НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мунсаларының эҫеһе юҡ

Мунсаларының эҫеһе юҡ


Мунсаларының эҫеһе юҡ
Оҙаҡ йылдар ҙур ҡалала йәшәп ҡайтҡан кеше ауыл тормошона, тәбиғәттең матурлығына, һауаның таҙалығына һоҡланып бөтә алмай. Ә ауыл мунсаһы ҡала кешеһе өсөн иң ҙур ҡыуаныс, кинәнес, ожмах инде.
Беҙ ҙә, шул кинәнесте тиҙерәк татырға теләп, ҡустымдың мунсаһына барырға әҙерләнәбеҙ. Һәйбәт итеп ҡунаҡ иткәндән һуң, беҙҙе мунсаға тәүге итеп ебәрергә булдылар.
– Ярай, һин бара тор, – тим иремә. – Мин хәҙер таҙа кейемдәр, таҫтамалдар алып килермен. Сабына тор.
Нурислам тиҙ генә мунсаға китте.
Ҡатын-ҡыҙҙың хәбәре бөтәме ни. Арыу уҡ ҡына киленем менән ләпелдәшеп ултырғас, мин дә киттем. Алғы бүлмәгә инеп, сисенә башланым. Мунсаның төпкө яғынан иремдең аптыранған тауышы ишетелә:
– Был да булғанмы мунса? Һыу һибәм-һибәм, “шыш” та “быш” та итмәй саҡ ҡына булһа ла. Мунсаларының эҫеһе юҡ!
Мин аптырап киттем:
– Нисек инде эҫеһе юҡ? Йәй көнө булһа ла, әллә ике ҡосаҡ утын яҡтылар инде.
Тиҙ генә төпкө яҡҡа үтәм, ә унда ...
Ирем ризаһыҙ төҫ менән эләүкәлә ултыра. Эҫе парҙың еҫе лә юҡ. Ә киленемдең бөгөн генә ҡыҙҙарҙың туй күлдәге кеүек ап-аҡ итеп аҡлаған мейесе ҡап-ҡара күҙ йәштәре менән илап ултыра.
Аптырашымдан:
– Ах, һин, ах, һин, нишләттең мейесте? – тип ҡысҡырып ебәрҙем. – Ҡылғанһың бит эште. Хәҙер киленгә ни тип әйтәбеҙ инде?
– Мунсалары насар яғылған, тағы бер ҡосаҡ утын һалырға кәрәк булған,– тип үҙенекен һөйләй ир.
– Ҡайҙан килгән был белгес? – тим, ни көлөргә, ни асыуланырға белмәйенсә. – Һин бит һыуҙы пар сыға торған ергә түгел, ә төтөн сыға торған ергә һипкәнһең, бөтөн ҡоромдо мейескә ағыҙып...
– Ике ҡапҡас тора ине шул. Береһен астым да әйҙә шуға һыу һибәм, әйҙә һибәм, ә эҫе сыҡмай ҙа сыҡмай...
Шунда мин эҫе һала торған ергә бер сүмес һыуҙы һиптем дә, үҙем тиҙ генә табан ялтыраттым. Эләүкәлә Нурислам күҙҙәре аҡайып ултырып ҡалды.
Сығып хәл алғас, бер аҙҙан тағы инергә булдым. Инһәм, мунса эсе мәтрүшкә, әскелтем әрем, миндек япрағы еҫе менән тулған, ирем рәхәтләнеп арҡаһын саба, ә мунсаның эҫеһе тағы ла ике өйгә етерлек ине...

Әлфиә БИКТАШЕВА.
Баймаҡ ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 30-03-2017, 13:58 | Ҡаранылар: 344
|
  • Дефицит тауар
  • “Тимер ат”ты” йүгәнләгән һылыуҙар
  • "Наркоман"
  • Маруся
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM