НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Балнистан ҡасҡан

Балнистан ҡасҡан


Балнистан ҡасҡан
Сәмиғә әбейгә 79 йәш тулды. Йәш ҡыҙҙарҙан былайыраҡ йүгереп йөрөй ул, малын да, ҡош-ҡорт та тота. Иртә менән көрәген тотоп картуф баҡсаһына йүгерә, еләк-емеш йыйырға тау-яланға сығып китә. Ҡалай итәһең, башҡаса йәшәп өйрәнмәгән ул! Пенсиям аҙ, тип зарланғанын ғүмерҙә ишетмәҫһең. Ошо көндәрҙә тәүге бүләсәрем тыуасаҡ, тип ҡыуанып йөрөгәнендә, әбей күңелһеҙ хәлгә тарып ҡуйҙы. Эңерҙә көтөүҙән аҙашып ҡалған һыйырын ҡыуып алып ҡайтып килә ине, тыҡрыҡта ятҡан сөйлө таҡтаға баҫты.
– Ҡайһы эшкинмәгәне ташлап ҡуйған был таҡтаны, эй, хәйерһеҙ…
Фельдшер, әбейҙең ныҡ ҡына йәрәхәтләнгән аяғын күргәс, баш сайҡаны: «Дауаханаһыҙ булмаҫ, Сәмиғә инәй. Яраң былай ғына уңалмаҫ, антибиотик кәрәк. Мин уны таҙартам, бәйләйем һәм һине дауаханаға оҙатам. Йәш кеше түгел бит һин, өйөңдә ҡалдыра алмайым».
Әбейҙең ай-вайына ҡарамай, ейәне участка дауаханаһына алып китте. Юлға сығыр алдынан мал-тыуарын, донъяһын ҡарау буйынса Сәмиғә инәй һәр бер балаһына әйтеп сыҡты. «Юҡҡа борсолма, әсәй, барыһы ла яҡшы булыр. Тыныс ҡына дауалан», – тип оҙатып ҡалды уны барыһы ла.
Ике көндән район үҙәгенән попутка тотоп ҡайтып төшкән әбейгә аптыраны ауыл халҡы. Баҡһаң, Сәмиғә инәй дауахананан ҡасҡан. «Ни эшләп балниста оҙағыраҡ ятманың һуң?» – тип белеште күрше-күлән. «Палатала тик әбейҙәр, унда нимә ҡарамаҡ кәрәк. Гел ауырыу­ҙарын һөйләйҙәр, ялҡып бөттөм», – тип яуапланы әбей.
– Һинән дә олораҡ инеме палаталаштарың?
– Береһенә – 57, икенсеһенә 62 йәш булды, ахырыһы.

Сығыу ваҡыты 14-12-2017, 07:00 | Ҡаранылар: 525
|
  • “Почта Мөхәрләм”
  • Уның ғүмере – үҙе бер быуат
  • Диуаналар менән тулды донъя
  • «Беҙгә исем кәрәк»
  • Пенсияһын алдап алғандар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM