НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)


Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
– Ҡатынымды осратҡан дискотеканы бер ҡасан да онотмаясаҡмын.
– Бик романтик кис булған икән…
– Май урлап тотолған бесәй шикелле хис иттем үҙемде. Мин ҡасып дискотекаға сығып киткәйнем. Ул балалар менән өйҙә ултырып ҡалғайны…
* * *
Фатима, күршеһен күреп:
– Латифа әхирәт, баҙарға бар­ған­һың икән. Нимә алдың һуң? – ти.
– Юҡ, һатып алам тиһәң, ҡайҙа ҡарама, үҙебеҙҙең магазиндағы кеүек, шул уҡ хаҡ икән...
* * *
– Хәмит, ҡайҙа шулай йүгерә-атлай китеп бараһың?
– Эшкә инде, эшкә.
– Был ваҡытта ниндәй эш, ти. Хәҙер төш етә бит!
– Эшкә һуңлағанды беләм дә ул, ә шулай ҙа төшкө ашҡа булһа ла өлгөрәйем, тим.

* * *
Бүре төлкөгә:
– Ҡуянды тыуған көнөңә саҡыр­ҙыңмы һуң? – ти.
– Юҡ, ниңә?
– Нисек инде? – тип аптырай бүре.
– Ҡуян әрһеҙ бит ул, саҡырма­һаң да үҙе килә.

* * *
Йәнлектәр үҙ-ара зарлана икән:
– Айыуҙы хужа итеп ҡуйғайныҡ, хәҙер урманда тәртип бөттө, тәртип юҡ!
Шул саҡ йәнлектәр араһынан берәү:
– Әйҙәгеҙ, ул ҡыш көнө йоҡлаған саҡта, арабыҙҙан яңы башлыҡ һайлап ҡуяйыҡ.
* * *
Ҡуяндан көлмәксе итәләр:
– Һинең ни эшләп ҡойроғоң бик ҡыҫҡа ул?
Ҡуян аптырап ҡалмай:
– Ҡыҫҡа булһа ла үҙемдеке, айыуҙа уныһы ла юҡ әле.

* * *

Бесәй эткә зарлана:
– Һинең бәләкәй булһа ла үҙ йортоң бар.
– Ниңә улай тиһең?
– Йорт ҙур булыуҙан ни мәғәнә, хужа менән өйҙәш йәшәгәс...

Тимербулат МӨХӘМӘТҠОЛОВ әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 31-01-2018, 08:00 | Ҡаранылар: 247
|
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (29.09.2017)
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында



  • Радио Юлдаш FM