RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡаҙаҡ шаяндары Өфөнән нимә алып ҡайтып китте икән?

18.08.2016 Ҡаҙаҡ шаяндары Өфөнән нимә алып ҡайтып китте икән?

Ҡаҙаҡ шаяндары Өфөнән нимә алып ҡайтып китте икән?Йәштәр мәғариф форум һабантуйында КВН алышы үтте

Башҡорт асыҡ КВН лигаһы яңы миҙгел алдынан йәйге уйындарын үткәреп алырға булды. Уҡыу йылы ла етеп килә, йәштәргә кәйефтәрен тағы ла күтәрерлек бер сара кәрәк ине шул. Һәм беҙҙең шаяндар хәрәкәте үҫешенең яңы кимәленә сыҡты – хәҙер республика, Рәсәй эсендә генә түгел, сит ил вәкилдәре менән дә “йомро һүҙ” менән шаяртыша башланылар.
Беренсе төбәк-ара кубок БР Йәштәр эштәре буйынса һәм спорт министрлығы менән берлектә ойошторолдо. Беҙҙең Шаяндар һәм отҡорҙар клубы ҡатнашыусылары сығыштарын йәштәрҙән тыш, өлкәндәр ҙә һағынып көтөп ала. Күптәрҙең яратҡан командалары барлыҡҡа килде. Яңы миҙгелдә өр-яңылары күп булһын, тип тә теләп йөрөгән саҡ.
Әле уҙған күңелле тамашаға һынау тоторға дүрт команда килгәйне. Сибайҙан бөтә КВН дуҫтарына таныш “Еңмештәр”, күрше Силәбенән “Силябинсы”, Бөрөнән моно-команда, йәғни сәхнәлә үҙе генә сығыш яһаған “Ҡол-Дәүләт малайы” һәм Ҡаҙағстандан ”Ҡаҙииту”. Һуңғы команданы Ҡаҙағстандың “Жайдарман” КВН ойошмаһының президенты Есен Елеукен үҙе алып килгән.
Башҡорт КВН-ы һәр ваҡыт көр кәйеф бүләк итеп ҡайтара. Был юлы ла тамашасыларға матур байрам булды. “Еңмештәр”ҙе бик теләп алҡышланылар, улар өсөнсө миҙгелдә чемпион да булғайны. Моно-команда булып сығыш яһаусылар ҙа сәхнәлә йышыраҡ күренә башланы. Рәсүл Дәүләтҡолов бер нисә йыл инде КВН хәрәкәтендә. Ул – билдәле шағир Рәмил Ҡол-Дәүләттең улы. Шаяртыуҙарының авторы ла үҙе.
Силәбеләр ҙә һыр бирмәҫкә тырыша, ул өлкәнән башҡорт КВН-ында ҡатнашыусылар артһа ине, тигән теләк тә бар. Ҡаҙаҡ ҡәрҙәштәр барыһын да таң ҡалдырҙы, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Үҙ телдәрендә рәхәтләнеп шаярттылар, ә беҙ аңланыҡ! Башҡортостан, гөлбостан, тип йырлауҙары ғына ла алҡыштарға күмелде.
“ҠАҘИИТУ” (“КАЗИИТУ”), йәғни Ҡаҙағстан мәғлүмәт технологиялары идаралығы институты йәштәре Йәйге кубокты алып ҡайтып китте. Беҙҙең сәхнәлә сығыш яһау бик оҡшаған уларға. Тәржемәсеһеҙ ҙә аңлашабыҙ, шуға ла квн-сыларға артабан да ныҡлы бәйләнештә булырға кәрәк.

Әйткәндәй

Ошо ялдарҙа Бөрйән районында Башҡорт КВН-ына битараф булмағандар өсөн лидерлыҡ йүнәлеше буйынса семинар-тренинг башлана. Ойоштороусылар билдәләгән төп маҡсат – 14 йәштән өлкәнерәк үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе Башҡорт асыҡ КВН лигаһы тормошонда, башҡа йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуға ылыҡтырыу.
“Ағиҙел” балалар һауыҡтырыу лагерында уҙасаҡ сараға Башҡортостан шаяндар һәм отҡорҙар клубтарында, ижтимағи хәрәкәттәрҙә тороусылар ғына түгел, ә күрше Силәбе өлкәһенән дә килеүҙәре көтөлә. Бында һәләтеңде күрһәтеп ҡалырға бик яҡшы форсат бирелә. Коллектив менән эшләү, сәхнәлә үҙеңде тоторға өйрәнеү, ваҡытыңды дөрөҫ бүлеү алымдары кеүек күнекмәләрҙән тыш, әлбиттә, спорт ярыштары ла күҙалланған.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Илнур ХУЖӘХМӘТОВ фотолары.
Ҡаҙаҡ шаяндары Өфөнән нимә алып ҡайтып китте икән?










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)