RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы йылды – мунсала

12.12.2014 Яңы йылды – мунсала

Яңы  йылды – мунсалаБөтәбеҙ ҙә түҙемһеҙләнеп көтөп алған Яңы йыл байрамы етеүгә әллә ни күп ваҡыт та ҡалманы. Һәр беребеҙҙә ул яңы өмөттәр, нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, мөғжизәгә ышаныс менән бәйле. Ғаилә байрамы булараҡ, тап ошо байрам бөтә яҡындарҙы, туғандарҙы бер табынға йыя. Шулай ҙа Яңы йылды табын артында, ил Президентының телмәрен тыңлап, теләктәр теләп, гәлсәр бокалдарҙы күтәреп ҡаршы алмаусылар ҙа бар. Төрлө мажараларға тарып, ҡыҙыҡлы хәлдәргә ҡалыусылар уны төрлө шарттарҙа ҡаршыларға мәжбүр була. Мин дә таныштарымдан ишеткән хәл тураһында яҙырға булдым.
Халыҡта Яңы йыл кисен сафланып-пакланып ҡаршы алыу бар. Ауылдарҙа, ғәҙәттә, иртә менән мунса яғыла, хужабикәләр көнө буйы байрам табыны әҙерләү менән мәшғүл булһа, өй хужалары кәртә-аҙбар­ҙағы эштәрҙең осона тиҙерәк сығырға тырыша.

Хәйбулла районындағы ауылда ла бер ғаилә ошондай уҡ мәшәҡәттәр менән була. Бөтә ғаилә ағзалары ла көндөҙ үк мунсала йыуынып сыға. Кискә табан ғаилә башлығы мал-тыуар бағырға сыға, ә ҡатыны ҡунаҡтар килеүгә өҫтәл әҙерләү менән булыша. Табын әҙер булып, эштәр тамамланыуға туғандар, дуҫ-иштәре лә йыйыла башлай.

Өҫтәл артына ултырырға ваҡыт та етә, тик өй хужаһы тышҡа сығып китеүенән инмәй ҙә ҡуя. Уның Яңы йыл алдынан яҡын-тирәләге күршеләргә инеп, байрам менән ҡотлап, бер аҙ “йылынып” сығыу холҡон белгән хужабикә ҡунаҡтарын ултырта башларға була. Күренмәйме икән был, тип һуңғы сығыуында мунсаһының уты янып торғанын да күрә. “Эй, Алламды! Ҡаңғырып йөрөп ҡарамағанмын да… Әллә күпме убыткаға ултыртты инде, хәйерһеҙ…” – тип үҙен эстән әрләй-әрләй, мунсаны тыштан йоҙаҡлай ҙа, инеп, соландан утты һүндерә. Өйгә ингәс, туғандарына: “Исмаһам, Яңы йыл кисендә лә кеше һымаҡ ғаиләһе, балалары менән түгел бит, ҡороғор! Ауыҙына берәр рүмкә тейһә, киткәндер ауыл буйлап хәйерселәп!” – тип ирен бошмаҫлыҡта әрләп, ҡунаҡтарын табынға саҡыра. Уларҙы кис буйына ас ултыртып булмай бит инде. Шулай байрам баш­ланыу­ға бер нисә сәғәт тә үтә. Яңы йыл да ғаилә башлығынан тыш ҡаршылана. Ҡыҙмаса булып алған ҡунаҡтарға тора-бара был һиҙелмәй ҙә башлай шикелле.

Өр-яңы йылға аяҡ баҫҡас, ирҙәр “перекур”ға сығып инергә була. Тап шул ваҡытта хужабикәнең йүнһеҙ ирен әрләп зарланыуын ҡобараһы осоп килеп ингән ҡәйнешенең: “Еңгәй! Теге ни… Һеҙҙең мунсаға ен эйәләшкән шикелле! Үҙе килеп һүгенә, үҙе килеп ҡаңғыра!” – тигән һүҙҙәре өҙә. Аптырап ҡалған хужабикә тышҡа сығыуы була, иренең яман итеп әрләгән тауышын танып ҡала. Йүгереп барып мунса ишеген асып та ебәрә, тегеһе килеп сығып, үҙен көрткә осора һуға. Баҡтиһәң, мал ҡарап өшөгән ире, өшәнеүе бөтмәгәс, табынға ултырыр алдынан, мунсаға инеп, тағы бер ҡат сабынып сығырға була. Тышта аяҡ тауыштарын ишеткәс, ишекте элмәүен иҫләп, берәйһе килеп инеп, уңайһыҙ хәлгә ҡалмайым тип, өндәшмәй ултырып ҡала. Шулай итеп, бахыр­ға Яңы йылды бер үҙенә ҡа­раңғы эҫе мунсала ҡаршыларға тура килә.

Яңы йыл байрамын тағы кемдәр ниндәй ҡыҙыҡлы шарттарҙа ҡаршылағаны бар икән?

Г. СӘМЕРХАНОВА.

Сибай ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)