НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Таптылар (Юмореска)

Таптылар (Юмореска)


Таптылар (Юмореска)
Быҙау юғалған, тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә ферманы урап сыҡты. Мөдир Низам тиҙ арала малсыларҙы йыйып алды.
– Туғандар, – тине ул, ауыр тын алып. – Әйтеүе оят, ғүмерҙә булмаған хәл, йәғни «ЧП» булды. Бөтәгеҙ ҙә ишеткәндер, моғайын, бер быҙау юҡҡа сыҡты, ер йотҡанмы ни, эҙе лә күренмәй. Ҡыҫҡаһы, шул: ҡыҙыу баштан, эште ҙурға ебәрмәй, үҙебеҙ генә хәл итеп, мәсьәләне асыҡлаһаҡ, яҡшы булыр. Кемдең ниндәй шиге бар, шул хаҡта ошонда уҡ хәбәр итһәгеҙ, егеттәрсә килеп сығыр ине.
Сәлих исемле егет урынынан торҙо:
– Беҙҙең урамда йәшәгән Хәмиттең һыйыр етәкләп алып ҡайтып килгәнен бая күрше апай һөйләп торҙо.
– Ауыл халҡы шул инде, себендән фил яһар­ға тора. Күрмәгәнде – күрҙем, тотмағанды тоттом тиҙәр. Ай-һай, халыҡ боҙолдо, – тине өлкән йәштәге малсы. – Беҙ йәш ваҡытта... Ул тағы нимәлер әйтергә уҡталғайны, малсылар араһынан кемдер ҡысҡырып ебәрҙе:
– Онот йәш сағыңды, коммунистар заманын.
– Туғандар, – тип мөдир дилбегәне үҙ ҡулына алды. – Кешегә нахаҡ бәлә яҡмайыҡ. Хәмиттең үҙен саҡырайыҡ. Хәсән, иң йәше һин бит, барып алып кил әле ағайҙы.
Күп ваҡыт үтмәне, Хәсән Хәмитте мөдир алдына етәкләп тигәндәй килтереп тә баҫтырҙы.
– Мин, – тине Хәмит, тулҡынланып, – һыйыр үгеҙ һорағас, фермаға киттем. Берегеҙгә лә сер түгел, Нәсих ныҡыш кеше, үгеҙҙең дә хаҡы бар, буштың атаһы күптән үлгән, тип бер «ярты» алдырҙы. Уны икәү эстегеҙ, кәзә хәтер түгелдер бит һеҙ ҙә. Һыйырҙың эше бөткәс, ҡайтырға сыҡҡайным, ҡаршыма күрше ауылдан аты менән Фәнил осраны.
– Аңлашылды, – тине ферма мөдире, бер аҙ өндәшмәй торғас. – Быҙау табылды! – Низам кеҫәләрен ҡапшап, рөхсәт ҡағыҙын һөйрәп сығарҙы һәм ҡулын алға һуҙып өҫкә күтәрҙе.
– Иҫкә төштө, Фәнил бит эш хаҡы иҫәбенә быҙау алырға килгәйне, тегенең «ярты»һын эсеп йоҡлағас, онотолған. Егеттәр, – тине ул, йөҙөнә етди төҫ сығарып. – Эсһәк тә, уяу булайыҡ, аҡылды юғалтмайыҡ! Хәҙер таралмайбыҙ, табылған быҙауҙы йыуабыҙ. Бар әле, Хәсән, еңгәңдән бер литр алып кил...
Был минутта ауылда, Хәмит ферманан һыйыр урлаған икән, тигән хәбәр таралғайны.

Сығыу ваҡыты 11-06-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 466
|
  • Ала һыйыр мәҙәктәре
  • Һуғым (хикәйә)
  • Бер "Ока"ла - 2 быҙау!
  • Берҙәм көс тау ҙа аҡтарыр
  • Быҙау урлаусылар тотолған
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)



  • Радио Юлдаш FM