НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Хыялый иткән бәшмәк

Хыялый иткән бәшмәк


Хыялый иткән бәшмәкИшембай районында булған хәл. Бейек тауҙары, ҡуйы урмандары менән дан тотҡан ауылда Урал исемле ир бәшмәккә барып килергә булған. Иртүк кәрзинен тотоп юлға сыҡҡан. Бәхеткә күрә, ямғырҙан һуң бәшмәк күп. Ә бына ҡайһыһы ашарға яраҡлы икәнен белмәгән. Буш ҡул менән ҡайтып булмай бит инде. Ниндәйе бар – барыһын да кәрзиненә тултырған да ҡайтып киткән. Үҙенең булдыҡлылығын күрһәтәм тип, бәшмәкте йыуып, бәрәңге менән ҡыҙҙырырға булған. Бер нисәһен тәмләп тә ҡараған. Хатта был аҙыҡ үҙенә оҡшаған.
Балалары уйнап, өйөнә ҡайтһа, аталарының тәҙрәнән сығып, ишек аша инеп йөрөгәнен күреп, шаҡ ҡатҡан. Фермаға һыйыр һауырға киткән әсәһен саҡыртып алғандар. Ул, иренең хыялыйға әйләнеүенә аптырап, “Тиҙ ярҙам” саҡыртҡан. Ярты сәғәттән һуң аҡ халатлылар килеп, Уралдың аяҡ-ҡулдарын бығаулап, машинаға тейәп алып та киткән.
Ике көндән һуң ир өйөнә әйләнеп ҡайтҡан. Баҡтиһәң, ул ағыулы бәшмәк ашаған икән. Ауылда был хәл тураһында бик оҙаҡ һөйләнеләр, ә Урал башҡа бер ҡасан да бәшмәк ашамаған.

Сығыу ваҡыты 8-08-2017, 10:41 | Ҡаранылар: 153
|
  • Баһадир бәшмәк
  • Туймазы районында йәшәгән ир ғәләмәт ҙур һаңғырау бәшмәктәр тапҡан
  • Бәшмәк урынына снарядтар тапҡандар
  • Бәшмәк урынына снарядтар тапҡандар
  • Ҡоҙоҡҡа… һыйыр төшкән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM