RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәҙәк тоҡсайы

25.01.2017 Мәҙәк тоҡсайы

Мәҙәк тоҡсайыХөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Тормош тик сәйәсәт, иҡтисад һәм аҡсанан ғына тормай, унда күңелең булғансы көлөүгә лә урын булырға тейеш. Тиккә генә көлөүҙең сәләмәтлеккә файҙаһы тураһында һөйләмәйҙәр бит. Тултырғансы берҙе көлөп алһаң, күңел асыла, йәшәүҙәре еңелерәк булып китә. Арабыҙҙа хужа Насретдинға тиң кешеләр аҙ түгел, холоҡ-фиғелдәре, һөйләгәндәре менән лаҡаптар, ҡушаматтар барлыҡҡа килтереүселәр бик хисап. Уларҙың барыһы ла ябай халыҡ араһынан һәм халыҡ тураһында булыуы менән ҡәҙерле.
һеҙҙең иғтибарығыҙға “мәҙәк тоҡсайы”нан бер нисә ауыл мәҙәге тәҡдим итәбеҙ һәм киләсәктә һеҙҙән дә көлкөлө тарихтар көтөп ҡалабыҙ.


Бейей-бейей беги, әйҙә!
Бик күп йыл элек булған хәл был.
Беҙҙең ауыл яҡтарында бер нисә урыҫ утары бар. Шуларҙың береһе – Черниговка. Беҙҙеңсә – Торай.
Бер көндө Бикестән ике малай арыуыҡ арала ятҡан Дауыт-Ҡайып һәм Ҡаҙармалағы (Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылының икенсе исеме) туғандарына барырға сыҡҡан. Йәйәү, әлбиттә. Терәлеп тигәндәй торған күрше Теләүембәттән һуң баяғы Торайҙы үтергә кәрәк бит инде. Унда урыҫ малайҙарының ҡаршы сығыуы ла ихтимал. Бәйләнеүҙәре лә мөмкин. Тап шулай булған да. Бер нисә үҫмер урыҫ уратып алған был Бикес малайҙарын. Береһенең ҡайышын систереп алғандар. Уратып-уратып йөрөгәс, туҡмарға йәлләгәндәрмелер, талап алырлыҡ башҡа әйберҙәре булмағанмылыр, урыҫтарҙың береһе:
– Беги! – тип төрткән тегеләргә.
Һы, беҙҙең малайҙар аптырай төшкән. Бер-береһенә ҡарашҡан. Беги тек беги.
– Бейе, ти бит, әйҙә, таҡмаҡ әйт, – ти икән береһе икенсеһенә.
Шунан былар таҡмаҡ әйтә-әйтә, ҡара ерҙә саң борҡотоп бейергә төшкән. Урыҫ малай­ҙарының күҙҙәре аҡайып киткән, ауыҙҙары асылған.
Һаман ҡабатлай, ти, үҙҙәре:
– Беги, беги!
Бикес малайҙары уның һайын дәртләнеберәк таҡмаҡ әйтеп, киңерәк майҙанды уратыңҡырап бейей, ти. Ҡарап торһаң, тамаша инде!
Ахырҙа, урыҫтар таралышҡан. Беҙҙекеләр туйғансы бейеп, кәйефтәре күтәрелеп, ары атлаған. Урыҫса “беги” беҙҙеңсә “йүгер, ҡас” тигәнде аңлатҡанын ул саҡта (күп булһа, 6 – 7 йәш булғандыр) белмәһәләр ҙә, бирешмәгәндәр.
Хәҙер инде Дим һәм Ғәфүр ағайҙар баҡыйлыҡҡа күсте. Таҡмаҡ әйтеп бейеп, урыҫ малай­ҙарының ауыҙын астырҙыҡ, тип ауылға ҡайтып үҙҙәре һөйләгән мәҙәктәре ҡалды.

Айсын АҠБУЛАТОВА.
(Күгәрсен районының Бикес ауылында йәшәүсе З. Ишемғоловтан яҙып алынды).

“Һин шуға оҡшамаһын өсөн”
Бер ағай балаһына исем ҡуштырып, таныҡлыҡ яҙҙырырға ауыл советына барған да, ҡатыны әйтеп ебәргән исемде онотҡан да ҡуйған. Оҙаҡ уйлап ултыра торғас, икенсе исем иҫенә төшкән, шуны яҙҙырып ҡайтып китҡән. Ҡайтҡас, ҡатыны, көйөп: “Ни эшләп бер йүнһеҙ ҡатындың исемен яҙҙырҙың инде, башың эшләмәйме әллә?” – тигән.
– Ярай әле башым эшләп, һин шуға оҡшап китмәһен тип, гел иҫеңдә генә торһон өсөн специально яҙҙырып ҡайттым. Исемен әйткән һайын “Аллам һаҡлаһын, әстәғәфирулла тәүбә! Хоҙай мине уға оҡшатып ҡуйма, зинһар!” тип кенә уҡынып йөрө! – тип яуаплаған.

“Мин Любимовҡа ултырам”
Апайым йәш саҡта Любимов фамилиялы егет менән дуҫлашып йөрөнө. Ауылға ҡайтҡас, ялдан һуң эшенә кире китергә кәрәк бит инде. Үткенсе машина көтәбеҙ. Элек бар өмөт шул транспортҡа ғына ине. Әсәйем машинаны туҡтатһа, апайым ултырмай ҙа ҡуя. Әсәйебеҙ: “Любой транспортҡа ултыр, бынан кискә тағы ниндәй машинаға өмөт итәһең?” – тип асыулана башланы.
Апайым эре генә: “Миңә любой машина кәрәкмәй, Любимовтың машинаһына ғына ултырып китәсәкмен”, – тип ауыҙын йомдорҙо ла ҡуйҙы. Әсәйебеҙ, көрһөнөп кенә: “Баштан шулай тиергә кәрәк ине, мин ҡайҙан беләйем һинең нимә уйлағаныңды?” – тип кире өйгә инеп китте. Любимов та оҙаҡ көттөрмәне. Аҙаҡ әсәйем гел көлөп: “Һеҙ ҙә ошо юлда любимыйҙарығыҙҙы көтөп торорһоғоҙмо икән?” – ти торғайны.

“Ялтыратып бирәйем”
Ауылда күршебеҙҙә генә бер ғаилә йәшәне. Гел малайҙар ине. Үҙҙәре сос, эшкә егәрле булдылар, тип һөйләй ине атайым. Исемдәрен онотоп та бөттө ул аҙаҡ, бутай башланы. Шул саҡта “Теге серек йомортҡаларын алмаға алмаштыр­ған малай, кәнфитен ялтыратып биргән малай”, – тип иҫкә алыр ине. Эш былай булған.
Ҡустыһына йома көндө юлда күрше әбей осрап, камзулынан кәнфит алып тоттороп киткән. Был бала кәнфитен асып ҡабам ғына тиһә, алдында ағаһы тора, ти: “Ҡана, ҡустым, кәнфитеңде ялтыратып ҡына бирәйем дә, ашарһың”, – тигән дә алып имә башлаған. Аҙаҡ: “Мә, ҡалғанын үҙең ялтыратып ҡуйырһың”, – тип кире тоттороп киткәнен кемдер күреп торған, имеш.

Нуриҙә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.

Бәпес
(Юмореска)

– Уф, бәпесем, уф, бәпесем! Шуны уйлап, тамам йөрәгем бөттө. – Йәнәшәмдә ултырған ҡатын уфылдығы сыҡты. Унан сумкаһынан дарыуын алып ҡапты, йөрәк тирәһен тотто. – Ней, телефонын алмай, әллә бер-бер хәл булдымы икән? Күптән тауышын ишеткән юҡ.
– Ысынмы? – Эргәһендә ултырғаны, әхирәте булдымы икән, хафаланып һораны. – Һуңғы тапҡыр ҡасан һөйләштегеҙ һуң?
– Кисә кис!
– Ҡайһылай оҙаҡ ваҡыт үткән!
Ул арала ҡатындың ҡулындағы телефоны “Был бәпесең, был бәпесең” тигән матур йыр һуҙҙы.
– Алло, алло, бәпесем, һинме был? Әллә һин түгелме? Ни хәлдә генәһең? Эй, Хоҙайым, иҫәнһең! Тауышың бер ҙә һинекенә оҡшамаған... Ысынлап та һинме? Әллә илайһың инде? Һөйләшеүең икенсе, тымау тейҙеме әллә? Ай, Алла! Улай булғас, берүк ауыҙыңды асып йөрөмә, зинһар өсөн, үҙеңде һаҡлай күр, бар, дауалан, үлергә итәһеңме! Улай, тимә, бәпесем. һаулығыңды ҡара. Йоҡларға тырыш, йоҡо – иң ҙур дауа. Теләһә кем эш ҡуша тип, һеперелеп йөрөмә, һинән башҡалар ҙа етерлек.
Бөгөн нисек йоҡланың? Әбижәйт итмәйҙәрме? Бая ла телефоныңды һүндерҙең дә ҡуйҙың. Өшө­мәй­һеңме, ас йөрөмәйһеңме? Әй, онотоп торам, шоколад нисек булды, оҡшанымы? Ярай, улай булһа… Ә вафли, хәлүә? Һин улай иптәштәреңә бик муллама инде. Теләһә кемгә таратып бөтмә, үҙең генә аҙлап аша. Бында ҡырҡ ата балаһын туйҙырып ятырға Әндрәй ҡаҙнаһы юҡ.
Ярай, бәпесем, матур ғына йөрө инде. Күп ҡалманы инде, күбенә түҙгәс, аҙына түҙерһең. Тағы посылка һалайыммы? Нимә һалайым? Кәнфит, тиһеңме? Ә-ә-ә, иҫемә төштө, һин бит сникерс ярата торғайның. Уныһын да һалырмын, йәме, бәпесем, тик һин матур ғына йөрө инде. Шылтыратып тор.
Ярай, бәпесем, тиҙҙән атайың менән яныңа барырбыҙ. Үбәм, үҙеңде ҡайтҡас, ҡоймаҡ ҡойоп, бәлеш бешереп кенә һыйлармын. Ҡара уны, ҡалын кейенеп йөрө, ҡайтҡас, ҡолағыңды борормон юғиһә…
Шул урында, күрәһең, бәйләнеш өҙөлдө. Ҡатын, асырғанып, “алло, алло” тине лә телефон төймәләренә баҫҡыланы.
– Юҡ, алмай. Хоҙайым, Ал­лаҡайым, кеше менән һөйләшергә форсат та бирмәйҙәр, әҙәм түгелдәрҙер, йөрәктәре юҡтыр, – тип кемделер әрләп тә алды. Унан йөрәк тәңгәлен тотоп, йәнә бер нисә дарыу төймәһен ҡапты.
Юлдашымды йәлләп, йөрәгем өҙөлдө. Меҫкен әсә! Бала тип ана нисек ут йота.
– Бәпесең балниста ятамы әллә? – тип һорайым унан.
– Юҡсы, армияла хеҙмәт итә. – Ул миңә сәйер генә ҡараш ташланы. – Илде һаҡлай. Бына һеҙҙең кеүектәр тыныс йоҡлаһын өсөн.

Венер ИСХАҠОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)