НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Шайтан


Шайтан
“Хисмәтулла, мунсаға бара тор. Былай ҙа һуңлап киттек, миңә әле йомош менән кеше килде. Бына, кейемеңде ал. Мин һуңыраҡ килермен”, – тип өндәште ҡатын. Әҙер кейемемде тоттом да һыҙғыра-һыҙғыра мунсаға киттем. Сисенгәс, төп яҡҡа инеп, тасҡа ҡайнар һыу ҡойоп, миндек бешереп алдым. Сыжлатып эҫе һалып ебәрҙем дә ләүкәлә тир сығарып ултырмаҡсы булдым. Шул саҡ өҫкә, мейес­тең йүшкеһе яғына ҡараһам, иҫем китте, түшәм таҡтаһы буйлап ут быҙлай, төтөн еҫе лә сыҡҡан кеүек.
“Аһ, мунсабыҙ янып бара лаһа”, – тинем дә, ләүкәнән һикереп төшөп, ут баҙлаған ергә аҫтан һыу һибә башланым. Юҡ, ут шыж да быж итә, ләкин бирешергә йыйынмай. Тиҙ генә биҙрәгә һыу ҡойоп алып, аласыҡ яғына сыҡтым, яланғас көйө баҫҡыстан мунса башына менеп киттем. Мунсаның ҡыйығы ҡырын итеп ябыл­ған, кәүҙәне турайтып йөрөп булмай, шунлыҡтан шы­уышып йөрөргә тура килә. Һыулы биҙрәне арттан этә-этә шыуышып киттем. Мунса башындағы тупраҡты еүеш тәнем менән йырып китеп барам. Үҙемде хатта атакаға барған һалдат һымаҡ хис итеп ҡуйҙым. Шулай булмайса, үтә мөһим эш менән китеп барам бит. Ләңкеп кенә янған утҡа биҙрәләге һыуҙы услап һирпә торғас, янғын мәлғүнде һүндереп ҡуйҙым. “Хәрби задание үтәлде, ҡатын-командир ҡы­уана-ҡыуана маҡтар инде былай булғас. Бәлки, берәр йөҙ грамм һалып та бирер әле”, – тип уйлай-уйлай, арт менән шылышып, баҫҡыс тапҡырына килеп еттем. Бер аяғымды баҫҡысҡа ҡуйған хәлдә, икенсеһе әле мунса башында көйө, ҡапыл ҡатып ҡалдым. “Уй-у-у-й, шайтан төшөп килә!” – тигән әсе тауышҡа саҡ йығылып китмәнем. Ҡараһам, ҡатын һуштан яҙып ҡолап бара. Нисек һикереп төшкәнде белмәй ҡалдым. “Ҡурҡма, күгәрсенем, был бит мин – Хисмәтуллаң, ниндәй шайтан булһын”, – тип ҡатынды саҡ тынысландырҙым. Эскә ингәс, мине ут яҡтыһында күргән ҡатын тыйыла алмай көлә башланы. “Ни булды?” – тип аптырап һорайым тегенән. “Ана, көҙгөгә ҡара”, – ти. Ә унда... ысын мәғәнәһендә шайтанға оҡшаған ҡап-ҡара, тештәре менән күҙҙәре генә ағарып күренгән шыр яланғас ғифрит ҡарап тора ине...

Сығыу ваҡыты 14-04-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 1204
|
  • Мунсаларының эҫеһе юҡ
  • Дефицит тауар
  • Башҡаса һыҙғырмайым...
  • «Исемең мансур булмаһа…»
  • "Наркоман"
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM