RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡаҙаҡтарҙы көлдөрҙөк

16.09.2016 Ҡаҙаҡтарҙы көлдөрҙөк

Ҡаҙаҡтарҙы көлдөрҙөк
Башҡорт асыҡ КВН лигаһының йыйылма командаһы егеттәре Астана акимы (мэры) кубогында ҡатнашып ҡайтты. Буш ҡайтманы беҙҙекеләр – махсус призға эйә булдылар.
Хәтерегеҙҙәме икән, августа Ҡаҙағстандың ҠаҙИИТУ командаһы Өфөлә үткән “Йәйге ку­бок”та гран-при яулағайны. Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙҙең иң шәп шаяндар Астанаға юлланды. Эйе, эйе, һеҙ дөрөҫ аңланығыҙ, хәҙер башҡорт КВН-ы сит илдәр менән дә бәйләнештә.
Башҡорт асыҡ КВН лигаһы рәйесе Урал Кәримов әйтеүенсә, Астана акимы кубогына ярыш Ҡаҙағстандың баш ҡалаһындағы популяр урында – 1700 тамашасыға иҫәпләнгән концерт майҙанында үткән. Ҡаҙаҡ телендә, әлбиттә. Ә беҙҙең команда мәрәкәләренең 70 процентын ҡаҙаҡса һөйләгән. Тел яҡын, өн әйтелештәре бер үк тиерлек, афарин, егеттәр, аптырап ҡалмағандар. Башҡорт теленә күскәс тә, тамашасылар улар­ҙы ихлас алҡышлаған.
Башҡортостан делегацияһы урындағы мәҙәниәт, көнкүреш ме­нән дә танышҡан, рәхәтләнеп ҡаҙаҡ йыр-бейеүҙәрен тамаша ҡылып, матур ҡаршылауҙары өсөн Ҡа­ҙағстан КВН берлегенә рәхмәт әйтеп ҡайтҡан.
– Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына фестивалдә ҡатнашыу мөмкинлеге биргәне өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – тине Урал Кәримов.
Яҡташтарыбыҙ айырыуса йәш ҡаҙаҡтарҙың беҙҙең турала белеүенә ҡыуанған. Киләсәктә ике яҡ та КВН юҫығында бәйләнешен үҫтерәсәк. Ҡаҙаҡтар шулай йыл һайын ҡунаҡ саҡыра икән – былтыр ҡырғыҙҙар ҡатнашҡан. Быйыл 15 команда көс һынашҡан.
Әйткәндәй, быйыл Башҡорт асыҡ КВН лигаһы бишенсе миҙгелен ҡаршылай, уйындарҙа ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы ла инде. Юбилей миҙгеле мотлаҡ һеҙҙең иҫтә ҡаласаҡ, тип вәғәҙәләй шаяндар.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)