НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәктәр


Иҙрис кейәүҙе законһыҙ ағас ҡырҡҡаны өсөн биш йылға законлы рәүештә ағас ҡырҡырға хөкөм иттеләр.

* * *
– Ҡәҙерлем, – ти ҡатыны иренә, – минән йәшереп йыйған аҡсаңды табып, әхирәттәрем менән ресторанда туҙҙырҙыҡ.
– Бик яҡшы булған. һиңә яңы шәшке тун алырбыҙ тип йый­ғайным…

* * *
Проспектта һыра тейәлгән “КамАЗ” менән тоҙло балыҡ тулы “ГАЗель” машиналары бәрелешкәс, фажиғә урынында ҙур ғына фуршет барлыҡҡа килгән.

* * *
– Үткән айҙа ниндәй яҡшы эш башҡарҙың?
– Евроремонт.
– Ә күршеләрең бик асыуланманымы һуң?
– Тәүҙә, һыу баҫҡас, ныҡ асыу­лан­ғайнылар, ә аҙаҡ улар­ға евроремонт эшләнем…

* * *
Беҙҙең юлдарҙағы “ты­ғын”дарҙа торғанда үҙ машинаңды һатып, светофорға яҡыныраҡ машина һатып алып өлгөрөргә була.

* * *
Мәҙәктәр– Хөрмәтле Әҙеһәмов әфәнде, уның тураһында нимә генә тип әйтәйем икән, Хөрмәт Хөрмәтович, ипотека кредиттары менән эшләй башлағанға тиклем үк бер әҙәм аҡтығы ине инде.

* * *
Стоматология клиникаһында йәш ҡыҙ тешен яматып сыға һәм түләргә касса эргәһенә килә. Кассир:
– Ғәфү итегеҙ, һеҙгә бирер өсөн 250 һум аҡса етмәй, бәлки, пломбалар менән алыр­һығыҙ? – ти. Ҡыҙ, аптырап:
– Нимә менән? Нимәгә ул миңә? – ти.
– Һеҙ ҙә үҙ магазинығыҙҙа ҡалған аҡсаны тәмәке тоҡандырғыс йә шырпы менән ҡайтараһығыҙ бит, ә мин тартмайым, – ти кассир.

* * *
– Минең ҡатыным, – ти бер ир танышына, – эт һымаҡ яуыз.
– Минеке лә, – ти тегеһе. – Тик был, бер яҡтан, яҡшы.
– Нисек инде?
– Бына, мәҫәлән, сираттағы һөйәркәм ялҡытһа, уға ҡатынымды “һөсләтәм”.

Сығыу ваҡыты 13-03-2015, 10:00 | Ҡаранылар: 492
|
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Мәҙәктәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM