НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәктәр


– Һеҙҙә электр шөрөп борғосо һатып алғайным, ә ул сатнап, ярылып сыҡты.
– Оҙаҡ ҡулландығыҙмы?
– Юҡ, бик аҙ, уның менән бер генә ҡаҙаҡ ҡаҡҡайным.

* * *
Сираттағы светофорҙа ҡыҙыл ут янғас, «Мерседес» туҡтарға ла өлгөрмәй, артына бер машина килеп бәрелә. Машинаһынан төшкән «Мерседес» хужаһы үҙ күҙенә ышанмай ҡатып ҡала. Уға килеп бәрелеүсе лә «Мерседес» була.
– Нисек былай килеп сыҡты һуң әле, артымдан «Ока» килә ине түгелме?..
– Тауыш-тын сығарма, – ти икенсе «Мерседес» хужаһы, – ул беҙҙең арала ҡалды…

* * *
Һыуытҡыс һатып алған чукчанан:
– Һиңә һыуытҡыс нимәгә? – тип һорайҙар икән.
– Ҡыш көнө йылыныу өсөн, – тигән чукча, – сөнки 40 градуслы һалҡында һыуытҡыста дүрт кенә градус була бит.

* * *
Ресторанда бер иргә һорау бирәләр:
– Һеҙгә ит бәлешен алты өлөшкә бүлергәме, әллә ун икегәме?
– Алтыһы ла етер, ун икеһен үк ашап бөтөрә алмам, ахыры.

* * *
Дауаханала ике таныш һөйләшә:
– Һин бында нимә эшләйһең?
– Балаларҙы алып килдем.
– Нимә булды, әллә ауырып киттеләрме?
– Шахматта отоусы оттороусының башына сиртергә тейеш ине. Һөҙөмтәһе бына: береһенең бармағы һынды, икенсеһенең баш мейеһе һелкенде.

* * *
– Кисә нимәләр булғанын белһәң, иҫең-аҡылың китер. Һунарға барғанда мылтығымды өйҙә онотоп ҡалдырғанмын.
– Бик насар булған да һуң. Ә мылтығың онотолғанын ҡасан белдең һуң?
– Ҡатынға һунарҙан ҡуян алып ҡайтып биргәс…

* * *
Профессор студентҡа:
– Һеҙ ХVII быуаттың бөйөк химиктары тураһында нимә лә булһа һөйләй алаһығыҙмы?
– Һеҙгә быны хәбәр итеүе ҡыйын, әлбиттә, профессор әфәнде, – ти студент, – әммә ләкин улар инде барыһы ла күптән вафат.

* * *
– Һаумыһығыҙ! Аяҡ кейемегеҙҙе алмаштырығыҙ һәм тешегеҙҙе еп менән ишеккә бәйләгеҙ.
– Ләкин, табип әфәнде, мин былай булыр, тип уйламағайным…
– Һеҙ ошо дипломды күрәһегеҙме? Күрәһегеҙ икән, тимәк, бында һеҙ түгел, ә мин уйлаһам, яҡшыраҡ буласағын самалайһығыҙҙыр…

* * *
МәҙәктәрҠышын бер ир балыҡ тоторға бара. Ләкин боҙҙо тишә генә башлағанда ҡолағына ниндәйҙер тауыш ишетелә:
– Бында балыҡ юҡ! Балыҡсы шомло тауыш ишетелгән ерҙән ситкәрәк китеп, тағы боҙҙо тишерегә керешә, ләкин ҡабат теге тауыш яңғырай:
– Бында балыҡ юҡ! Балыҡсы тағы урынын алмаштыра:
– Бында балыҡ юҡ, имеш, – һин кем һуң ул ҡәҙәр?
– Каток мөдире!
* * *
– Нимә генә тимә, әммә маймылдарҙың кешенән аҡыллыраҡ булыуы бәхәсһеҙ.
– Ниңә?
– Сөнки әле һаман һөйләшергә өйрәнмәүҙәре бер ҙә юҡҡа түгел, улар үҙҙәрен эшләргә мәжбүр итмәһендәр өсөн һөйләшмәй.
* * *
– Һин ниңә өйөңә бер тоҡ тоҙ һәм шырпы алып ҡайтып бараһың?
– Бер ни ҙә белмәйһеңме ни әле? Ошо көндәрҙә тоҙ ун тапҡырға ҡиммәтләнәсәк, ә шырпы, ғөмүмән, һатыуҙан алынасаҡ.
– Уф, күңел тынысланып ҡалды. – Ә мин һине аҡылдан яҙғанһың һәм шырпыларҙы тоҙлап ҡуйырға йыйынаһың, икән тип уйлағайным...
* * *
– Сибәркәй, әйҙә, киттек, ресторанда һыйлайым.
– Минең егетем бар, ысҡын бынан.
– Һинең егетең бармы? Ә минең фатирым, машинам, дачам һәм бик күп аҡсам бар! Матурым, һин ниңә илайһың?
– Мин әле генә егетемде ташланым.

Сығыу ваҡыты 13-02-2015, 05:14 | Ҡаранылар: 420
|
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Балыҡтар нимә һөйләй?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM