НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Кәңәшсе


Кәңәшсе
Ауыл халҡы өсөн үтә мөһим йыйылыш бара: иртә яҙҙан башлап ҡара көҙгә тиклем һыйыр-башмаҡтарҙы көтөргә көтөүсе билдәләү тураһында етди һөйләшеү ҡуҙғатылған. Ысынында, хәҙерге заманда көтөүсе табыу ни ауыр проблемаға әйләнде. Элегерәк көтөүселәр сиратҡа баҫып торалар ине. Әлеге ваҡытта улар юҡ. Кешеләр малдарҙы сиратлап та көтөп ҡараны – һөҙөмтәһе насар. Кемдер был эшкә ихлас тотонһа, күрше-тирәһенән, дуҫ-иштәренән насар һүҙ ишетмәҫ өсөн бар тырышлығын һала, ә берәүҙәр, ололар, үҙҙәренең мал артынан йөрөргә хәле етмәгәс, ҡалала йәшәгән бала-сағаһын ҡайтарып ҡуша. Улар мал көтә беләме ни, тороп һуғып ебәрәләр ҙә, үҙҙәре ҡолаҡсын тығып музыка тыңлап, таш өҫтөндә тик ултыралар. Улар өсөн иң мөһиме – ваҡыт үткәреү. Халыҡ һәйбәт кенә көтөүсене күрергә зар-интизар булған, күпме һораһа, шул тиклем аҡса түләргә әҙер.
Көтөүсе лә үҙ баһаһын халыҡҡа еткерергә тырышты: «Мин был ауыл кешеһе түгел, көтөүлектәрҙе, мал эсерә торған йылғаны белмәйем. Шуға күрә бик аҡыллы ғына, тыуған ерен яҡшы белгән бер кәңәшсе кәрәк булыр. Әлбиттә, ул бушҡа эшләмәҫ, уныһын үҙегеҙ ҡарағыҙ», – тине.
Әбделкәрим баҫты ла: «Беҙҙең ауыл халҡы бик уңған, мал һанын ҡыҫҡартмаҫ, был йәһәттән көтөүсегә зарланырға урын юҡ. Ауыл йәштәре ҡалаға китеп бөттө, эш юҡ. Мәктәпте яптылар, клубты һаттылар. Беҙ шул мал менән булышабыҙ, балалар хаҡына, уларҙы ҡайғыртып йәшәйбеҙ. Бала – бауыр ите, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Мәҫәлән, минең күрше Гөлъямалдың ҡыҙы ҡалала йәшәй, йылына бер тапҡыр ялға ҡайта. Әсәһенә күстәнәскә бер әсмүха сәй, өс-дүрт йөҙ грамм кәнфит алып ҡайта. Әсәһе шатлығын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, иң яҡын кешеләрен ҡыҙының күстәнәс сәйенән ауыҙ иттереп сығара. Ә ҡыҙы киткәндә 3 – 4 ҡапсыҡ ит-май тейәп алып ысҡына. Йәки Әхмәтдиҙең улы Себерҙә эшләй. Улар ни ярты машина ризыҡ тейәп китә. Алһындар – йәл түгел. Беҙ, ҡарттар, күп ашамайбыҙ, балалар асыҡмаһын, ит-майға улар интекмәһен», – тип һүҙен тамамланы.
Йыйылышты алып барыусы: «Ситкә киттегеҙ, көтөүсе һәм уға кәңәшсе тураһында һөйләшәйек», – тип иҫәртеп ҡуйҙы.
Аҡ күлдәк кейгән, муйынына галстук таҡҡан мыҡты кәүҙәле бер ир торҙо ла: «Бында күп һөйләүҙең кәрәге юҡтыр. Көтөүсе һәм уға кәңәшсе кәрәклеге бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Әле мин ҡалала булып ҡайттым. Бер вуздың ректоры менән һөйләшеп ултырғанда ҡулдары менән ике таяҡҡа таянған, ишекте саҡ асып бер ҡарт килеп инде. «Нәҡ үҙ ваҡытында килдең, Аллабирҙе олатай, – тине ректор, – ул ошонда күп йылдар ректор булып эшләгән, әле хаҡлы ялда, минең иң тоғро кәңәшсем булып тора. Уға арыу ғына эш хаҡы билдәләгәнмен, аҙнаһына 1 – 2 тапҡыр килеп, файҙалы кәңәш биреп китә. Мин уның әйткәнен үтәп, ҡул ҡуям, мисәт һуғам», – ти. Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, хәҙер көтөүсенән министрға тиклем кәңәшсе тоталар. Тимәк, ул – тормош өсөн бик кәрәкле кеше. Шулай булғас, ҡәҙерле иптәштәр, көтөүсенең һорауын тулыһынса үтәйек, эш хаҡын йәлләмәйек. Малыбыҙ туҡ, ҡараулы булыр», – тип үҙе башлап ҡулын күтәрҙе. Күптәр уның тәҡдимен хуплап ҡабул итте. Шулай итеп, көтөүсе һәм кәңәшсе билдәләнде.

Сығыу ваҡыты 6-02-2018, 09:00 | Ҡаранылар: 75
|
  • “Тырышмаһаң, көтөүсе булырһың”
  • “Көтөүсе-стоматолог”
  • Ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, халыҡ йолаларын һаҡлаусы ла
  • Кем көтөүсе булырға теләй? йәки Был эштең ояты юҡ, яуаплылығы бар
  • Көтөү - көнүҙәк ихтыяж
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында



  • Радио Юлдаш FM