НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Ниңә икене алманың?»

«Ниңә икене алманың?»


Бригадир булып эшләгән Миң­леғол, ҡыҙарынып-бүртенеп, ултырыштан ҡайтып инде. Атаһы колхоз хәлдәрен һораша башланы.
– Шунан, улым, эштәр барамы?
– Бара, атай, бара.
– Ултырыш нисек үтте?
– Шәп, атай, шәп. Эй «маҡтанылар» үҙемде, бер быҙау ҙа бирҙеләр.
– Һәй-бәт, – тине атаһы.
Атаһы менән улының һөйләшеүен тыңлап ултырған әсәһе лә һүҙгә ҡушылды:
– Аһ-аһ, улым, колхоз шулай быҙау таратҡас, ниңә берҙе генә алдың? Икене һорар инең, балам.
– Эй, әсәй, берәүһе лә баштан ашҡан инде уның, – тип ҡул һелтәне лә Миңлеғол тағы эшенә сығып китте.
Тик ултырышта колхоздың бөтә белгестәренән һәм малсыларынан үлгән быҙауҙарҙың хаҡын түләтеү тураһында ҡарар сығарыуҙарын әсәй кеше белмәй ине.

Мәҙинә АБДУЛЛИНА.
Стәрлебаш районы,
Үрге Шәкәр ауылы.

Сығыу ваҡыты 12-03-2011, 19:04 | Ҡаранылар: 1347
|
  • Хужа беҙҙең арала
  • Хужа беҙҙең арала
  • Етем балалар булмаһын!
  • Рәхмәт һиңә, изге йөрәкле хат ташыусы!
  • Әсә һағышы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM