НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үәт, ҡыҙыҡ! (22.06.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.06.2018)


Үәт, ҡыҙыҡ! (22.06.2018)
* * *
– Һинең менән танышҡандан алып йүнләп ашай ҙа, эсә лә, тарта ла алмайым, – тип зарлана ир һөйәркәһенә.
– Шул тиклем ныҡ ғашиҡ булдыңмы ни, ҡәҙерлем?
– Ғашиҡ тип ни… Һинең талаптарыңды үтәгәндән һуң йәшәргә лә аҡсам ҡалмай башланы...

* * *
Ике дуҫ осраша. Уларҙың береһе:
– Хәлдәр нисек?
– Хәлдәр шәптән түгел. Этем юғалды әле.
– Гәзиткә белдереү биреп ҡара.
– Файҙаһыҙ. Ул бит барыбер уҡый белмәй.

* * *
Аҡ бәшмәк менән мухомор ултыра икән. Ҡараһалар, бәшмәксе килә ята.
– Хәҙер бысағы менән ҡырҡа башлаясаҡ! – ти ҡурҡып аҡ бәшмәк.
– Кемдәрҙелер ҡырҡыр ҙа. Ә минең битемә итеге менән тибә инде ул, – тигән мухомор.

* * *
-– Полкка «Ивановтың атаһы үлгән» тигән телеграмма килә. Полковник янына капитанын са­ҡырта.
– Ивановтың атаһы үлгән. Был турала йомшағыраҡ итеп үҙенә әйтергә ине.
Капитан ротаны сафҡа теҙә лә, команда бирә:
– Кемдәрҙең аталары иҫән, бер аҙым алға! Иванов, һин ҡайҙа тығылаһың?

* * *
Табип кабинетында:
– Доктор, ни эшләптер гел минең тәнем ҡысыта.
– Йыуынаһығыҙмы һуң?
– Йыуынып та ҡараным инде, ай ҙа үтмәй, тағы ҡысыта.

* * *
– Улым, көн һайын дискотекаға йөрөмә, һаңғырау ҡалырһың!
– Рәхмәт, әсәй, мин ашаным инде.

Сығыу ваҡыты 26-06-2018, 06:00 | Ҡаранылар: 137
|
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Мәҙәктәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM