RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көнсөл бисә

28.03.2017 Көнсөл бисә

Көнсөл бисәКеҫә телефондары булмаған заманда, колхоздар гөрләп торған шанлы йылдарҙа булған был хәл

Бер ағай колхозда, халыҡ әйтмешләй, урында эшләгән, машинаһы, шоферы ла булған. Сәсеү, урып-һуғыу эштәре башланһа, төндә ҡайтҡан, таң менән йәнә эшкә киткән. Бына шулай донъя һәүетемсә генә барғанда, бының ҡатынының күңеленә кемдер шом һала бит. Күрше ауылда шундай-шундай ирһеҙ бисә менән ирең гүләйт итә, йәнәһе. Бисә уйға ҡала – ире көн дә өйгә ҡайтып ҡуна ҡуныуын, түшәген һыуытҡаны юҡ. Йә төнгө сәғәт ун икелә, йә икелә ҡайт­ҡан саҡтары ла бихисап, хужа булғас, быныһы тәбиғи. Былай иҫереп тә ҡайтҡаны юҡ-юҡлыҡҡа, аҡсаһын да теүәл бирә, икенсе ергә тотона тиһәң, һиҙелер ине. Шулай ҙа теге шомло хәбәр күңелен кимерепме-кимерә. Шулай булғас, барыбер тикшереп ҡарарға кәрәк, утһыҙ төтөн булмай!
Киске сәғәт туғыҙҙарҙа, көтөү ҡайтҡандан һуң, ашығып ҡына ҡайтып ашап ултырған иренә хужабикә һынап-һынап ҡарап ала: “Үәт, хәйләкәр, мине һиҙмәҫ тип уйланымы икән?”. Күңеленә көнсөл ҡорто оялаған ҡа­тындың фантазияһы әллә ниндәй күренештәр менән тулылана, үс алыу ниәте менән янған башындағы уйҙары күҙ­ҙәрендә лә сағылыш тап­ҡандыр – ире лә быға аптырап та, ғәжәпләнеп тә ҡарай. Ашап бөткәс: “Термосҡа эҫе сәй ҡой әле, мужыт, таңға ҡәҙәре ҡайтмаҫмын. Ямғырҙар башланғансы, Ҡорикмәк яланын бөтәбеҙ, ти егеттәр. Шулар янында булам”, – ти. Иренең был һүҙҙәре көнләшеүҙән шартлар сиккә еткән бисәкәйҙең йөрәгенә кәрәсин генә һибә. Үҙе термосҡа сәй, сумкаға аҙыҡ тултыра, үҙе план ҡора – хәҙер машинаһына ултырып ҡына китһен әле, артынан шым ғына барам был ләғнәттең!
Һыйырҙарын теүәлләп, эш бөткәнсе, кис була, ҡараңғы төшә. Уның һайын ире ҡабаланмай. Телевизор ҡараған була, мәлғүн. Ана, йәнә гәзиткә йәбеште. Теге кәнтәйе менән килешкән ваҡыттың еткәнен көтә инде, аҙғын. Шул ваҡыт ире телгә килә: “Йә, ярай, кәләш, мин киттем”. Ай-һай, ҡайһылай таҫма телләнгән була, ҡәбәхәт, ғүмерҙә ҡыланмағанса, кәләштән һалдыра, ана. Йөрәге дарҫлап типкән ҡатын үҙен саҡ ҡулға алып, иренең артынан уҡ йыйына башлай.
Үс алыу теләге менән янған ҡатын велосипедҡа атланып, шым ғына баҡса артынан колхоз гараждарына юллана. Гараждарҙан теге ҡатын йәшәгән ауылға биш саҡрымлап барҙыр. Ҡайһы көндәрҙә хужаларына оҡшап өйгә ҡайтмай көтөүҙән айырылып ҡалған малды эҙләп велосипедта унар саҡрым үткән ауыл ҡатынына биш километр – ике тин – бер аҡса!



“Ана, теге аҙғын бисә йәшәгән өй ҙә күренде. Иренең машинаһы күренмәй, алыҫҡараҡ йәшергән, ахырыһы, ләғнәт. “Һулға” йөрөп, йышылып бөткән икән, ауыҙын ҡорт саҡҡыры. Бәлки, килеп етмәгәндер әле. Түҙ, йөрәгем, түҙ. Сабырлыҡтың төбө һары алтын. Ә өйҙә ут яна, тимәк, көтә тамуҡ киҫәүе бисәкәй!”.
Уңайлы урын һайлап, ипләп кенә күҙәтә башлай көнсөл бисә. Төнгө сәғәт икеләрҙә УАЗик килеп туҡтамаһынмы өй алдына! Әһә, ана берәү һикереп төштө. Ҡыуаҡ төбөндә ятып, инде ярайһы ғына ҡалтырана башлаған бисәкәйҙең ҡолағына: “Пока, сәғәт дүрттәрҙә килеп алырһың”, – тигән тауыш быраулап инә. Уғаса машина ҡуҙғалып та китә. Теге Ҡорикмәк яланы беҙҙең ауылдың көнсығышында, бынан ун саҡрымдар булыр, ҡайҙан-ҡайҙа йөрөтә бынау шофер егет нәфсеһен тыя алмаған мәлғүнде. Тауышы ҡарлыҡҡаныраҡ һымаҡ, һөйәркәһенә килер алдынан берәр стакан һалған инде, егет булған, йәнәһе, берәү. Ҡара, шофер егет тә белгән икән, ә тишмәй йөрөй. Ике туған ғына бит әле үҙе. “Апай, еҙнәм тайғаҡ юлда йөрөй”, – тип өндәшһә ни була? Ярар, хәҙер күп ҡалманы инде, эләкте нәкәнис ялан батыры! Күҙҙәрен ҡан баҫыуҙан йыртҡыс сүрәтенә ингән ҡатын һаман күҙәтә. Енәйәт өҫтөндә тоторға кәрәк был мөхәббәт сыпсыҡтарын. Күр­мәгәнегеҙҙе күрһәтәсәкмен хәҙер. Йәнә саҡ ҡына, ыштандарығыҙҙы ғына һалып бөтөгөҙ әле!
Бына ут та һүнә, ғишыҡ-ғишрәт эштәре башланды булһа кәрәк! Көнсөл ҡатын йәшен тиҙлегендә ишек алдына килеп баҫа. Алдан хәстәрләп үҙе менән алып килгән һәнәк һабы ҡулында суҡмар һымаҡ уйнай. Ишекте элгәндәр, суҡынғыр­ҙар! Аяҡ-ҡулдар хутҡа китә. Ишекте емереп алып бара бисәкәй. Бер минут тирәһе туҡылдағас, ишек асылып китмәһенме! Кем икәнен дә күреп өлгөрмәй ҡатын, йән асыуы менән тос таяғын иренең ҡаҡ маңлайына, прәме ике күҙенең араһына төшөрә. Быны көтмәгән ир ҡулына һәнәк һабы тотҡан ҡатындың күҙ төбөнә елле генә итеп берҙе һелтәй ҙә, битен ҡаплап, ҡараңғылыҡҡа сумып, юҡ була. Күҙ асып йомғансы өй хужабикәһе лә ишекте эстән бикләй һала.
Ҡәһәрең, барыһын да әйтергә ине лә, бикләнеп өлгөрҙөләр. Ярай, аҙаҡтан да ҡыҙған табала бейетер әле ул хәшәрәттәрҙе! Ә хәҙер, теге хыянатсы йәйәүләп ҡайҡансы, өйҙә булырға кәрәк! Шунда буласаҡ ҡаты һөйләшеү!
“Тимер ат”ына атлана һалып, үҙ ауылына елдерә ҡатын, нисек тә ирҙән алдараҡ ҡайтырға кәрәк! Юл һиҙелмәй ҙә ҡала. Йүгереп өйгә инеп, ут яҡтыртһа… Бәй! Ире, бер ни булмағандай, балаларын ҡосаҡлап йоҡлап ята.
Ҡатынының ут яҡтыртҡанына уянған ир: “Һин ҡайҙа булдың, кәләш, малды эҙләп йөрөнөңмө тағы?” – тип йоҡоло күҙҙәрен ыуалай. Ҡатын да ҡыҙа: “Ҡайһы арала ҡайтып еттең, ләғнәт? Ҡара һин уны, етмәһә, минән допрос алырға маташаһың!”
Ир ныҡлап уянып етеп, ныҡлабыраҡ хәләленә ҡарай: “Фю-ю-ю! Нимә булды күҙеңә, кәләш? Теге һөҙгәк быҙау һелтәнеме әллә?”.
Аптырарлыҡ та була шул. Бисәкәйенең һул яҡ күҙендә күм-күк булып “фонарь” балҡый. Ә иренең битенә, һәнәк һабы түгел, себен дә ҡағылмаған хатта. Ни эшләһен, ҡатынға бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй һөйләүҙән башҡа сара ҡалмай.
Ире көлөп туҡтай ҙа: “Их, кәләшем-кәләшем, бөгөн Ҡорикмәк яланына минең урынға агроном барам тигәйне. Эшем бар, ағай, шоферың менән машинаңды ла биреп тор, тигәс, ризалаштым”, – ти.
Иртәгәһенә агроном эшкә сыҡмай. “Төндә комбайнға менгән саҡта осоп төшөп, башын ярған, имеш. Таң алдынан балнисҡа алып киткәндәр. Бисәһе лә эйәреп киткән икән. Бер-ике көн янында булыр әле”, – тигән хәбәр тарала ауылда. Быны ишеткән көнсөл ҡатын менән ир генә, бер-береһенә серле ҡарап, йылмайып ҡуялар.

Иншар АСҠАРОВ.
Стәрлебаш районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)