НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)* * *
Бер ир күршеһенең ҡоймаһы янына килә лә, әкрен генә шаҡый башлай. Бер тауыш та юҡ. Нығыраҡ шаҡый – тынлыҡ. Ҡой­маның теге яғынан эт килеп сыға ла:
– Нимә шаҡыйһың, өйҙә берәү ҙә юҡ, – ти.
Ир иҫтән яҙып ҡолай. Бер ни тиклем ваҡыттан иҫенә килһә, эт һаман уға ҡарап тора.
– Һин нәмә, өрә белмәй­һеңме әллә? – тип һорай аптыраған ир.
– Беләм, әммә һине ҡурҡытҡым килмәгәйне.

* * *
Атаһы менән улы һөйләшә.
– Атай, ҡайһы бер Көнсығыш илдәрендә егеттәр өйләнгәнгә тиклем ҡатынының кем булыуын белмәй, тиҙәр…
– Ул барлыҡ илдәрҙә лә шулай, улым…
* * *
Бер ҡыҙ эшкә урынлашыр­ға килгән.
– Элекке эш урынынан ни эшләп киттегеҙ?
– Арыу сәбәпле.
– Ул ниндәй арыу тағы?
– Белмәйем, ни өсөндөр минән арынылар.

* * *
Дауаханала практикант­тың яңғыҙын ҡалдыралар.
Табип килгәс:
– Пациенттар булдымы? – тип һорай.
– Булды берәү, йүтәлдән дарыу һораны.
– Нимә бирҙең?
– Эс йомшарта торған дарыу…
– ???
– Нисек ярҙам итә әле: ана, йүтәлләргә лә ҡурҡып тора.

* * *
Бер ҡатын икенсеһенә зарлана:
– Туйҙым был ирҙән. Гел әсәһен һөйләй ҙә әсәһен һөйләй. Мин уға бар ни ҙә, юҡ ни!
– Ул һине ҡатын-ҡыҙ итеп күрмәй, улайһа. Белә­һеңме, һин шулай эшлә. Ул эштән ҡайтыуға енси теләген уятырлыҡ итеп кейен, әсәһен иҫкә лә алмаҫ! – тип кәңәш бирә әхирәте.
Кис ир ҡайтып инә, ҡара эске кейем, ҡара селтәр ойоҡ кейгән ҡатыны уны йылмайып ҡаршылай.
– Хоҙайым, ниңә былай ҡаранан кейендең?! Әсә­йем менән бер-бер хәл булдымы әллә?

* * *
Купела пассажир яңғыҙы ғына ултыра. Талаусы килеп инә лә, пистолет тоҫҡай:
– Тиҙ генә аҡсаңды сығар!
– Миндә һуҡыр бер тин дә юҡ.
– Ә ниңә шулай ҡалтыранаһың?
– Мин һеҙҙе контролер тип уйланым.

* * *
Ике әхирәт һөйләшә.
– Беләһеңме, кисә беҙ ирем менән киске ашты шәм яҡтыһында ашаныҡ…
– Ысынлапмы?! Шунан?!
– Шунан утты йүнәттек инде.

Сығыу ваҡыты 31-07-2017, 15:47 | Ҡаранылар: 384
|
  • Башҡортса анекдоттар
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Балыҡтар нимә һөйләй?
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)



  • Радио Юлдаш FM