НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үәт, ҡыҙыҡ! (16.06.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (16.06.2017)


Үәт, ҡыҙыҡ! (16.06.2017)
– Һаҡ эттәре араһында беренсе урынды алған этегеҙҙе күрергә мөмкинме?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ… Шул көндө үк уны урлап киттеләр…

* * *
Арыҫлан урманда китеп бара. Уның юлына төлкө осрай.
– Һин кем?
– Төлкө.
– Яҙып ҡуям. Иртәгә иртән ашайым. Килерһең.
Төлкө илап китеп бара.
Артабан арыҫландың юлына бүре осрай.
– Һин кем?
– Бүре.
– Яҙып ҡуям. Килерһең, иртәгә һин миңә төшкө аш булаһың!
Артабан ҡуян осрай.
– Һин кем?
– Ҡуян.
– Яҙып ҡуям. Иртәгә кискә килер­һең, һине ашайым.
– Мөмкинме килмәҫкә?
– Мөмкин. Исемлектән һыҙып бәрәм!

* * *
Хат ташыусы почта таратып йөрөй. Бер йорттоң ҡапҡаһында «Һаҡ булығыҙ, эт!» тигән яҙыуҙы уҡый. Эт күренмәгәс, эскә үк үтмәксе була. Ҡапҡанан инеүе була, эт сыйнап ебәрә.
Йорт хужаһы, асыуланып:
– Һеҙ нимә, уҡый белмәйһегеҙме әллә? Бөгөн өсөнсө кеше этемдең өҫтөнә баҫа!

* * *
Клубта егет:
– Һеҙҙе мөмкинме? – тип, ҡыҙҙы бейергә саҡыра.
– Мөмкин… Тик башта бейейек, йәме.

* * *
Сирле табипҡа килә.
– Доктор, зинһар, ярҙам итегеҙ! Бына бер ай инде төшөмә футбол уйнаған сысҡандар инә.
– Бына һеҙгә дарыу, ҡайтҡас та эсегеҙ һәм барыһы ла үтер.
– Доктор, ике көндән эсһәм яраймы? Иртәгә уларҙың финалы...

Сығыу ваҡыты 19-06-2017, 12:21 | Ҡаранылар: 284
|
  • Йорт төлкөһө лә була икән...
  • Мәҙәктәр
  • Ата ҡаҙ менән төлкө
  • Ял итергә теләүселәр өсөн
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Кем ғәйепле? (Дауамы бар)
  • «Иванушки International» төркөмөнөң йырсыһы Олег Яковлев мәрхүм булды
  • Бөрйәндә "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең 19-сы республика конкурсы башланды.
  • Гәзитебеҙҙең яңы рубрикаһы - "Аҙна фотоһүрәте"
  • Йондоҙнамә (3 – 9 июль)
  • Асыҡ ауыҙ
  • Уйланырлыҡ урын бар
  • Гормондар хәүефлеме?
  • Ҡул аҫтында ниҙәр бар?
  • Тән ғәриплеге түгел, йән ғәриплеге ҡурҡыныс



  • Радио Юлдаш FM