НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәктәр


МәҙәктәрАбруйлы Америка университеты. Уҡыу йылының башы. Декан беренсе уҡыу йылын башлаған студент­тар­ға ҡағиҙәләрҙе аңлата:
– Ҡыҙҙар дөйөм ятағына – егеттәргә, ә егеттәрҙекенә ҡыҙҙарға инеү ҡәтғи тыйыла. Ҡағиҙәне боҙ­ған өсөн беренсе тапҡыр – 20, икенсеһендә – 40, ә өсөнсөһөндә 60 доллар штраф һалынасаҡ. Барыһы ла аңлашылдымы?
Бер студент ҡулын күтәрә:
– Ә бер ай өсөн күпме түләп ҡуйырға тура киләсәк?

* * *
– Һин һыу яратаһыңмы?
– Эйе.
– Шәп бит. Тимәк, һин минең 70 процентымды инде оҡшатырға тейешһең…

* * *
– Оят түгелме һиңә, һау-сәләмәт килеш хәйер һорашып тораһың! Эшләргә кәрәк.
– Мин бит эштән һуң.

* * *
Иғлан.
“Ир-ат менән танышырға теләйем. Талаптар: буйы – 179,99, ауырлығы 69, 99-ҙан, йәше 29,99- артыҡ булмаҫҡа тейеш.
Үҙем хаҡында: ресторан директоры”.

* * *
Донъя байҙары исемлегендә тәүге ике урынды алып торған икәү беренсе йөҙлөктөң аҙағындараҡ урынлашҡан хеҙмәттәштәре тураһында һөйләшә:
– Уның сираттағы ҡатыны тағы ауырлы икән тип һөйләйҙәр...
– Хәйерселәр һанын ниңә арттырырға инде, шуны аңламайым…

* * *
Ҡараңғы тыҡрыҡта:
– Аҡса янсығыңмы, йәнеңме?
– Зинһар, ҡыҙған, аҡсаһыҙ ҡайт­һам, ҡатын башымды ашаясаҡ.
– Ҡыҙғанып нимә эшләйем инде. Минең дә өйҙә ҡатыным бар бит.

* * *
Ҡалаға сығып ингән старшина тәьҫораттары менән уртаҡлаша:
– Мин халыҡты аңлай алмайым! Саф менән йөрөй белмәйҙәр, кем ҡайҙа теләй – шул яҡҡа бара. Нисек улар бер-береһе менән бәрелешеп бөтмәй икән?

* * *
Ике ҡатын һөйләшеп ултыра.
– Һинең ирең ҡайҙа эшләй?
– Һыра заводында. Ике ай булды инде.
– Ә эше оҡшаймы һуң?
– Этем белһен, эшләй башла­ғандан бирле ҡайтып күренгәне юҡ.

* * *
Ике табип филгә операция яһап бөтә.
– Филдең эсендә бер нәмәне лә онотоп ҡалдырманыҡ, буғай! – ти береһе.
– Бәй, – ти икенсеһе, – ә шәфҡәт туташыбыҙ ҡайҙа һуң?..


***

Телефон шылтырай, хужабикә ала.
– Ғәлиә, был һинме?
– Эйе, мин.
– Ғәлиә, бер нисә көн элек һине бик ныҡ үпкәләттем, артыҡ ҡыланып ташлағанмын. Улай уҡ кәрәк тә булмағандыр. Беләһең бит инде мин ундай уҡ яуыз кеше түгеллекте. Ғәфү ит, зинһар!
– Ярай, итәм. Ә кем һуң әле был?

* * *

Элек балалар өлкәндәрҙән ҡалған кейемдәрҙе кейә ине. Хәҙер ата-әсәләр балаларынан ҡалған иҫке телефондар менән эш итә.

* * *

Дәүләт башлығы: "Беҙҙең халыҡ яҡшы йәшәргә тейеш!" – ти.
Депутаттар эшкә тотона. Бойороҡтоң беренсе уҡылышы: "Беҙҙең халыҡ яҡшы йәшәргә тейеш!". Икенсеһе: "Беҙҙең халыҡ йәшәргә тейеш!" Һөҙөмтәлә: "Беҙҙең халыҡ тейеш!" – тигән бойороҡ ҡабул ителә.

* * *

– Нисек инде ҡаҙы бүлегендә бөтәһе лә химия һәм яһалма әйберҙәрҙән генә торһон, ә ысын иттән бер нәмә лә булмаһын, ти! Юҡты һөйләмәгеҙ, ана, һатыусы бар!

Сығыу ваҡыты 4-09-2015, 10:02 | Ҡаранылар: 373
|
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)



  • Радио Юлдаш FM