НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Капитал


Капитал
Аҫылгәрәй менән ҡатыны Алмабикә донъя көтөү өсөн аҡса етмәүенә бик оҙаҡ зарланып ултырҙы. Аҡса табыу юлдарын да эҙләп ҡарай­ҙар, тик килеп сыҡмай. Шунда улдары Әбделхаҡ инде лә: «Телевизор ҡа­рағанығыҙ йәки радио тыңлағанығыҙ бармы? Унда бит аҡса табырға, матурлап капитал яһарға аңлайышлы өйрәтәләр. Барығыҙ, бында юҡты бушҡа ауҙарып ултырғанса, капитал яһағыҙ», – тип ата-әсәһен йоҡо бүлмәһенә ҡыуып сығарҙы. Ата-әсәһенең һаман да һөйләшеүҙәрен ишеткәс: «Ҡа­сан шул ләстит һатыуҙы туҡтатаһығыҙ, эшкә тотоноғоҙ, тиҙерәк капитал яһағыҙ», – тип асыуланып ҡуйҙы. Күршеләре улына капитал яһауҙары, оҙаҡламай аҡсаны ҡайҙа ҡуйыр­ға белмәүҙәре тураһында әйткән. Хатта исем дә уйлап ҡуйғандар: малай булһа – Капулла, ҡыҙ тыуһа, Конкония тип атарға булғандар. Атаһы: «Мин К. Маркстың «Ка­питал»ын бер нисә ҡат уҡып сыҡтым, унда хәҙерге капитал, йәғни баланың капиталға әйләнеүе ха­ҡында бер ни ҙә яҙылмаған. Ярай, әсәһе, улыбыҙ талап иткәс, эшләмәй булмаҫ, яҡыныраҡ ят, мин дә капиталға үҙ өлөшөмдө индерәйем», – тип, бәхетле минут-йылдарҙы көтә башланылар.

Сығыу ваҡыты 8-02-2018, 06:30 | Ҡаранылар: 222
|
  • 70 миллиард доллар капитал ситкә ”аға”
  • Инвестор өҫтөнлөккә эйә
  • Аҡсамы, әллә сертификатмы?
  • Инвестиция «яуа» ғына
  • Өс айҙа 35 миллиард доллар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр
  • Балсы ҡулынан бал тамыр



  • Радио Юлдаш FM