НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Алма бәләһе (Юмореска)

Алма бәләһе (Юмореска)


Алма бәләһе (Юмореска)
Кискә генә алма йыйыу теләге тыу­ҙы. Тиҙ генә ике биҙрәмде тотоп баҡсаға сыҡтым. Артымдан әлеге лә баяғы бесәйем эйәрҙе. Ул ни иреккә сыҡҡас, ағас башына үрмәләй башланы. Ул менгән ағастан тап итеп елле бер алма ҡаҡ маңлайға шап итеп ҡалмаһынмы?!
Күҙҙәремә ут күренеп китте хатта. Ҡыҙыулыҡ менән тегене руссалап та, башҡортсалап та әрләй башланым.
– Дура ты, Надька! Ненор­мальная! Ҡәһәр һуҡҡан, күҙем күгәрһен генә әле!
Шул саҡ тимер ҡоймаға берәү тибеп ебәрмәһенме?!
Күршем Надяның тауышы.
– Ты сама ненормальная! Дура!
Шунда ғына аңыма килдем. Минең бесәй менән күршенең исемдәре бер бит һуң!
– Ой, Наденька, прости! Это я не к тебе! Ҡәһәр һуҡҡыр бесәй арҡаһында. Это же я к своей кошке так...
Саҡ артынан ҡыуып етеп тынысландырҙым.
Артымдан эйәреп барған теге бесәйемде ҡоймаға ҡуша бәреп ҡайтып киттем. “Бесәй бахырҙың ни ғәйебе бар инде?” – тип уйлайым аҙаҡ.
Исем ҡушҡан кешеһен туҡмарға кәрәк!
Кискеһен ирем эштән ҡайтыу менән тегегә ябырылдым. Ауыҙын асып ҡатты ла торҙо.
– Һин, алйот, ҡайҙан ул исемде таптың?!
Берәй һөйәркәңдең исемелер әле! Күрше Надянан әрләттең. Судҡа бирәм, тип яу һалды.
– Ә, шулаймы! Улай бул­ғас, ни эшләп үгеҙгә “Миш­ка”, тип исем ҡуштың әле?! Мөхәб­бәтеңде онотмаҫ өсөн­мө!? Иртәнсәк урам буйлап “Мишка! Мишка!” тип һөрәнләп көтөүгә ҡыуаһың. Кис тағы урам яңғыратып шул “Мишка”ңды саҡырып йөрөй­һөң!
Хәлдән тайып ирешеп, хәлем бөтөп иҫем китеп ултыр­ғанда Надя килеп инде.
– Я же простила уже. Не ругайтесь, пожалуйста!
Шул ваҡыт яу һалып баҡырып быҙауыбыҙ “Мишка” ҡайтты. Йөҙҙәребеҙ асылып китте. Сөнки мин башҡа уны эҙләмәҫкә анттар итеп бөткәйнем инде.
Мал да аңлай икән ул кеше хәлен. Кешеләр аңламаһа ла!

Нуридә ИЛҺАМОВА.

Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.

Сығыу ваҡыты 3-11-2018, 06:00 | Ҡаранылар: 182
|
  • Күлдәргә батам икән
  • Маруся
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Аҡса яға
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • Рухлы ла ул, маҡсатлы ла



  • Радио Юлдаш FM