НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Өмәсе кейәү (Булған хәл)

Өмәсе кейәү (Булған хәл)


Өмәсе кейәү (Булған хәл)
Беҙҙең халыҡта бик шәп йола бар – бер-береңә ярҙам итешеү. Әйтәйек, ауылда берәү өй бурай икән, йәше-ҡарты, хәленән килгәненең барыһы ла өмәгә сыға. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, уйын-көлкө, төрлө мәрәкә хәл һөйләп, арығаныңды һиҙмәйһең дә, эш тә ырап ҡала.
Яңы ғына кәләш алған мәл. Шулай бер ваҡыт хәләл ефет менән ҡайны-ҡәйнәмдәргә ҡайтып төштөк. Йоҡлап тороп, иртән сәй-фәлән эсеп, тәнде яҙылдырып алғас, ҡайным менән тышҡа сығып, тәмәке көйрәтергә булдыҡ. Өй алдында ултырып, хәл-әхүәл һорашып, гәп һатабыҙ. Һүҙ ыңғайында түмәргә сабылған балтаны ҡараштырған булам. Хәстәрле кейәү йоҫоғонан тәмәкене сиртеп кенә ташланым да: “Ҡайны, ҡайҙа, балтаңды оҫтаханаға алып барып сарлап килтерәйем”, – мәйтәм. Ул һынаулы ҡараш ташланы ла, йә әләй­һәң, иренмәһәң бар, тине. Ен ҡотортоу шул булалыр инде ул. Ҡайтып килә инем, ҡайнымдарҙан ике-өс өй аша ғына йәшәгән Биктимер ағай ҡаршыма осраны. Ул ваҡытта беҙ таныш та түгел инек.
– Һау ғынамы, кейәү? – тине был.
– Һаумыһығыҙ, ағай, – мин әйтәм.
– Нимә менән килдең?
– Мотоцикл менән.
– Тәк, балталарыңды үткерләгәнһең икән, уныһы һәйбәт. Ҡоҙалар бая уҡ төбәккә китте инде, әйҙә, йәһәтерәк барайыҡ, бүрәнәләр йыуан, үҙҙәренә генә ауыр булыр.
Мин бер ни ҙә аңламай, аптырап киттем.
– Ағай, ниндәй бүрәнәләр?
– Ниңә, Шатмораттың өмәһенә барабыҙ, – тине лә машина эсенә инеп тә ултырҙы.
Мин Шатморат ҡайнағаның район үҙәгендә өй һалғанын беләм, ләкин ауылда ниндәй бура бурай икән, тип уйлап ҡуйҙым. Тик ағай­ҙың һүҙен йығып тормай, уның машинаһына ултырҙым.
Төбәккә килеп еткәндә эш ҡыҙғайны инде. Ҡоҙалар, егеттәр ағастарҙы әрсеп ҡуйған да тәүге ниргәне тумыралар ине. Шуғыраҡтары мәҙәктәр һөйләй, ир-ат тауышынан төбәк буйы яңғырап тора. Йөҙҙәренә текәлеп ҡарап-ҡарап алам, тик бер таныш кеше күренмәй. Шатморат ҡайнаға ла юҡ. Хужа булараҡ, юҡ-барҙы хәстәрләп йөрөй­ҙөр инде, тип тыныс­ландырҙым үҙемде. Һәм балтамды һелтәй-һелтәй тумырырға тотондом.
Һыу буйында апайҙар-еңгәләр ҡаҙан аҫтына ут яғып бешеренә. Ҡушамат менән өндәшеп, шаярып-көлөп эшләй торғас, төш ауғанын һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.
Түңәрәк яһап аш ашарға ултыр­ҙыҡ. Шул ваҡыт: “Шатморат, мә тиҙерәк туҫтағыңды тот, ҡул бешә”, – тип бер еңгә өндәшкәс, күҙем тупайып, ауыҙыма ҡапҡан бәрәңгене бөтәү килеш йотор-йотмаҫ ҡатып ҡалдым. Шатморат тигәне минең ҡайнаға түгел икәне шаҡ итеп мейемә һуҡты. Бәй, хәҙер ни эшләргә? Өйҙә мине, былай булғас, ҡайным юғалтҡандыр инде, бына һиңә балта сарла!
Ашап туйғас, тағы эшкә тотондоҡ. Шул арала апай-еңгәләр һауыт-һабаны йыуып, өйҙәренә ҡайтырға сыҡҡан.
Мин бер танышыраҡ апайға: “Апай, зинһар, ҡайныма инеп кенә әйтеп сығығыҙ әле, мине юғалтмаһындар, йәме”, – тигәс, “Ә кем һинең ҡайның?” – тип һораны.
– Арыҫлан.
Шул һүҙҙәрҙе ишетеп торған Биктимер ағай:
– Бәй-бәй, һин Рәсүл ҡоҙаның кейәүе түгелме ни? Мин бит кейәү һин булаһың тип торам! Ҡоҙа, был һинең кейәү түгелме ни, бигерәк оҡшаған бит?
– Оҡшауын оҡшаған да ул, тик минең кейәү мыйыҡһыҙ, үҙемә оҡшаған, мыйыҡ йөрөтөргә яратмай, – тип ҡытҡылдап көлөп ебәрҙе уныһы.
Биктимер ағай, бер өмәселәргә, бер миңә ҡарап:
– Һы, бигерәк оят булды бит әле, мин уны кейәү тип ашыҡтырып тороп алып килгән булам тағы, – ти.
Эстәрен тотоп көлгән өмәселәр тауышынан төбәк геү килеп торҙо.
Шулай кискә тиклем көлөшә-көлөшә бура тумырҙыҡ. Ҡайнымдың өйөнә ҡайтҡанда ул ҡапҡа төбөндә тора ине.
– Йә, кейәү балаҡай, өмә нисек үтте? – тине ул, хәйләкәр йылмайып. – Нисә ниргә ултырттығыҙ? Мин, ҡыйынһынып ҡына, ете рәт һалғанды әйттем.
– Ярай, ярай, һынатмағанһың, маладис, кемдеке – шуныҡы, – тип ғорурланып, иңбашымдан ҡосаҡлап өйгә алып инде.
Шул ваҡиға нисәмә йыл үтһә лә онотолмай. Ҡайнымдарға барған һайын Биктимер ағай осраһа, әллә ҡайҙан йылмайып: “Кейәү, әйҙә киттек бура тумырырға”, – тип ихлас күңелдән килеп күрешә.

Нур Ислам.

Сығыу ваҡыты 14-06-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 356

16 июня 2018 06:59 | queegreetBusa | Гости | ICQ: [icq]{icq}[/icq][not-icq]не указано[/not-icq]

ДА, это вразумительное сообщение, mumble windows 7 скачать а также mumble server mumble для android скачать
|
  • БҮЛӘК
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Балдай татлы… вазелин
  • КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Олатай иҫтәлеге
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM