НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Юл хикмәттәре

Юл хикмәттәре


Юл хикмәттәре
Билдәле яҙыусы Сабир Шәрипов юл хикмәттәрен ике тиҫтә йыл элек яҙа башлаған. Үҙе әйтеүенсә, улар хәҙер йөҙләп, күбеһе ваҡытлы матбуғатта, “Зәңгәр катер” (2008) һәм “Ҡолонташ” (2013) китаптарында донъя күргән.
“Юл йөрөү үҙе үк тормош фәлсәфәһен тыуҙыра”, – ти әҙип.
Әҙәми зат икмәкһеҙ, йыр­һыҙ һәм... юлһыҙ йәшәй ал­май. Юл-сәфәрҙә ниҙәр генә кисермәйһең, ниндәй генә күренештәрҙе күҙәтмәйһең! Ҡапыл кәйеф күтәрелә йә иһә күңел ҡырыла, мәҙәк аймылыштың, хатта көтөлмәгән фажиғәнең шаһиты булғы­лай­һың: юлда ла тормош ҡайнап тора, унда ла кешеләрҙең холҡо-фиғеле сағыла. Күп йылдар инде Сабир Шәрипов үҙе ҡатнашҡан, күргән йә ишеткән фәһемле, фәлсәфә уятырҙай ваҡиғаларҙы һайлап, шуларҙы хикмәт кимәленә күтәрә.


Ғалим ҡарғаған ҡулайлама

Радар тигәндәре юлдағы машинаның тиҙлеген, ҡайһы тирәлә елдереүен радио тулҡындары ярҙамында билдәләүсе ҡулайлама, имеш.... Нәҡ шул приборҙы уйлап тапҡан инглиз ғалимы Радар, машинаһын ҡыҙыу ҡыуғанда мул ғына штрафҡа тарығас:
– Үҙ башыма эшләгәнмен ҡәһәр һуҡҡан приборҙы! – тип әйтә, ти, юл полицияһына.

Светофор – ҡотҡарыусы!

Элегерәк, ҡала транспорты ҡапыл ныҡ үҫешә башлаған мәлдә, бер ай эсендә ике йә өс кеше юл аша сыҡҡанда тапалып үлһә, шул ергә светофор ҡуйырға ашыҡҡандар, тиҙәр. Уйлай китһәң, әле­ге һәләк булыусылар... мең-мең йәйәүлене ҡотҡарыу өсөн йәндәрен биргән түгелме?

Китһә ни?
Ҡайтыр әле!..


Ике әҙәм урамда гәпләшә, ти.
– Фәлән апа (атайҙан оло ир кеше) күренмәй, шәт Сибайға һыпыртҡан...
– Бер китһә, аҙнаһыҙ ҡайтмай торған...
Аҙна үтеүгә, теге икәү ҡабат осрашҡан.
– Фәлән апа Сибайҙан ҡайт­ҡан. Сәпсим бөлгән, әй.
– Ун көн йөрөгәс ни... Яҡын-ара ерме, Сибай тигәс тә!
Баҡһаң, Иҙел баштарындағы халыҡ лаҡабынса, “Си­байға китеү” – запойға китеү, имеш. Һай, таҫма телдәр! Рәсәйҙән ситкә ебәрмәгәс, хуп, үҙенә күрә патриотлыҡ таһа был.
Ә бәғзе төбәктәрҙә, алыҫ тип тормай, ағай-энеләр Ха­баровскиға уҡ “елдерә”, тиме. Поезда, ай-һай, барып ҡайтыу ғына өс аҙналапҡа һуҙыла...

Үҙемә лә эләкте

Автобуста тиктомалдан ғау­ға ҡупты. Бисә-сәсә араһында. Кемдер кемеһенеңдер аяғына баҫҡанмы әллә төйөнсөгөндәге помидоры һытыл­ғанмы, белмәҫһең. Икегә бүленеп алды былар, әһә, бер “фронтта” өс ҡатын, икенсеһендә – дүртәүме, бишәүме. Миңә йәнәш ултырғаны ғына ләм-мим. Холҡон оҡшатыпмы, әйткән булдым үҙенә:
– Һеҙ, мадам, бер яҡҡа ла...
– Ә һинең ниндәй ҡыҫылышың бар? Бирәм мин һиңә мадамды!
Беҙҙең һөйләшеүгә ба­рыһы ла ҡолаҡ һалған икән: ике “команда” ла берләшеп, мине тетергә кереште. Әр­ләшеү ғәләмәте йоғошло ви­рустан да яманыраҡ, имеш! Аптырағас, етер ергә етмәй төшөп, йәйәүләргә тура килде.
– Һин һытҡанһыңдыр әле помидорымды! – тип ҡалды, етмәһә, бола ҡуптарған ха­ным. – Хам!
– Хамбикә! – тип ҡапыл ғына әйтмәмме. Ҡарасы, ҡара, иреш-талаш тигәнең лөғәтте лә байыта икән.

(Дауамы бар).

Сығыу ваҡыты 5-02-2016, 17:00 | Ҡаранылар: 549
|
  • Йәшәй белмәгән парҙарҙан бәхетлерәк түгелме?
  • Һаҡ булығыҙ: аферистар!
  • Һеҙҙә эш бармы?
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Осрашыу
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM