҙеләр.

Тиргә анализ

1990 йылда миңә дауаханала ятырға тура килде. Палатала беҙ өсәү – мин, Ғәлим ағай, Рафаэль. Дауаханала тәртип шулай: иртәнге ашты ашайһың да табип билдәләгән процедураға йүнәләһең. Бер көндө иртән ашап, палатаға иртәрәк ҡайттым да, өсөбөҙҙөң дә тумбочкалар өҫтөнә табип исеменән ҡағыҙҙар яҙып һалдым. Йәнәһе, иртәгә иртүк тороп, клиник лабораторияға төшөргә һәм тирләгән тән тирен анализға тапшырырға кәрәк. Ҡағыҙҙарҙы һалдым да үҙем тиҙерәк палатанан сығып киттем. Бер аҙҙан бер нәмә лә белмәгән кешеләй палатаға инһәм, Ғәлим ағай менән Рафаэль, ҡыҙып-ҡыҙып, нисек тирләргә, тирҙе нисек тапшырырға, тип үҙ-ара һөйләшә. Уларҙың һүҙенә мин дә ҡушылдым:
– Хәҙерге заманда төрлө ауырыуҙар бик күп, бер СПИД ҡына ни тора?! Табиптар үҙҙәре лә бөтөн сирҙәрҙе йүнләп белеп бөтмәй.
Икенсе көн ике күршемдең һөйләшеүенә уянып киттем.
– Ғәлим ағай, һинең хәлдәр нисек, тирләп буламы?
– Юҡ, мырҙа, бер сәғәттән артыҡ томаланып ятам, тирләп булмай бит. Башҡа ла килмәгән, беҙгә кистән сисенмәйенсә ятырға кәрәк булған, ә беҙ...
Шул ваҡыт, был хәлгә түҙмәйенсә, ҡысҡырып көлөп ебәрҙем.

Илфат ҠӘҘЕРҒОЛОВ.
Ейәнсура районы,
Түбәнге Бикбирҙе ауылы.

Сығыу ваҡыты 12-03-2011, 19:08 | Ҡаранылар: 1662
|
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үс
  • Ике милләт себендәренең береһе − «б-з-з-з», икенсеһе «б-ҙ-ҙ-ҙ» ти
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Көлкөха-ха-хана
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM