НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үәт, ҡыҙыҡ! (24.10.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (24.10.2018)


Үәт, ҡыҙыҡ! (24.10.2018)
* * *
Теге донъяла ике ир һөйләшә.
– Һин нисек үлдең?
– Туңып. Ә һин?
– Көлөп.
– Һөйәркәмә барғайным. Көт­мәгәндә ире ҡайтып төштө. Һөйәркәм иренә тиҙ генә сүп биҙрәһе бирҙе. Йәнәһе, сисенгәнсе сығарып түк. Мин шул ваҡытта сығып ысҡындым. Өйгә ҡайткас, миңә ҡатын сүп һауытын һуҙа. Һауытын атып бәрҙем дә, инеп эҙләй башланым. Ҡарайым, бер кем дә юҡ. Ултырып көлдөм-көлдөм дә, ятып үлдем.
– Һыуытҡысты ҡараған булһаң, хәҙер икебеҙ ҙә иҫән булыр инек...

* * *
Айлы кистә ҡыҙ менән егет ҡапҡа төбөндә тора.
Ҡыҙ егеттән һорай.
– Бәғерем, һин нимә тураһында уйлап тораһың әле?
– Бына бит, йән киҫәккәйем, һин нимә уйлаһаң, мин дә шуны уйлайым..
– Эй, йүнһеҙ, ана нимә тураһында уйлап тораһың икән әле...

* * *
Машинала ир, ҡатыны, ҡәйнәһе баралар икән. Кинәт кенә быларҙы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре туҡтата.
– Ҡотлайым. Һеҙ – был участокта ҡағиҙәләрҙе боҙмайынса уҙған беренсе кеше. Шуның өсөн һеҙгә 1000 һум премия!
Ир ҡыуанып китә:
– Шәп булды әле был. Исмаһам, права алырмын.
– Нисек, һеҙ “право”һыҙ йөрөй­һөгөҙме ни?
Ҡатыны:
– Тыңламағыҙ уны. Иҫерек саҡта нимә һөйләгәнен белмәй бит ул!
ГАИ хеҙмәткәре иргә:
– Етмәһә, һеҙ иҫерекме ни?
Ҡәйнәһе:
– Әйттем мин һеҙгә, урланған машинала алыҫ китеп булмай тип!

Сығыу ваҡыты 22-10-2018, 08:00 | Ҡаранылар: 129
|
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (25.05.2018)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (9.03.2018)
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • Рухлы ла ул, маҡсатлы ла



  • Радио Юлдаш FM