НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Беҙгә исем кәрәк»

«Беҙгә исем кәрәк»


Районыбыҙ ауылдарының береһендә була был хәл. Оло ғына йәштәге инәйҙең газ ҡорамалдарын тикшерергә киләләр. Ике рус белгесе, үҙҙәренсә һупалап, байтаҡ ҡына соҡонғандан һуң, тырышып-тырышып инәйгә боҙолоуҙың сәбәбен, ниндәй деталь алырға кәрәклеген аңлата икән. Әбей, ни әйтһәләр ҙә: «Ә-әә, ярар, ярар», – тип тик ултыра. Былар квитанция тултыра башлай.
– Фамилияң нисек, бабуль?
Уныһына ғына инәй яуап бирә инде ул.
– Әлмөхәмәтова.
– Исемегеҙ?
– Нафига, – ти икән әбей, тешһеҙ ауыҙын йырып.
– Ну, нисек инде, на фига? Беҙгә исемегеҙҙе яҙырға кәрәк бит, – ти егеттәр. – Бабуль, как зовут?
– Нафига тим бит.
– Слушай, әбекәй, һинең исемең беҙгә лә на фига ла кәрәкмәй, просто исемеңде әйт тә ҡуй.
Хәле бөткән инәй, тәрән көрһөнөп, үҙенең тыумыштан Нафига икәнен тылҡып тик ултыра. Берәүһе, тамам сығырынан сығып, күршеләргә йүнәлә, бәлки, улар русса аңлайҙыр. Әлбиттә, күршеләр телде яҡшы белә, баҡтиһәң, килгән береһе инәйҙең исемен иҫбатлар өсөн уларға йүгерә.
– Бында, күршелә, бик странный ғына бабулька йәшәй, никак исемен белә алмайбыҙ, – ти белгес. – Кем ул?
Күрше ир эштең ниҙә икәнен шунда уҡ төшөнә.
– Нафига.
Саҡ торған урыҫҡа етә ҡала.
– Һеҙ алдан һөйләшеп ҡуйҙығыҙмы әллә? Ул да беҙгә на фига тип тик тора. Әйтегеҙ инде исемен, зинһар.
– Нафига, нафига.
– Һиңә лә, миңә лә кәрәкмәй, документ тултырыр өсөн генә…
Былай ғына аңлатып булмаҫына шикләнгән ир, урыҫты эйәртеп, Нәфиғә инәйҙең өйөнә бара, паспортын һорап алып күрһәткәс кенә, белгестәр ҡыҙыҡ хәлгә тарығанын аңлап, көлөргә тотона.

Сығыу ваҡыты 1-05-2015, 13:28 | Ҡаранылар: 936
|
  • Тау шыуырға яратҡан килен
  • Диуаналар менән тулды донъя
  • Урта йәштәге балалар өсөн Яңы йыл сценарийы(2014 йыл)
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM